Ялан батырҙары мәж килә. Рәил Исхаҡов сәскескә орлоҡ бушата, Дамир Ҡыҙрасов тракторҙы көйләй. Егеттәрҙе дәртләндереп, баҫыуҙы уҫал елдән ҡурсалаған ағас һыҙаттарында ҡоштар һайрай. Их, күктәге ҡояш ҡына “йәшенмәк уйнамаһын” ине...Мырҙаш ауылында фермерлыҡ менән шөғөлләнгән Илдар Буранғоловтың хужалығына барып туҡталғанда, эштең иң ҡыҙыу сағы ине. Ерҙе эшкәртергә кәрәк, алдан әҙерләнгән орлоҡто баҫыуға килтерергә. Мәшәҡәт бының менән генә тамамланһа икән, техниканың да үҙ туҡһаны туҡһан шул, ғөмүмән, барыһына ла эш етерлек.
— Әле 213 гектар ерҙә көнбағыш сәсеү менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл Алтайҙан был культураның яңы төрөн ҡайтарттым, сөнки уға көҙөн хаҡ ябай көнбағыштыҡынан күпкә юғарыраҡ — тоннаһына 50 мең һум, — тип ҙур өмөттәре хаҡында бәйән итә етәксе.
Хужалыҡта 800 гектарҙан ашыу ер иҫәпләнә. Баҫыуҙарға көҙҙән сәселгән иген дә бар, яҙын да ер ҡуйынына орлоҡ индерергә кәрәк. Әлбиттә, ул тиклем уңышты һатыуға ғына сығармай Илдар. Фермер хужалығында 84 һауын һыйыры иҫәпләнә, башлыса улар өсөн аҙыҡ әҙерләнә.
…Май аҙағына тиклем йүнле көн вәғәҙә итмәй синоптиктар. Әммә һауа торошо ла, башҡа ҡатмарлыҡтар ҙа фермер Буранғоловҡа сәсеү эштәрен ваҡытында һәм сифатлы тамамларға ҡамасауламаҫ һымаҡ. Һәр хәлдә, хужалыҡтың йылдан-йыл үҫешә барыуы булдыҡлылыҡҡа ишара, минеңсә.