Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эштәре ырамлы, кәйефтәре көр
Эштәре ырамлы, кәйефтәре көр Яҙғы көн йылды туйҙыра тигәндәй, әле бөтә хужалыҡтар баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу өсөн бар көсөн һала. Фермер Илгиз Тажетдиновтың иң мәшәҡәтле мәле булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыт тапты. Райондың баш агрономы Зиннур Байбулатов әйткән һүҙҙәр хаҡ булып сыҡты. Ер эшен белгән, алдынғы ҡарашлы ир-егеттең хеҙмәте ырамлы, шуға ла механизаторҙарҙың да кәйефе көр. Беҙ барғанда баҫыу иңләп ике агрегат эшләй, һоло сәсеүҙе бына-бына тамамларға торалар ине.
— Көн аяҙ булғанда, май аҙағына тамамларға иҫәп, — тип йылмая Илгиз Мәрхәметдин улы. — Бөтәһе 450 гектар сәсеү майҙаны бар, шуның 60 гектарында һоло сәсеүҙе тамамланыҡ. Артабан бойҙай, арпа ҡала. Киләсәктә сәсеүлектәрҙе мең гектарға тиклем ҙурайтырға иҫәп бар. Майҙандың күп өлөшө — пай ерҙәре, уның хужалары менән тулыһынса иҫәпләштек. Республика ярҙамы менән яғыулыҡ өсөн субсидия алдыҡ, орлоҡ тулыһынса үҙебеҙҙеке.
Әйткәндәй, районда фермер Әмир Шәйәхмәтовтың сорт һынау участкаһынан тап ошо төбәк өсөн тәғәйенләнгән орлоҡ һатып алып сәселгән. “Һуңғы ваҡытта ситтән килтерелгәндәре урындағы тәбиғәт шарттарына яраҡлашып китә алмай, шуға күрә үҫемлекселек менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары урындағы сортҡа иғтибарҙы йүнәлдереп, һис тә яңылышмай”, — ти баш агроном Зиннур Ғизетдин улы ла.
Яҙғы иген культураларын сәсеүҙә фермерҙың бер туған ағаһы Илнур Тажетдинов һәм тәжрибәле механизатор Радик Әбдрәхимов тырышып эшләй.
Ер эшен яҡшы белгән, уны яратҡан Илгиз Мәрхәметдин улы ҡайһы бер хужалыҡтар кеүек гектар артынан ҡыумай, ә бәләкәй майҙанда ла яҡшы уңыш үҫтереп алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошоға тиклем дәүләт ярҙамы ла алма­ған, әммә йыл һайын бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Уңған эшҡыуар малсылыҡ тар­мағы буйынса ла махсуслаша, әле уның 30-ға яҡын һыйыр малы бар. Бер үк ваҡытта хужалыҡта мул һөт осорон мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн маҡ­сат­лы эш алып барыла. Көндәлек һауым күрше Йылайыр районы­ның Яманһаҙ ауылындағы “Йылайыр һөтө” ойошмаһына тапшырыла. Уныһы үҙ ваҡытында аҡ­салата иҫәпләшә. Бер литр һөттөң хаҡы әлегә – 17 һум 50 тин.
Фермер техник мөмкинлекте артабан нығытыу, хужалыҡты үҫтереү ниәте менән йәшәй.



Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә