Яҙғы көн йылды туйҙыра тигәндәй, әле бөтә хужалыҡтар баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу өсөн бар көсөн һала. Фермер Илгиз Тажетдиновтың иң мәшәҡәтле мәле булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыт тапты. Райондың баш агрономы Зиннур Байбулатов әйткән һүҙҙәр хаҡ булып сыҡты. Ер эшен белгән, алдынғы ҡарашлы ир-егеттең хеҙмәте ырамлы, шуға ла механизаторҙарҙың да кәйефе көр. Беҙ барғанда баҫыу иңләп ике агрегат эшләй, һоло сәсеүҙе бына-бына тамамларға торалар ине.— Көн аяҙ булғанда, май аҙағына тамамларға иҫәп, — тип йылмая Илгиз Мәрхәметдин улы. — Бөтәһе 450 гектар сәсеү майҙаны бар, шуның 60 гектарында һоло сәсеүҙе тамамланыҡ. Артабан бойҙай, арпа ҡала. Киләсәктә сәсеүлектәрҙе мең гектарға тиклем ҙурайтырға иҫәп бар. Майҙандың күп өлөшө — пай ерҙәре, уның хужалары менән тулыһынса иҫәпләштек. Республика ярҙамы менән яғыулыҡ өсөн субсидия алдыҡ, орлоҡ тулыһынса үҙебеҙҙеке.
Әйткәндәй, районда фермер Әмир Шәйәхмәтовтың сорт һынау участкаһынан тап ошо төбәк өсөн тәғәйенләнгән орлоҡ һатып алып сәселгән. “Һуңғы ваҡытта ситтән килтерелгәндәре урындағы тәбиғәт шарттарына яраҡлашып китә алмай, шуға күрә үҫемлекселек менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары урындағы сортҡа иғтибарҙы йүнәлдереп, һис тә яңылышмай”, — ти баш агроном Зиннур Ғизетдин улы ла.
Яҙғы иген культураларын сәсеүҙә фермерҙың бер туған ағаһы Илнур Тажетдинов һәм тәжрибәле механизатор Радик Әбдрәхимов тырышып эшләй.
Ер эшен яҡшы белгән, уны яратҡан Илгиз Мәрхәметдин улы ҡайһы бер хужалыҡтар кеүек гектар артынан ҡыумай, ә бәләкәй майҙанда ла яҡшы уңыш үҫтереп алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошоға тиклем дәүләт ярҙамы ла алмаған, әммә йыл һайын бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Уңған эшҡыуар малсылыҡ тармағы буйынса ла махсуслаша, әле уның 30-ға яҡын һыйыр малы бар. Бер үк ваҡытта хужалыҡта мул һөт осорон мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн маҡсатлы эш алып барыла. Көндәлек һауым күрше Йылайыр районының Яманһаҙ ауылындағы “Йылайыр һөтө” ойошмаһына тапшырыла. Уныһы үҙ ваҡытында аҡсалата иҫәпләшә. Бер литр һөттөң хаҡы әлегә – 17 һум 50 тин.
Фермер техник мөмкинлекте артабан нығытыу, хужалыҡты үҫтереү ниәте менән йәшәй.