Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эш техникала түгел
Эш техникала түгел Баҫыуҙарға тракторҙар йыры йән өрә. Миҙгелдең бер көнө йылды туйҙырыр мәлдә республикабыҙ игенселәренең эше нисек бара? Орлоҡ, яғыулыҡ материалдары етәме? Белгестәргә ҡытлыҡ кисермәйҙәрме? Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, бер төркөм журналист менән сәфәргә сыҡты.
Иң тәүҙә Ҡырмыҫҡалы районының “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тенә туҡталдыҡ. Беҙ барып еткәндә, ҡойоп ямғыр яуа башлау сәбәпле, баҫыу батырҙары туҡталып торғайны.
– Яҙ һуңлап килһә лә, сәсеү эше әүҙем башланды, – тип үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужалыҡ директоры Евгений Пожидаев. – Ҡар күп яуғас, һыу мул булыр тип уйлағайныҡ. Шулай ҙа ер тиҙ өлгөрҙө, һаҙға әйләнеп, техника инә алмаҫлыҡ урындар юҡ, сәсеү көйлө бара.
Заман, баҙар менән бергә атлай хужа­лыҡ. Мәҫәлән, бойҙайға хаҡ төшкән­лектән, уның майҙандарын бер аҙ кәметеп, борсаҡҡа, кукурузға өҫтөнлөк бирергә ниәт тоталар. Быйыл 1500 гектарҙа – кукуруз, 400 гектар майҙанды борсаҡ тәшкил итәсәк. Уны һатыу проблемаһы юҡ. Хужалыҡ голштин тоҡомло һыйырҙар үрсетеү, һөт һатыу менән шөғөлләнгәнлектән, уларҙы был төр культуралар менән туҡландырыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Баҫыуҙағы эшмәкәрлекте күҙәтеү өсөн агрегат, тракторсылар янына барыу кәрәкмәй бында. Диспетчер он-лайн тәртибендә яландағы эш барышын, сәсеүлектәр торошон күҙәтеп тора. Берәй тотҡарлыҡ килеп сыҡһа, йәһәт кенә көйләү яғын хәстәрләйҙәр. Заманса ҡоролмалар барлыҡ хеҙмәтте комплекслы, уңышлы алып барырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, һыйырҙарҙың һаулығы, туҡланыуы хаҡында ла мәғлүмәттәр телефонға килеп тора. Шәп бит!
Райондың “Бүләк” яуаплылығы сиклән­гән, унан һуң “Урожай” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла Илшат Илдус улы ялан батырҙарының эше, уларҙы борсоған мәшәҡәттәр менән ҡыҙыҡһынды, кәңәш­тәрен бирҙе. “Урожай” егеттәре Франциянан алынған сәсеү комплексының уңайлылығына ҡыуанды. Был техника ярҙамында тәүлегенә 150 гектар майҙанға тиклем кукуруз, көнбағыш сәсергә мөмкин.
Сираттағы хужалыҡ – Стәрлета­маҡ­тағы “Рощинский” совхозы хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр. Былтыр Төбәк-ара кукуруз һәм көнбағыш баҫыуы көндәренең ошонда үткәрелеүе осраҡлы булманы. Бында “Ноу-тилл” технологияһы буйынса һоло сәсәләр ине. Дым ҡаплатыу тамамланған, арыш һәм күп йыллыҡ культуралар туҡландырыла. Быйыл хужалыҡта сәсеүлектәр 30,2 мең гектар майҙан тәшкил итәсәк. Шуның 15180 гектары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар булһа, ужым – 4065 гектар, көнбағыш 2500 гектар майҙанды биләй. Ужым һәйбәт ҡышлаған.
Әйткәндәй, белгестәр әйтеүенсә, “Ноу-тилл” технологияһы – ул баҫыусылыҡтың ҙур бер системаһы. Ер көҙ ҙә, яҙ ҙа һөрөлмәй, тырматылмай, культивация үткәрелмәй. Шуға ла уның төҙөлөшө боҙолмай, тупраҡ кипмәй, дым һаҡлана. Ә һабан менән эш иткәндә, сәсеүлектең еренә ҙур зыян килә.
Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ер эшкәртеүҙең классик, минималь алымдарына ҡарағанда, “Ноу-тилл” техноло­гияһының өҫтөнлөгө күберәк, тип әйтергә мөмкин. Беренсенән, тупраҡтың ел һәм һыу тәьҫиренән боҙолоуы ҡырҡа кәмей. Юғиһә, республикала биш-алты миллион гектар майҙан эрозияға дусар ителеп, йылына өс миллион cамаһы гумус юғала. Икенсенән, тупраҡтың уңдырышлылығы арта. Өсөнсөнән, һөрөүгә нигеҙләнгән ысулдар менән сағыштырғанда, яғыулыҡ-майлау материалдарына сығым 50-70 процентҡа кәмей.
Хужалыҡта башлыса ошо алымды ҡулланалар.
– Бик файҙалы, үҙен аҡлай, яғыулыҡ материалдарына сығым аҙ китә, – тине совхоз директоры урынбаҫары Айҙар Дәминев.
Совхоз эшсәндәре менән һабуллашып, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Республикабыҙҙың тәбиғәт шартта­рының үҙенсәлекле булыуы хаҡында Мәләүез еренә аяҡ баҫҡас, йәнә бер ҡат инандыҡ. Ҡырмыҫҡалыла, Ауырғазыла ҡойоп ямғыр яуһа, бында салт аяҙ, баҫыуҙа техника артынан туҙан осоп ҡала. Бынан алдағы хужалыҡтарҙа яңы алымдар, ҡыйбатлы сит ил техникаһында эшләһәләр, Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында беҙ бығаса ғәҙәтләнгән йүнәлеш буйынса тир түгәләр. Шул уҡ “Беларусь”тәр, “К-700” трактор­ҙа­ры. Бер ерҙә – шәкәр сөгөлдөрө, икен­сеһендә – борсаҡ, өсөнсөһөндә бәрәңге сәсәләр ине. Хужалыҡ етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллиндан Илшат Илдус улы эш хаҡы менән ҡыҙыҡһына.
– 15 – 20 мең һум тирәһе, – тигән яуап ишеттек.
Сер түгел: бөгөн күп хужалыҡтар белемле кадрҙарға, белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Ә бында Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалалары терәлеп ятһа ла, колхозда эшләргә теләүселәр күп. Хатта барыһына урын еткереп булмай. Тимәк, эш кешеһенә уңышҡа өлгәшеү өсөн техниканың төрө лә бәйле түгел.
Салауаттар сәсеүгә республикала беренселәрҙән булып төшкән. Быйыл улар 290 гектар майҙанда татлы тамыр үҫтерәсәк. Хужалыҡ йыл һайын заманса техника алыуға 30 – 35 миллион һум самаһы аҡса бүлә.
Һуңынан Илшат Илдус улы журналис­тарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, бынан һуң дәүләт ярҙамы бурысы булмаған, табышлы эшләгән хужалыҡтарға ғына биреләсәк. Санкциялар ерҙә уңыш үҫтерергә теләүселәрҙе арттырған.


Автор: Венер ИСХАКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә