Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Халыҡ рәхмәтенә ҡойоноп
Халыҡ рәхмәтенә ҡойонопБер йыл булды инде Рәхмәт, Яйҡар ауылдарында өйҙәргә “зәңгәр ут” асыу тантанаһына. Халыҡты был шатлыҡлы байрам менән тәбрикләргә “Газпром” ойошмаһының етәкселәре менән бергә Әбйәлил районы башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙов килгәйне. Ул изге теләктәрен халыҡҡа еткерҙе һәм ошо ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ ебәреү өсөн 100 миллион һум аҡса бүленгәнлеген билдәләне.
Газ трассаһына, ауылдарға, өйҙәргә торбалар һуҙыуҙа иң күп көс һалған “Коммунальщик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булды. Бына егерме биш йыл инде был ойошманы Дамир Аллаяров етәкләй. Ул, Рәхмәттә мәсеткә, мөмкин­лектәре сикләнгән бер нисә ғаиләгә бушлай газ үткәреп, ауылдаштарымды ҡыуан­дырҙы. Шатлыҡ­тарыбыҙ менән уртаҡлашырға, рәхмәттәребеҙҙе еткерергә Дамир Әнүәр улын Аллаһ Тәғәлә йортона йома сәйе мәжлесенә саҡырҙыҡ. Өйҙәргә зәңгәр яғыулыҡ менән бергә бөхтәлек һәм йылы индергән кеше йәнәшәһендә аш, сәй табынында һөйләшеп ултырыу ауыл халҡының күңеленә хуш килде.
– Район буйынса инде егерме беренсе мәсеткә бушлай газ үткәреүебеҙ. Кәрәкле документтарҙы ла үҙебеҙ әҙерләп бирәбеҙ. Беҙҙең егеттәр районда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә эшләй. Силәбе, Магнитогорск, Белорет ҡалаларында, Бөрйән районында ла торбалар һалдыҡ.
Туҡһанынсы йылдарҙа “йәшел йылан” мәшәҡәт­ләне, хәҙер эскән кеше юҡ. Бөтәһе лә тырышып эшләй. Аҡсаһын ваҡытында түләп, һүҙеңдә тора белһәң, бер кем дә ситкә китмәй. Эш хаҡы егерме-утыҙ меңдән кәм түгел. Беҙҙә илле кеше эшләй, – тип һүҙен башланы “Коммунальщик” етәксеһе.
Әңгәмә ваҡытында тағы ла шуны аңланыҡ: Дамир Әнүәр улы шәхси ойошмаһының эше менән генә булышмай, ул халыҡ мәнфәғәтен дә хәстәрләй. Шул юҫыҡта Асҡарҙағы Ҡоръятмаҫ тауында “Асҡар уттары” кафеһы балҡып тора. Ҡунаҡтарҙы һәм асҡарҙарҙы тәғәмханала башҡорт милли ризыҡтары менән генә һыйлайҙар. Әлбиттә, әҙерләүгә таҙа, яҡшы сифатлы ғына аҙыҡ-түлек күрше-тирә ауылдарҙан алына. Бында саф күңелле, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән башҡорт ҡыҙҙарынан торған ун биш кешене Дамир ағайҙың хәләл ефете Шәүрә Әҡсән ҡыҙы етәкләй. Изге күңелле, мөләйем, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған апайҙарын ҡыҙҙар бик тә ихтирам итә, ярата.
Ул ғына ла түгел, Дамир ағай магазин, ҡунаҡ­хана аса, ойошмаларына техника, хеҙмәтләндереү базаһын үҙе булдыра. Үҙенең хәләл көсө менән табылған мал булғас, һәр нәмәне лә йәшермәй һөйләй, кеше алдында йөҙө асыҡ. Шуға ла ҡулы аҫтында эшләгәндәр уны ихтирам итә, беренсе кәңәшселәре итеп яҡын күрә. Етәксе йыл һайын яҡташтарына 400 – 500 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтеп тора. Йыш ҡына төрлө яҡтарҙан киләләр. Ул береһен дә кире бороп ҡайтармай, кәңәшен бирә, хәленән килгәнсә ярҙам итә, әммә күберәген үҙебеҙҙең Әбйәлил районы халҡына өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, Рәхмәт ауылында Еңеүҙең 70 йыллығына парк булдырғанда тос өлөш индерҙе, Яйҡар ауылы клубын тергеҙеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте.
– Башҡорттоң байҙары юҡ, беҙгә милли буржуазия кәрәк. Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булһаҡ, еребеҙ халыҡ өсөн эшләһә генә, башҡорт милли, рухи, иҡтисади, мәҙәни һәм социаль үҫешен дауам итер, – тине Дамир Әнүәр улы, күңелендәге һыҙланыу-уйланыуҙарын аңлатып.
Йәштәрҙе төрлө экстремистик хәрәкәттәрҙән һаҡларға кәрәк. Беҙгә йәштәр менән эшләргә өйрәнеү шарт. Ышаныусан халыҡбыҙ бит, шуға аҡсаға, эшкә ҡыҙыҡһынып, сит яҡҡа китеп йөрөмәһендәр ине. Йәштәргә эш бирергә, иманға ылыҡтырырға кәрәк, тип ошо көнүҙәк мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү зарурлығын билдәләне ул.
Ғөмүмән, башҡорт кешеһенең башҡа халыҡтар­ҙан кәм булыуын теләмәй Дамир ағай. Шуның өсөн дә, тура һөйләшеп, тоғро юлдан ғына йөрөгән Дамир Әнүәр улын егерме биш йыл буйы Әбйәлил район советы депутаты итеп һайлайҙар. Ултырыштарҙа ғына түгел, һәр ерҙә лә милли аңды үҫтереү өсөн көрәшә. Етенсе тиҫтәһен ҡыуған депутатыбыҙ спорт менән дә шөғөлләнә, шуға ла уны йәш егеттәр дәрте лә, дарманы ла ташламай. Илем, телем, халҡым тип яна йөрәге. Көн һайын иртәнсәк сыҡҡанда ла бергә эшләгән иптәштәре менән ошо тәңгәлдә бара әңгәмәләре.
Етәкселәренең бер һүҙенән ҡул аҫтындағылар ситкә тайпылмай, сөнки ул намыҫлы эшләй, тоғро һүҙле. Һөйләгән һүҙе эшенән айырылмай. Директор өсөн әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Вәғәҙәһен һәр ваҡыт тота, бер кемде лә бер тингә лә алдамай, шуға бөтә ерҙә лә һүҙе үтә, хөрмәт итеп торалар. Ойошмала эшләгәндәрҙе үҙе Өфөгә ебәреп уҡытып та ала, аттестация үткәргәндә үҙе түләп, уларға ҡанат ҡуя белә. Рәхмәт, Яйҡар ауылдары осрағында ла шулай булды. Газ торбалары үткәреүгә баштан әйтелгән хаҡ ҡалды. Бер ниндәй ҙә үҙгәртеүҙәр индерелмәне, көрсөк, хаҡтар артты тигән һымаҡ һүҙҙәр әйтелмәне. Депутат өсөн дә, директор өсөн дә беренсе һүҙҙең һуңғы һүҙ икәненә инандыҡ.
Тағы ла күптәргә өлгө булырлыҡ бер һыҙатын билдәләмәй булмай Дамир Әнүәр улының. Ул ысын башҡорт ғаилә башлығы – өлгөлө ир ҙә, атай ҙа, олатай ҙа. Шәүрә Әҡсән ҡыҙы менән утыҙ һигеҙ йыл бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡыҙҙарына, кейәүҙәренә, ейән-ейәнсәренә өлгөлө ғаилә ҡағиҙәләрен күрһәтеп йәшәйҙәр. Өфөләге балаларына матди яҡтан ярҙам итеп, ейән-ейәнсәрен башҡорт мәктәптәрендә уҡытып, милли рухта тәрбиәләйҙәр. Киләсәктәре төплө һәм өмөтлө. Ошондай үрнәк алырҙай Дамир Әнүәр улы һымаҡ арҙаҡлы ир-уҙамандарыбыҙ күберәк булғанда, халҡыбыҙҙың көс-ҡеүәте һүнмәҫ тигән өмөттә йәшәйбеҙ.


Автор: Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте

Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте 30.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында бейек йорттар Мәскәүгә йәки башҡа мегаполистарға ҡарағанда күберәк ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә 28.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә...

Тотош уҡырға 1

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана 26.01.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе....

Тотош уҡырға 1

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә 12.11.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 10

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара» 12.11.2025 // Иҡтисад

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа ......

Тотош уҡырға 21

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 17

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 50


Комментарий өҫтәргә