Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Беҙ булмаһаҡ, кем эшләр?
Беҙ булмаһаҡ, кем эшләр? Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм­маһы” ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Програм­маның төп үҙенсәлеге – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Маҡсаты ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Бөтә донъя банкы проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Хәйбулла районы халҡы, ҙур әүҙемлек күрһәтеп, 2014 йылдан байтаҡ ҡына көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән. Күп кенә ауылдарҙың социаль һәм коммуналь инфраструк­тураһы яҡшырған, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, спорт йәки балалар майҙансығы төҙөү, төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндереү кеүек эштәр башҡарылған. 2014 йылда райондың 13 биләмәһе “Урын­дағы башланғыстарҙы яҡлау прог­раммаһы”нда ҡатнашып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуға рөхсәт алһа, 2015 йылда 11-е еңеү яулаған. Шуныһы ҡыуа­ныслы: бер нисә ауыл биләмәһе йыл һайын был программала үҙ проекттарын уңышлы яҡлай.
Мәҫәлән, Бүребай һәм Сиҙәм ауыл биләмәһе халҡы спорт майҙансығын һәм стадионын төҙөүҙе хуплай. Бүребай ауыл биләмәһе башлығы Вәли Илбәков әйтеүенсә, халыҡ күпселек бар талаптарға яуап биргән яңы стадион төҙөү өсөн тауыш биргән. Уның тап мәктәпкә ҡаршы урынлашыуы, ауыл йәштәре күпләп йорт төҙөгән яңы урамда булыуы ла осраҡлы түгел, сөнки бүре­байҙар спортты үҙ итә, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалай. Программа шарттары буйынса, ауыл йыйылыштарында хуп­ланған, ауыл биләмәһе хакимиәте һәм инициатива төркөмдәре менән берлектә әҙерләнгән, халыҡ йыйған һәм урындағы эшҡы­уарҙар йәки бағыусылар тарафынан финан­сланған проект бер йыл эсендә ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Былтыр көҙ стадион тәүге спорт һөйөүселәрҙе ҡабул иткән, быйыл тағы ла бер аҙ эштәрҙе атҡарыу бурысы тора.
Беҙ булмаһаҡ, кем эшләр?– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на ярашлы бөтәһе 550 мең һум аҡса тото­нолһа, “Реаль эштәр” програм­маһы буйынса 250 мең һум аҡса сарыф ителде, – тине Вәли Ғил­ман улы. – Был аҡсаға стадион тулыһынса кәртәләп алынды, ер таҙартылып, тупраҡ, ҡомташ түшәлде, көҙ күп йыллыҡ үлән сәселде. Тамашасылар өсөн махсус урындар булдырылды. Шулай уҡ һәр кем теләгән ваҡытта спорт күнекмәләре менән шөғөлләнә алһын өсөн алты тренажер ҡоролмалары ҡуйылды. Футбол уйнау өсөн махсус ҡапҡа һатып алынды.
Әлбиттә, былар менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай ауыл биләмәһе башлығы. Быйыл йәнә ауыл хакимиәте ҡаҙнаһынан 100 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған, һәм был суммаға йүгереү өсөн махсус юл, ҡыш яҡтыртылған саңғы юлы, стадионда кис шө­ғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар булдырыу маҡса­тында яҡтылыҡ үткәреү, тағы ла бер нисә спорт ҡоролмаһы урынлаштырыу планлаштырыла. Дөйөм көс менән барлыҡҡа килгән стадионда ра­йон буйынса төрлө ярыштар үткәреләсәк, буласаҡ спортсылар тәрбиәләнәсәк.
Шулай ҙа ауыл биләмәһе башлығын борсоған хәлдәр ҙә юҡ түгел. Башҡарылған эштәрҙең барыһы ла үҙҙәре өсөн икәнлеген белеп тә, араһында изге башлан­ғысты яҡламай, кире­һенсә, нисек тә зыян килтер­гәндәрҙең осрауы күңелһеҙ күренеш. “Ҡыш буйы торған бер нисә спорт ҡорол­маһын боҙоп китеүҙәрен нисек аңларға һуң?” – ти ул, әсенеп.
Быйыл да матур башланғыс хуплау тапҡан ауыл халҡында. Был юлы бүребайҙар ауыл зыяратын кәртәләп алырға йыйына.
Бөйөк Еңеү байрамын Татыр-Үҙәк ауылы халҡы лайыҡлы ҡаршыланы, сөнки улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған­дарға ҡуйылған һәйкәлде төҙөк­ләндереп, мемориаль комплекс булдырған, һәләк булған 100-ҙән ашыу ауылдашының исеме ҡайтанан яңыртылып яҙылған. Йылдар үтеү менән һәйкәлде тәрбиәләп тотоуҙа матди ҡыйын­лыҡ­тар барлыҡҡа килгән, ул аҡрынлап емерелә башлаған. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында ватылған обелиск, еме­релгән һәйкәлдәр менән тәрбиә­ләү мөмкин түгел икәнлеген яҡшы аңлай кешеләр. Әле ауылда берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Соколов ҡына йәшәй.
Әйткәндәй, был эш өсөн тото­нолған аҡсаның 10 проценты ауыл халҡы һәм бағыусыларҙан йыйылһа, ҡалғаны федераль ҡаҙнанан тулыландырылған.
Теләк булһа, эш тә уң була тигәндәй, Сиҙәм ауылы халҡы ла программаны дәррәү күтәреп ала. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры һәм Сиҙәм урта мәктәбенең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Әлфир Байғотлин үҙе үк инициатив төркөмдөң етәксеһе була. “Ауыл халҡы төрлө проблемаларҙы күтәреп сыҡһа ла, күпселек спорт майҙан­сығын төҙөкләндереүгә тауыш бирҙе. Мини-футбол уйнауға яраҡ­лаштырылған майҙан биге­рәк тә уҡыусылар өсөн уңай­лы буласаҡ, сөнки беҙҙең ауылда күр­ше ауылдарҙан килеп уҡыған балалар өсөн мәктәп яны интернаты бар. Шулай уҡ ауыл йәштә­ре лә, олораҡтар ҙа туп тибергә килә, күмәкләшеп футбол уйнарға яратабыҙ”, – ти Әлфир Рәфҡәт улы.
Беҙ булмаһаҡ, кем эшләр?Барлығы 430 меңдән ашыу һумлыҡ эш башҡарылған, әлегә тамамланмаған эштәр ҙә юҡ түгел. Көндәр бер аҙ йылытып, ер кибеү менән таҙартыу, төҙөк­ләндереү дауам ителәсәк. Шу­ныһы ҡыуаныслы: спорт май­ҙансығы ауылдағы эшселәр тарафынан төҙөлгән.
Изге башланғысты дауам итеп, Сиҙәм ауылы хакимиәте йәнә Иҫән­гилде ауылында урамдарҙы яҡ­тыр­тыу буйынса проект әҙерләгән.
Нисәмә йыл буйына урынынан ҡуҙғалмаған, хәл ителмәгән проб­лемалар, ниһайәт, аҡрынлап бул­һа ла тормошҡа ашырыла башланы. Иң мөһиме, бындай баш­лан­ғыстар халыҡ араһында хуп­лау тапты. Үрҙә миҫалға килте­релгәндәр тик бер Хәйбулла ра­йоны буйынса ауылдарҙа проект буйынса тормошҡа ашырыл­ғандарҙың бер нисәүһе генә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте

Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте 30.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында бейек йорттар Мәскәүгә йәки башҡа мегаполистарға ҡарағанда күберәк ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә 28.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә...

Тотош уҡырға 1

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана 26.01.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе....

Тотош уҡырға 1

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә 12.11.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 10

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара» 12.11.2025 // Иҡтисад

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа ......

Тотош уҡырға 21

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 17

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 50


Комментарий өҫтәргә