Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Башҡорт аттары буласаҡ
Башҡорт аттары буласаҡРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенә эш сәфәре барышында ҡайһы бер сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында булды.
Силәбелә ул өлкә губернаторы Борис Дубровский менән “Станкомаш” индустриаль паркын ҡарап сыҡты. “СП Конар-Чимолаи” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең берлектәге Рәсәй-Италия предприятиеһы биналар һәм ҡоролмалар өсөн күләмле һәм ҡатмарлы металл конструкциялар сығара. Тағы ла бер предприятие – “Конар” акционерҙар йәмғиәте нефть һәм газ тармағы өсөн детал­дәр, узелдар етештерә.
Рөстәм Зәки улы етештереү участкаларында продукция сығарыу техноло­гияһы, ҡора­малдар ассортименты менән танышты, персоналдың эш шарттарын баһаланы. Ул шулай уҡ “Рус электр двигател­дәре” акционерҙар йәмғиә­те­нең нефть сәнәғәте өсөн электр двигателдәре етештергән за­вод­тың төҙөлөш майҙансығын ҡарап сыҡты. Предприятие былтыр апрелдә төҙөлә баш­лаған. Уны 2018 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Силәбе өлкәһенә сәфәр барышында Башҡортостан Баш­лығы Кременкүл ҡа­са­ба­һын­дағы “Рифей” ат спорты комплек­сында булды. Ул 2009 йылда асыл­ған һәм 47 гектар майҙанды үҙ эсенә ала.
Рөстәм Хәмитов ат аҙбарын ҡараны, үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм тренерҙар менән аралашты. Улар әйтеүенсә, бындағы спортсылар төрлө ярыштарҙа, шул иҫәптән Өфөләге “Аҡ­бу­ҙат” ипподромында үткәрелгән сараларҙа йыш ҡатнаша. Рөс­тәм Зәки улы бында башҡорт аттарының етмәүенә иғтибар итте һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә