Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенә эш сәфәре барышында ҡайһы бер сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында булды.Силәбелә ул өлкә губернаторы Борис Дубровский менән “Станкомаш” индустриаль паркын ҡарап сыҡты. “СП Конар-Чимолаи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге Рәсәй-Италия предприятиеһы биналар һәм ҡоролмалар өсөн күләмле һәм ҡатмарлы металл конструкциялар сығара. Тағы ла бер предприятие – “Конар” акционерҙар йәмғиәте нефть һәм газ тармағы өсөн деталдәр, узелдар етештерә.
Рөстәм Зәки улы етештереү участкаларында продукция сығарыу технологияһы, ҡорамалдар ассортименты менән танышты, персоналдың эш шарттарын баһаланы. Ул шулай уҡ “Рус электр двигателдәре” акционерҙар йәмғиәтенең нефть сәнәғәте өсөн электр двигателдәре етештергән заводтың төҙөлөш майҙансығын ҡарап сыҡты. Предприятие былтыр апрелдә төҙөлә башлаған. Уны 2018 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Силәбе өлкәһенә сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Кременкүл ҡасабаһындағы “Рифей” ат спорты комплексында булды. Ул 2009 йылда асылған һәм 47 гектар майҙанды үҙ эсенә ала.
Рөстәм Хәмитов ат аҙбарын ҡараны, үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм тренерҙар менән аралашты. Улар әйтеүенсә, бындағы спортсылар төрлө ярыштарҙа, шул иҫәптән Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында үткәрелгән сараларҙа йыш ҡатнаша. Рөстәм Зәки улы бында башҡорт аттарының етмәүенә иғтибар итте һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.