Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Барлыҡ эсемлек тә ҡымыҙ түгел
Ҡымыҙҙың файҙаһы хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Мәҫәлән, ул организмда матдәләр алмашыныуын көйләй, нервы системаһын тыныс­ландыра, аҙыҡ эшкәртеү ағзаларын, тын алыу юлдарын, йөрәк-ҡан тамырҙарын дауалай, иммунитетты күтәрә, көс-ҡеүәтте арттыра. Ә бына ошо батырҙар эсемлеге республикала ниндәй күләмдә етештерелә? Йәнә был йүнәлештә хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр бар? Тап ошо хаҡта һүҙ барҙы “Йоматау” шифаханаһында үткән республика конференцияһында.
Бөгөн йылҡысылыҡ Рәсәйҙә традицион тармаҡ һаналһа ла, сәнәғәт күләмендә эшкәртелгән бейә һөтө эске ихтыяждың 15 процентын ғына ҡәнәғәтләндерә. Бөгөн илдең туберкулездан дауалау учреждениеларында йылына 20 мең тонна самаһы ҡымыҙ ҡулланыла. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Рәсәйҙә ошо уҡ күләмдә етештерелгән. Әле илдә 80-дән ашыу фермала ҡымыҙ әҙерләнеп, халыҡҡа тәҡдим ителә. Был продукция ихтыяждың 10 процентын ғына тәьмин итергә етә.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин билдәләүенсә, былтыр республикала бейә һөтө һауыу буйынса Баймаҡҡа тиңләшеүсе район булма­ған – бында 670 тонна ҡымыҙ етештерелгән. Был 2015 йыл менән сағыштырғанда 118 тоннаға күберәк. Төбәктә иң эре етеште­реүсе булараҡ дан алған “Толпар” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бер йылда 425 центнер ҡымыҙ бешеп, уның яртыһын Өфөләге ”Алтын даға” магазины, ҡалғанын Баймаҡ­тағы сауҙа нөктәләре аша һатҡан. “Пегас” йәмғиәте 290 центнерҙан ашыу ҡымыҙ етештереп, ике миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән. Бер литры уртаса 71 һум 52 тин тәшкил иткән. Әбйәлил уңғандары ла һынатмай – улар 653 тонна, ә бәләбәйҙәр 451 тонна шифалы эсемлекте сауҙаға сығарған.
Учалылар 149 тонна ҡымыҙ һатҡан. Улар үҙҙәренән артҡанын Силәбе өлкәһенә оҙата. Бында айырыуса “Юлдаш”, “Байрамғол агрофирмаһы”ның хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Әлшәйҙәрҙең эш һөҙөмтәһе йылдан-йыл арта бара. Улар 2016 йылда 3250 центнер ҡымыҙ әҙерләгән. Ейәнсура районы шулай уҡ ҡымыҙ бешеү буйынса алдынғы төбәктәрҙән иҫәпләнә. Бында шәхси эшҡыуар Нәфис Мәсәғүтов былтыр 150 центнер ҡымыҙ етештергән. Уңған уҙаман үҙенең продукцияһын халыҡҡа сауҙа селтәрҙәре аша еткерә.
Төньяҡ-көнсығыш төбәктәге Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы райондарында ҡымыҙ күләме был тирәләге шифахана-курорт учреждениелары ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Һөҙөмтәлә “Янғантау” шифахана­һына ҡымыҙҙы Өфөләге 119-сы йылҡы­сылыҡ заводынан ташыйҙар.
Үкенескә ҡаршы, был тармаҡҡа әллә ни иғтибар бирмәгән төбәктәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында бейә һауыу, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнмәйҙәр. Аҙмы-күпме мәшғүл булған Бишбүләк, Ҡалтасы районы хужалыҡтары ла былтыр эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Сарала бөгөн ҡымыҙ етештереү йүнә­лешендә эш алып барған етәкселәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, бары саф бейә һөтөнән эшләнгән тәбиғи эсемлек кенә ҡымыҙ тип аталырға тейеш. Юғиһә башҡа хайуандар һөтөнән етештерелгәнен дә йыш ҡына ҡымыҙ тип тәҡдим итеп, халыҡтың башын бутайҙар. Эсемлектең организмға шифаһы тейһен өсөн даими ҡулланыу кәрәк.
Бейә һөтө тиҙ боҙолоп бара. Тап шуға ла эсемлектең “ғүмерен оҙайтыу” йәһәтенән уны киптереү ысулы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн Ҡаҙағстан ошо алымды киң ҡуллана. Светлана Канарейкина белдере­үенсә, Рәсәйҙә бары Башҡортостандың “Йоматау” шифаханаһында ғына бейә һөтө киптерелә. Егерме йылдан ашыу хеҙмәт иткән ҡоролма көтмәгәндә сафтан сығыуы ихтимал. Уның уртаса хаҡы 30 миллион һум тора. Тап шуға ла уның замансаһын, ҡеүәтлерәген алыу кәрәк.
Йәнә бейә һөтөн ҡулланып етештерелгән аҙыҡ-түлектең төрөн арттырыу мөһим. Мәҫәлән, Германияла ошо юҫыҡта һәм биҙәнеү әйберҙәре менән 40-лаған продукция халыҡҡа тәҡдим ителә. Ҡаҙағстанда дәүләт ярҙамы менән эш йылдам бара.
Әле Башҡортостан аграр университетында бейә һөтөнән ризыҡ эшләү үҙенсәлектәре өйрәнелә. Әммә уның үҙенән генә әҙерләнгән аҙыҡтың тәме ҡырҡыу, икенсенән, ҡыйбатҡа төшә, һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа. Тап шуның өсөн дә һыйырҙыҡы менән ҡушыу нескәлеге үҙләштерелә. Һөҙөмтәлә ошо алым менән йогурт етештереүгә патент алынған. Уның ассортиментын арттырыу юлдары үҙләштерелә.
Бөгөн йылҡы ите етештереү ҙә – көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Әле республикала уны эшкәртеү менән шөғөлләнгән бер комбинат та юҡ. Ит башлыса аралашсылар аша сит өлкәләргә китә йәки эшҡыуарҙарҙың ҡеүәте әллә ни ҙур булмаған цехтарҙа ыҫлана. Йылҡы итенән эшләнгән колбаса һәм деликатес аҙыҡтарҙың башлыса ситтән килтерелеүе лә аптырата.
Конференцияла киләсәктә ҡымыҙҙың шифаһы хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү, уны һатыу йәһәтенән килеп тыуған проблемаларҙы кооперативтарға берләшеү юлы менән хәл итеү зарурлығы билдәләнде.


Автор: Венер ИСХАКОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә