Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » "Беҙҙең республика өсөн ҡыҙарырға тура килмәй"
Рөстәм Хәмитов: “Беҙҙең республика өсөн ҡыҙарырға тура килмәй”
"Беҙҙең республика өсөн ҡыҙарырға тура килмәй"Үткән йыл Башҡортостандың консолидацияланған ҡаҙнаһына 160 миллиард һумдан ашыу һалым һәм башҡа түләүҙәр килгән, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 11,4 процентҡа күберәк. Ошо күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында туғыҙынсы урынға күтәрелдек. Был һандар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың кисә булып үткән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышындағы телмәрендә яңғыраны.
– Иң тәүҙә мин республикабыҙ парламенты депутаттарына баш­ҡарма власть органдары менән тығыҙ һәм конструктив хеҙмәттәшлек иткәндәре, ҡануни башланғыстарҙы хуплағандары өсөн рәхмәт бел­дерәм, был бик мөһим, артабан да шулай булырға тейеш, – тине республика Башлығы үҙенең сығы­шында.
Былтырғы йыл республика ҡаҙ­наһы өсөн 10 миллиард һумлыҡ профицит менән тамамланды, йәғни килем сығымдарҙан артығыраҡ булды. Иҡтисади тотороҡлолоҡ йүнә­лешендәге эшмәкәрлек уртаса реаль эш хаҡының күтәрелә төшөүенә, эшһеҙлектең дөйөм кимәленең түбәнәйеүенә, үлем күрһәткесенең кәмеүенә килтерҙе.
Депутаттар алдында Хөкүмәттең былтырғы эшмәкәрлеге тураһындағы тулы отчет менән Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһаны. Көрсөккә ҡаршы планға ярашлы, уҙған йыл иҡтисадтың уңышлы үҫешен тәьмин итеүгә ҡаҙнанан 29 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның туғыҙ миллиарды социаль тото­роҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә былтыр 54 миллиард һум талап иткән 10 объект өҫтәлде, ул 2,5 мең яңы эш урыны булдырырға тейеш. Был исемлектә хәҙер 477 миллиард һум сығымды күҙ уңында тотҡан һәм 22 мең яңы эш урыны вәғәҙә иткән 71 проект бар. Сәнәғәт етештереүе күләме былтырғы йыл менән сағыштырғанда 0,5 процентҡа үҫеш бирер тип күҙаллана ине, ғәмәлдә ул 2,6 процентҡа юғарыраҡ булды. Ауыл хужалығының рентабеллек кимәле 11 процент булыр тип көтөлә ине, йыл йомғаҡтары был күрһәткесте 13,4 процент тип “төҙәтте”. Үткән йылда төбәктә 2 миллион 698,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, ул да уҙған йылдағынан күберәк.
Былтыр Башҡортостанда ха­лыҡтың тәбиғи артымы ла күҙәтелде – 3,3 мең кешегә күберәк булды. Медицина хеҙмәтләндереүен яҡ­шырта барыу һөҙөмтәһендә сабый­ҙар үлеме кәмене, уртаса ғүмер оҙайлығы 70 йәштән 71 йәшкә күтәрелде. Халыҡтың ярҙамға мохтаж ҡатламы буйынса өҫтәмә саралар күреү күп балалы ғаиләләргә бюджет ярҙамын алдағы йыл менән сағыштырғанда 6,2 процентҡа арттырҙы.
Республика Башлығының сығы­шында әйтелгәнсә, был һандар теҙмәһе тотош йәмәғәтселектең эшмәкәрлек һөҙөмтәһен асыҡ күрһәтеп тора, беҙ күрше төбәк­тәрҙән бер нимәлә лә ҡалышмайбыҙ, федераль кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ла республикабыҙ өсөн ҡыҙарырға тура килмәй.
Ултырыш аҙағында Рөстәм Хә­митов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Башҡортостан” гәзи­те­нең “Һеҙ үткән аҙналағы тура эфирҙа республиканан ситкә китеүселәрҙең артыуы, ҡайһы бер райондарҙа ха­лыҡтың 22 процентҡа саҡлы кәмеүе тураһында әйткәйне­геҙ, ләкин улар­ҙың иҡтисадын ауыл кешеләренән һөт йыйыуҙы ойоштороп ҡына яҡ­шыр­тып булмайҙыр бит, ә аҙмы-күп­ме эш урындары бирерлек предприятиелар асырға муниципаль властың хәленән килмәй. Урында ни­мә эшләй алалар?” тигән һорауы­на Рөстәм Зәки улы шулай тип яуап бирҙе:
– Был – бик мөһим һәм ҡатмарлы тема. Беҙ бөтә донъяла көсәйә барған урбанизация күренешенә ҡаршы тора алмайбыҙ. Ошо процесс Көнбайышта ауыл халҡының өлөшөн 10-15 процентҡаса ғына ҡалдырҙы, ә беҙҙең республикала ул 40 процент тәшкил итә. Тимәк, Башҡортостанда ла был күренеш тәбиғи. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡын яһалма рәүеш­тә кәметәһе килмәй. Район хаки­миәттәре башлыҡтарына “Эш урындарын арттырығыҙ!” тип даими әйтеп торабыҙ. Бер үк ваҡытта ауылда ла ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар булды­рылырға тейеш. Яҡын килә­сәктә предприятиелар асыу мөм­кинлеге булмаһа, муниципалитет етәкселеге бизнесты, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарлыҡты үҫте­рергә бурыслы.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә