Рөстәм Хәмитов: “Беҙҙең республика өсөн ҡыҙарырға тура килмәй”Үткән йыл Башҡортостандың консолидацияланған ҡаҙнаһына 160 миллиард һумдан ашыу һалым һәм башҡа түләүҙәр килгән, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 11,4 процентҡа күберәк. Ошо күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында туғыҙынсы урынға күтәрелдек. Был һандар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың кисә булып үткән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышындағы телмәрендә яңғыраны.– Иң тәүҙә мин республикабыҙ парламенты депутаттарына башҡарма власть органдары менән тығыҙ һәм конструктив хеҙмәттәшлек иткәндәре, ҡануни башланғыстарҙы хуплағандары өсөн рәхмәт белдерәм, был бик мөһим, артабан да шулай булырға тейеш, – тине республика Башлығы үҙенең сығышында.
Былтырғы йыл республика ҡаҙнаһы өсөн 10 миллиард һумлыҡ профицит менән тамамланды, йәғни килем сығымдарҙан артығыраҡ булды. Иҡтисади тотороҡлолоҡ йүнәлешендәге эшмәкәрлек уртаса реаль эш хаҡының күтәрелә төшөүенә, эшһеҙлектең дөйөм кимәленең түбәнәйеүенә, үлем күрһәткесенең кәмеүенә килтерҙе.
Депутаттар алдында Хөкүмәттең былтырғы эшмәкәрлеге тураһындағы тулы отчет менән Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһаны. Көрсөккә ҡаршы планға ярашлы, уҙған йыл иҡтисадтың уңышлы үҫешен тәьмин итеүгә ҡаҙнанан 29 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның туғыҙ миллиарды социаль тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә былтыр 54 миллиард һум талап иткән 10 объект өҫтәлде, ул 2,5 мең яңы эш урыны булдырырға тейеш. Был исемлектә хәҙер 477 миллиард һум сығымды күҙ уңында тотҡан һәм 22 мең яңы эш урыны вәғәҙә иткән 71 проект бар. Сәнәғәт етештереүе күләме былтырғы йыл менән сағыштырғанда 0,5 процентҡа үҫеш бирер тип күҙаллана ине, ғәмәлдә ул 2,6 процентҡа юғарыраҡ булды. Ауыл хужалығының рентабеллек кимәле 11 процент булыр тип көтөлә ине, йыл йомғаҡтары был күрһәткесте 13,4 процент тип “төҙәтте”. Үткән йылда төбәктә 2 миллион 698,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, ул да уҙған йылдағынан күберәк.
Былтыр Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи артымы ла күҙәтелде – 3,3 мең кешегә күберәк булды. Медицина хеҙмәтләндереүен яҡшырта барыу һөҙөмтәһендә сабыйҙар үлеме кәмене, уртаса ғүмер оҙайлығы 70 йәштән 71 йәшкә күтәрелде. Халыҡтың ярҙамға мохтаж ҡатламы буйынса өҫтәмә саралар күреү күп балалы ғаиләләргә бюджет ярҙамын алдағы йыл менән сағыштырғанда 6,2 процентҡа арттырҙы.
Республика Башлығының сығышында әйтелгәнсә, был һандар теҙмәһе тотош йәмәғәтселектең эшмәкәрлек һөҙөмтәһен асыҡ күрһәтеп тора, беҙ күрше төбәктәрҙән бер нимәлә лә ҡалышмайбыҙ, федераль кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ла республикабыҙ өсөн ҡыҙарырға тура килмәй.
Ултырыш аҙағында Рөстәм Хәмитов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Башҡортостан” гәзитенең “Һеҙ үткән аҙналағы тура эфирҙа республиканан ситкә китеүселәрҙең артыуы, ҡайһы бер райондарҙа халыҡтың 22 процентҡа саҡлы кәмеүе тураһында әйткәйнегеҙ, ләкин уларҙың иҡтисадын ауыл кешеләренән һөт йыйыуҙы ойоштороп ҡына яҡшыртып булмайҙыр бит, ә аҙмы-күпме эш урындары бирерлек предприятиелар асырға муниципаль властың хәленән килмәй. Урында нимә эшләй алалар?” тигән һорауына Рөстәм Зәки улы шулай тип яуап бирҙе:
– Был – бик мөһим һәм ҡатмарлы тема. Беҙ бөтә донъяла көсәйә барған урбанизация күренешенә ҡаршы тора алмайбыҙ. Ошо процесс Көнбайышта ауыл халҡының өлөшөн 10-15 процентҡаса ғына ҡалдырҙы, ә беҙҙең республикала ул 40 процент тәшкил итә. Тимәк, Башҡортостанда ла был күренеш тәбиғи. Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡын яһалма рәүештә кәметәһе килмәй. Район хакимиәттәре башлыҡтарына “Эш урындарын арттырығыҙ!” тип даими әйтеп торабыҙ. Бер үк ваҡытта ауылда ла ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар булдырылырға тейеш. Яҡын киләсәктә предприятиелар асыу мөмкинлеге булмаһа, муниципалитет етәкселеге бизнесты, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтерергә бурыслы.