Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Сәсеү-2012”: башланыҡмы?
Тиҙҙән республикала сәсеү башлана. Ваҡыт бик аҙ ҡалды.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса штабы күп мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү өсөн аҙна һайын ултырыштарға йыйыла. Уның күсмә зона ултырыштары, кәңәшмәләр булды. Уларҙа быйылғы сәсеүҙең үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде. Ҡыҙыу мәл етә. Календарҙа апрель башы булыуға ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары өсөн һәр сәғәт ҡәҙерле.
— Эште ҡасан башлайбыҙ? — тигән һорау бирәм республика Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мелиорация технологиялары бүлеге начальнигы Артур Ноғомановҡа.
— Күҙаллауҙар буйынса баҫыуҙарҙа эш 25-26 апрелдә башланырға тейеш. Май байрамдарынан һуң сәсеү тулы көскә башланасаҡ. Эштәр яйлы барһа, иген культуралары һәм бер йыллыҡ үлән сәсеүҙе 17 көн эсендә тамамлаясаҡбыҙ.
— Быйылғы эш күләме ҙурмы?
— Ғәйәт ҙур. 1 миллион 390 мең гектар майҙанда яҙғы иген культураларын сәсәсәкбеҙ. Былтырғы менән сағыштырғанда, 21 процентҡа күберәк. Дөйөм сәсеүлек майҙаны 3 миллион 242 мең гектар (былтырғыға ҡарағанда 137 мең гектарға күберәк) тәшкил итә.
— Быйыл ниндәй ауыл хужалығы культураларына өҫтөнлөк бирелә? Ауыл халҡының баҙар конъюнктураһын иҫәпкә алыуы, һорау менән файҙаланған культураларҙы сәсеүе сер түгел.
— Бындай фекер менән бигүк килешеп етмәйем. Ауыл халҡы табыш алыу хаҡында ғына уйламай. Иң мөһим бурыс — һәр өҫтәлдә икмәк булһын. Шулай ҙа сәсеү структураһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерҙек. Ҡуҙаҡлы, ярма культуралары, рапс, кукуруз, етен майҙандарын арттырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта көнбағыш майҙандарын кәметеү күҙаллана.
— Орлоҡҡа бәйле мәсьәлә хәл ителдеме?
— 301 мең тонна орлоҡ тупланыҡ. Етерлек күләмдә. Уның 97 процентын кондициялы орлоҡ тәшкил итә. Сәсеү материалына бәйле ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ, тип ышанам.
— Ужым культуралары сәсеүлектәре ҡарҙың аҙ булыуы, ҡаты һыуыҡтар арҡаһында һәләк булған, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
— Был дөрөҫ түгел. Ужым культураларының 82 проценты яҡшы хәлдә. 18 проценттың һәләк булыуын беҙҙәге ҡыш өсөн ғәҙәти күренеш тип иҫәпләргә мөмкин. Беҙҙә страховка фондында ла орлоҡ етерлек.
— Республикала ҡоролоҡ хәүефе бармы, яҡшы уңыш алыу өсөн тупраҡта дым етерлекме?
— Барыһы ла Хоҙай Тәғәлә ихтыярында. Әммә, белгестәр фаразлауынса, үҫемлектәр өсөн тупраҡта дым етерлек тупланған. Мәҫәлән, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында дым — 120 процент. Әлегәсә булмаған күрһәткес. Һуңғы көндәрҙә көслө ҡар, ямғыр яуыуы ла дәрт өҫтәне. Йәй ҡоро, эҫе булһа ла, 2010 йылғы хәл ҡабатланмаясаҡ. Игенде үҫтерергә тейешбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ.
— Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған тағы ла бер мәсьәлә: яғыулыҡҡа бәйле эштәр нисек? Нефть компаниялары ауыл халҡына көтөлмәгән “бүләк” яһамаҫмы? Яғыулыҡҡа хаҡтың артыуы хаҡында һүҙ күп йөрөй.
— Билдәле булыуынса, март башында республика Хөкүмәте “Башнефть” һәм “Башкирнефтепродукт” йәмғиәттәре менән нефть продукттарын арзан хаҡҡа һатыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Владимир Владимирович Путиндың Өфөлә үткән агрофорумда әйткән һүҙҙәре барыһына ла мәғлүмдер, тип уйлайым. Март—июнь айҙарында республика аграрийҙарына 48,66 мең тонна дизель яғыулығы (1 тоннаһы — 20,44 мең һум), шулай уҡ 2 мең тонна бензин (20,3 мең һум) бүленә. Хаҡты арзанайтҡан өсөн нефтселәргә рәхмәт, әлбиттә. Шулай ҙа дизель яғыулығына бик күп аҡса китә. Быйыл яҙ ауыл халҡы яғыулыҡ-майлау материалдарына ғына 1,2 миллиард һум аҡса тотонасаҡ. Был аҙ түгел.
— Һуңғы һорау техниканың сәсеүгә әҙерлегенә ҡағыла.
— Яҙғы баҫыу эштәрендә 14 меңгә яҡын трактор ҡатнашасаҡ. Һеҙ быны күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Минеңсә, агрегаттарҙы һөҙөмтәле файҙаланғанда сәсеүҙе ваҡытында тамамлаясаҡбыҙ. 10 апрелгә барлыҡ техника әҙер булырға тейеш тигән бурыс ҡуйылды.
Быйылғы сәсеүҙең дөйөм хаҡына килгәндә, сығымдар 4 миллиард һумдан ашып китәсәк. Күп кенә хужалыҡтарҙың аҡсаһы етмәй, әлбиттә. Кредит ресурстарын файҙаланырға тура киләсәк. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары банктарҙан 1 миллиард 40 миллион һумлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы кредит алған. Банктар игенселәр өсөн һәр саҡ “аңлашыуға барырбыҙ” тип ышандыра.
— Быйылғы уңышты нисек күҙаллайһығыҙ?
— Был һорауға “Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта” тип яуаплар инем. Шулай ҙа крәҫтиән һәр саҡ яҡшы уңышҡа өмөт бағлай.
Владимир МАЗИН әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә