Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бер ҡатлылыҡ бәләһе
Бер ҡатлылыҡ бәләһе Республика Хөкүмәтендә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеп финансланған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьә­ләләренә арналған кәңәшмә үткәрелде. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов билдәләүенсә, был категорияға ҡараған 23 объект файҙаланыуға тапшырылмаған, уларҙы финанслауға өс меңдән ашыу граждан өлөшләтә ҡатнашыусы сифатында йәлеп ителгән. Араларында күп аҡсаһын юғалтҡан, торлаҡһыҙ ҡалғандар байтаҡ.
Был ауыр проблеманың барлыҡҡа килеүе күпселек осраҡта төҙөлөш ойошмаларының иҡтисади планлаштырыу өлкәһендәге етди хаталарына бәйле. Һөҙөмтәлә финанслау етешмәү сәбәпле эшмәкәрлек туҡталып ҡала, клиенттар зыян күрә. Күп осраҡта проблема төҙөүселәрҙең 2004 йылдың 30 декаб­рендә ҡабул ителгән “Төҙөлөштә өлөш­ләтә ҡатнашыу тураһындағы” 214-се Федераль закон талаптарын боҙоуға бәйле. Һәм, ниһайәт, иң ауыры – уларҙың алдан уйланылған енәйәти эштәргә барыуы. Бында схемалар төрлөсә булыуы ихтимал, әммә улар барыһы ла клиенттарҙың бер ҡатлылығына иҫәп тотоп, күсемһеҙ милек менән операцияларҙы Дәүләт теркәүе федераль хеҙмәтендә теркәмә­йенсә, аҡса йыйыуҙан ғибәрәт һәм ғәмәлдә ҡәҙимге финанс пирамидаларынан һис айырылмай.
214-се Федераль закондағы етешһеҙ­лектәрҙе иҫәпкә алып, унда төҙәтмәләр индерелде. Мәҫәлән, төҙөлөш ойошмаһы яңы объектҡа тотонор алдынан ундағы барлыҡ эште башҡарып сығыуға етерлек компенсация фонды тупларға тейеш, ә граждандарҙың йәлеп ителгән аҡсаһы махсус иҫәпкә күсә һәм уларҙы йорт файҙаланыуға тапшырылғас ҡына төҙөлөш ойошмаһы иҫәбенә күсерергә мөмкин буласаҡ.
Рәсәй Төҙөлөш министрлығы мәғлү­мәттәренә ярашлы, илдә торлаҡ төҙөлө­шөн финанслауға йәлеп ителеп алданған граждандар һаны 39 900-гә еткән. Бөтәһе проблемалы 745 йорт иҫәпләнә, уларҙың 500-ҙән күберәге – ташландыҡ хәлдә.
Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Александр Сидякин мәғлүмәттәрендә алданған граждандар һаны 100 меңдән ашыу, проблемалы йорттар һаны 900-гә яҡын тип күрһәтелә. Ә төҙөлөштө финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашып алданған граждан­дарҙы яҡлау буйынса эшсе төркөм етәксеһе Александр Хинштейн туплаған исемлектә зыян күргән 97 мең кеше һәм 814 проблемалы объект теркәлгән. Уның фекеренсә, Дәүләт Думаһы, ҡанун сығарыусы власть тармағы булараҡ, граждандарға зыян килтереүгә юл асҡан закондарҙы үткәрмәҫкә, ә элегерәк ҡабул ителгәндәрен ғәмәлдән сығарыу йәки үҙгәртеү өсөн бөтәһен дә эшләргә тейеш. Ошо йәһәттән күп бәләле 214-се Федераль закон йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә ҡала.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә