Республика Хөкүмәтендә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеп финансланған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрелде. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов билдәләүенсә, был категорияға ҡараған 23 объект файҙаланыуға тапшырылмаған, уларҙы финанслауға өс меңдән ашыу граждан өлөшләтә ҡатнашыусы сифатында йәлеп ителгән. Араларында күп аҡсаһын юғалтҡан, торлаҡһыҙ ҡалғандар байтаҡ.Был ауыр проблеманың барлыҡҡа килеүе күпселек осраҡта төҙөлөш ойошмаларының иҡтисади планлаштырыу өлкәһендәге етди хаталарына бәйле. Һөҙөмтәлә финанслау етешмәү сәбәпле эшмәкәрлек туҡталып ҡала, клиенттар зыян күрә. Күп осраҡта проблема төҙөүселәрҙең 2004 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы” 214-се Федераль закон талаптарын боҙоуға бәйле. Һәм, ниһайәт, иң ауыры – уларҙың алдан уйланылған енәйәти эштәргә барыуы. Бында схемалар төрлөсә булыуы ихтимал, әммә улар барыһы ла клиенттарҙың бер ҡатлылығына иҫәп тотоп, күсемһеҙ милек менән операцияларҙы Дәүләт теркәүе федераль хеҙмәтендә теркәмәйенсә, аҡса йыйыуҙан ғибәрәт һәм ғәмәлдә ҡәҙимге финанс пирамидаларынан һис айырылмай.
214-се Федераль закондағы етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, унда төҙәтмәләр индерелде. Мәҫәлән, төҙөлөш ойошмаһы яңы объектҡа тотонор алдынан ундағы барлыҡ эште башҡарып сығыуға етерлек компенсация фонды тупларға тейеш, ә граждандарҙың йәлеп ителгән аҡсаһы махсус иҫәпкә күсә һәм уларҙы йорт файҙаланыуға тапшырылғас ҡына төҙөлөш ойошмаһы иҫәбенә күсерергә мөмкин буласаҡ.
Рәсәй Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә торлаҡ төҙөлөшөн финанслауға йәлеп ителеп алданған граждандар һаны 39 900-гә еткән. Бөтәһе проблемалы 745 йорт иҫәпләнә, уларҙың 500-ҙән күберәге – ташландыҡ хәлдә.
Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Александр Сидякин мәғлүмәттәрендә алданған граждандар һаны 100 меңдән ашыу, проблемалы йорттар һаны 900-гә яҡын тип күрһәтелә. Ә төҙөлөштө финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашып алданған граждандарҙы яҡлау буйынса эшсе төркөм етәксеһе Александр Хинштейн туплаған исемлектә зыян күргән 97 мең кеше һәм 814 проблемалы объект теркәлгән. Уның фекеренсә, Дәүләт Думаһы, ҡанун сығарыусы власть тармағы булараҡ, граждандарға зыян килтереүгә юл асҡан закондарҙы үткәрмәҫкә, ә элегерәк ҡабул ителгәндәрен ғәмәлдән сығарыу йәки үҙгәртеү өсөн бөтәһен дә эшләргә тейеш. Ошо йәһәттән күп бәләле 214-се Федераль закон йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә ҡала.