Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сит илдекенән кәм түгел
Сит илдекенән кәм түгел “БашАгроМаш” акционерҙар йәмғиәтен Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә агросәнәғәт тармағы өсөн машиналар етештереүсе предприятие булараҡ беләләр. Бында тупраҡ эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн техника етештерелә.
Ойошма 1930 йылда Стәр­летамаҡ МТС-ы булараҡ бар­лыҡҡа килгән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Помряскино ауылында урынлашҡан. 1958 йылда МТС Стәрлетамаҡ ҡалаһына күскән, 1985 йылдан Стәрлетамаҡ ремонт-техник предприятиеһына әүерелгән. 2000 йылдарға тиклем бында төрлө маркалы трактор­ҙарҙы ремонтлайҙар.
2003 йылда предприятие базаһында “Стәрлетамаҡ агротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола. Белгестәр, агросәнәғәт өлкәһендәге ихтыяжды өйрәнгәндән һуң, заман талаптарына ярашлы, импорт техникаһынан бер ни менән дә ҡалышмаған сифатлы, уңайлы, ҡеүәтле һәм шул уҡ ваҡытта хаҡы ла арзаныраҡ транспорт саралары һәм агрегаттар етештереүгә йүнәлеш алырға ниәтләй. Әлбиттә, был проблеманы хәл итеү предприятиены тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы һәм техник йәһәттән яңыртыуҙы талап итә.
Сит илдекенән кәм түгел2016 йылдан предприятие “БашАгроМаш” акционерҙар йәмғиәте булараҡ билдәле. “Сулпан” сауҙа маркаһын теркәгәндәр. Хәҙер ошондай логотиплы “КС-100” үҙйөрөшлө сапҡысы, “Нью Холланд”, “Клаас”, “Челенджер”, “Мак Дон” һәм башҡа комбайндарҙың иген урғыстарын йөрөтөү өсөн арбалар, “ТПТ-14” һәм “ТПТ-20” пресланған рулондарҙы йыйып-ташыусы транспорт, пружиналы, дискылы тырмалар, фронталь тейәгестәр, тәрән йомшартҡыстар һәм башҡа агрегаттар республи­каның ғына түгел, Рәсәй баҫыу­ҙарын да иңләй.
Предприятие бының менән генә сикләнмәй, ә техник ассортиментты киңәйтеү яғында. Бының өсөн агросәнәғәт тармағындағы ихтыяж өйрәнелә, ҡорамалдар заман талаптарына ярашлы камиллаштырыла. Мәҫәлән, күптән түгел транспортерлы яҫма яһаусы урғыс, төрлө тракторҙар өсөн чизелле һабандар, “ТПТ-20” яңыр­тылған конструкциялы, рулон­дарҙы преслаусы йыйып-ташыусы транспорт, сылбырлы, ротациялы тырмалар етештерә башлағандар. Унан тыш, предприятиела сәнәғәт ҡоролмаларын ташыу, монтажлау өсөн ярым прицептар, стандартҡа ярашлы булмаған ҡоролмалар, сүместәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ та эш­ләйҙәр, шулай уҡ ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау һәм яңыртыу менән шөғөл­ләнәләр. Ассортимент бик киң, уны предприятиеның сайтында та­бырға мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы: үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар сит илдән килтерелгән шундай уҡ агрегат­тарҙан һис ҡалышмай, сифатлы сеймалдан яһала, заман талаптарына яуап биргән экономиялы көс агрегаттарында йыйыла, гидроүткәргестәр, электр, гидроидара системалары менән йыһазландырылған. Агрегат­тарҙың техник ябайлығы, ҡоролма өлөштәренең Рәсәй предприятиеларында етештерелеүе техниканы ҡулланыуҙы, ремонтлауҙы, хеҙ­мәт­­ләндереүҙе күпкә арзаныраҡ итә.
Сит илдекенән кәм түгел“БашАгроМаш” тауарҙары йыл һайын республика һәм Рәсәй кимәлендә ойошторолған махсус­лаштырылған күргәҙ­мәләрҙә ҡатнаша, юғары сифатлы тауар­ҙар диплом-грамоталар менән билдәләнә.
Предприятие етәксеһе, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Рәйес улы Баһауетдинов әйте­үенсә, предприятиела йөҙгә яҡын хеҙмәткәр бар, уларҙың эш шарттары уңайлы, нормаларға ярашлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә. Предприятиела медпункт, ашхана, ял һәм аш бүлмәләре, санитар-көнкүреш урындары булды­рыл­ған. Тотороҡло эш хаҡы түләнә, социаль гарантиялар мотлаҡ.
– Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, предприятие етәксеһенең етештереү буйынса урынбаҫары Михаил Кудряшов, баш конструктор Ирек Шәйәхмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, слесарь Виктор Степанцев, токарь Марат Вәлиев, мастер Николай Почанин, сервис буйынса мастер Рузил Ғәҙелшин – предприя­тие­быҙҙың тотҡаһы булған кешеләр, уларҙың фиҙакәр хеҙмәте йәмғиә­тебеҙҙең бөгөнгөһөн һәм килә­сәген билдәләй, – ти Рәмил Рәйес улы.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә