“БашАгроМаш” акционерҙар йәмғиәтен Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә агросәнәғәт тармағы өсөн машиналар етештереүсе предприятие булараҡ беләләр. Бында тупраҡ эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн техника етештерелә. Ойошма 1930 йылда Стәрлетамаҡ МТС-ы булараҡ барлыҡҡа килгән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Помряскино ауылында урынлашҡан. 1958 йылда МТС Стәрлетамаҡ ҡалаһына күскән, 1985 йылдан Стәрлетамаҡ ремонт-техник предприятиеһына әүерелгән. 2000 йылдарға тиклем бында төрлө маркалы тракторҙарҙы ремонтлайҙар.
2003 йылда предприятие базаһында “Стәрлетамаҡ агротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола. Белгестәр, агросәнәғәт өлкәһендәге ихтыяжды өйрәнгәндән һуң, заман талаптарына ярашлы, импорт техникаһынан бер ни менән дә ҡалышмаған сифатлы, уңайлы, ҡеүәтле һәм шул уҡ ваҡытта хаҡы ла арзаныраҡ транспорт саралары һәм агрегаттар етештереүгә йүнәлеш алырға ниәтләй. Әлбиттә, был проблеманы хәл итеү предприятиены тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы һәм техник йәһәттән яңыртыуҙы талап итә.
2016 йылдан предприятие “БашАгроМаш” акционерҙар йәмғиәте булараҡ билдәле. “Сулпан” сауҙа маркаһын теркәгәндәр. Хәҙер ошондай логотиплы “КС-100” үҙйөрөшлө сапҡысы, “Нью Холланд”, “Клаас”, “Челенджер”, “Мак Дон” һәм башҡа комбайндарҙың иген урғыстарын йөрөтөү өсөн арбалар, “ТПТ-14” һәм “ТПТ-20” пресланған рулондарҙы йыйып-ташыусы транспорт, пружиналы, дискылы тырмалар, фронталь тейәгестәр, тәрән йомшартҡыстар һәм башҡа агрегаттар республиканың ғына түгел, Рәсәй баҫыуҙарын да иңләй.
Предприятие бының менән генә сикләнмәй, ә техник ассортиментты киңәйтеү яғында. Бының өсөн агросәнәғәт тармағындағы ихтыяж өйрәнелә, ҡорамалдар заман талаптарына ярашлы камиллаштырыла. Мәҫәлән, күптән түгел транспортерлы яҫма яһаусы урғыс, төрлө тракторҙар өсөн чизелле һабандар, “ТПТ-20” яңыртылған конструкциялы, рулондарҙы преслаусы йыйып-ташыусы транспорт, сылбырлы, ротациялы тырмалар етештерә башлағандар. Унан тыш, предприятиела сәнәғәт ҡоролмаларын ташыу, монтажлау өсөн ярым прицептар, стандартҡа ярашлы булмаған ҡоролмалар, сүместәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ та эшләйҙәр, шулай уҡ ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау һәм яңыртыу менән шөғөлләнәләр. Ассортимент бик киң, уны предприятиеның сайтында табырға мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы: үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар сит илдән килтерелгән шундай уҡ агрегаттарҙан һис ҡалышмай, сифатлы сеймалдан яһала, заман талаптарына яуап биргән экономиялы көс агрегаттарында йыйыла, гидроүткәргестәр, электр, гидроидара системалары менән йыһазландырылған. Агрегаттарҙың техник ябайлығы, ҡоролма өлөштәренең Рәсәй предприятиеларында етештерелеүе техниканы ҡулланыуҙы, ремонтлауҙы, хеҙмәтләндереүҙе күпкә арзаныраҡ итә.
“БашАгроМаш” тауарҙары йыл һайын республика һәм Рәсәй кимәлендә ойошторолған махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, юғары сифатлы тауарҙар диплом-грамоталар менән билдәләнә.
Предприятие етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Рәйес улы Баһауетдинов әйтеүенсә, предприятиела йөҙгә яҡын хеҙмәткәр бар, уларҙың эш шарттары уңайлы, нормаларға ярашлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә. Предприятиела медпункт, ашхана, ял һәм аш бүлмәләре, санитар-көнкүреш урындары булдырылған. Тотороҡло эш хаҡы түләнә, социаль гарантиялар мотлаҡ.
– Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, предприятие етәксеһенең етештереү буйынса урынбаҫары Михаил Кудряшов, баш конструктор Ирек Шәйәхмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, слесарь Виктор Степанцев, токарь Марат Вәлиев, мастер Николай Почанин, сервис буйынса мастер Рузил Ғәҙелшин – предприятиебыҙҙың тотҡаһы булған кешеләр, уларҙың фиҙакәр хеҙмәте йәмғиәтебеҙҙең бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләй, – ти Рәмил Рәйес улы.