Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ипотека илата, алдата һәм йыуата
Берләшкән кредит бюроһы (ОКБ) таратҡан һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы былтыр бирелгән кредиттар күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында 6-сы урынға сыҡҡан. Республика граждандарына бирелгән 1 миллион 80 мең кредиттың күләме 108 миллиард 800 миллион һум тәшкил итә.


Автокредиттар буйынса Башҡорт­остан илдә 5-се урында, 12100 кре­диттың күләме 6 миллиард 600 миллион һумға еткән.
Ипотека буйынса тулыраҡ мәғ­лүмәттәрҙе ОКБ яҡын киләсәктә бирәсәк, әлегә был төр кредиттарҙың яҡынса дөйөм күләме генә билдәле, һәм ул ил буйынса 1,5 триллион һум тәшкил иткән. Ипотека өлкәһендә ағымдағы йылда ла көсөргәнешле хәл һаҡланасаҡ, һәм ул иң тәүҙә кредит ставкаларының юғарылығына бәйле тип иҫәпләнә.
Торлаҡ ипотекаһын кредитлау агентлығы генераль директоры Александр Плутниктың күрһәтеүенсә, ипотека кредиты ставкаларын кәметеү өсөн иң тәүҙә Үҙәк банк ставкаһын түбәнәйтеү талап ителә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк ставкаһы һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр күтәрелеп, 17 процентҡа еткерелде; бер юлы эмиссия сикләнеп, әйләнештәге аҡса массаһының ҡырҡа кәмеүенә килтер­ҙе. Ставкалар юғары булыу сәбәпле, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың 80 проценты ипотека кредиты алырлыҡ хәлдә түгел, тип иҫәпләй Александр Плутник.
Үҙәк банк яңыраҡ, 3 февралдә, ниһайәт, үҙ ставкаһын ун процентҡа тиклем төшөрҙө. Әммә был аҙым ғына аҙ, сөнки Президент В.В. Путин 2012 йылғы һайлау алды кампанияһы барышында уҡ ипотека кредиты ставкаларын алты процент кимәлендә сикләү мәсьәләһен ҡуйғайны, ләкин кредит ставкаһы Үҙәк банк ставка­һынан түбәнерәк була алмай. Кредит шарттарын еңеләйтеү өсөн йә ставкаларҙы кәметеү, йә субсидиялар кәрәк. Дәүләт субсидиялары, мәҫәлән, быға тиклем бюджет хеҙмәткәрҙәренә – уҡытыусыларға, медиктарға, йәш ғалимдарға һәм башҡа айырым категорияларға ҡараған белгестәргә бүленде. Тик был ваҡытлыса сараның да үҙ сиктәре бар.
1 февралдә Президент В.В. Путин үткәргән кәңәшмәлә вице-премьер Игорь Шувалов, 2017 йыл бюджеты дефицитына һылтанып, байтаҡ социаль программаларҙы, шул иҫәптән бюджет хеҙмәткәрҙәренә социаль ипотека буйынса бирелгән субсидиялар программаһын туҡтатыу тура­һында белдерҙе. Был финанс органдары етәкселәре өсөн етди сигнал булды, һөҙөмтәлә Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина ашығыс рәүештә – 3 февралдән, ә Һаҡлыҡ банкы (Сбербанк) етәксеһе Герман Греф 20 февралдән үҙ ставкаларын ҡырҡа кәметеү тураһында әйтте. Хәҙер Үҙәк банк ставкаһы 10 процент, ә Һаҡлыҡ банкы ставкаһы яңы төҙөлгән торлаҡ өсөн ипотека буйынса 10,9 процент, ә элек төҙөлгәне өсөн (икенсел торлаҡ) 10,75 – 12,25 процент тәшкил итәсәк.
Ипотека өлкәһендәге көсөргәнеш­лекте кәметеү маҡсатында Дәүләт Думаһы төҙөлөш һаҡлыҡ кассалары тураһындағы закон проектын тикшерә. Көнбайыш илдәрендә киң ҡулла­нылған практикаға ярашлы, клиент махсус кассала торлаҡ хаҡының 50 процент самаһын туплағас, уға иң түбән ставкалы ипотека кредиты бирелә. Әммә, белгестәр раҫлауынса, бөгөнгө Рәсәй ысынбарлығы шарттарында был инициатива ҡәҙимге криминаль финанс пирамидалары барлыҡҡа килеүе менән хәүефле.
Хөкүмәттә лә ипотеканы субси­диялауҙың төрлө варианттары тикше­релә. Мәҫәлән, Рәсәй тимер юлдары (РЖД) компанияһы тәжрибәһе иғти­барға лайыҡ. Тимер юлсылар йәш белгестәргә ипотеканы 2 – 4,5 процент ставкаһы менән тәҡдим итә. Уларҙа айлыҡ түләүҙәр белгестең эш хаҡының 40 процентынан артмаҫҡа тейеш.
Киләсәктә ипотека системаһын үҫтереү өсөн ауыр финанс хәлендә ҡалған, алданып, торлаҡтарын юғалт­ҡан, банкрот тип танылған һәм башҡа категория клиенттар өсөн кредит амнистияһы, бурыстарға реструктуризация үткәреү кеүек мәсьәләләрҙе лә иғтибар үҙәгендә тотоу кәрәк. Әлегә ул категория менән етди шөғөлләнгән структуралар юҡ, клиенттарҙың хоҡуҡ­тарын боҙоу осраҡтары кәмемәй. Тимәк, ипотека системаһы тирәһен­дәге социаль көсөргәнешлекте кәметеү өсөн был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең эффектлыраҡ ысулдары талап ителә.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә