Ипотека илата, алдата һәм йыуата27.03.2017
Берләшкән кредит бюроһы (ОКБ) таратҡан һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы былтыр бирелгән кредиттар күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында 6-сы урынға сыҡҡан. Республика граждандарына бирелгән 1 миллион 80 мең кредиттың күләме 108 миллиард 800 миллион һум тәшкил итә.
Автокредиттар буйынса Башҡортостан илдә 5-се урында, 12100 кредиттың күләме 6 миллиард 600 миллион һумға еткән.
Ипотека буйынса тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе ОКБ яҡын киләсәктә бирәсәк, әлегә был төр кредиттарҙың яҡынса дөйөм күләме генә билдәле, һәм ул ил буйынса 1,5 триллион һум тәшкил иткән. Ипотека өлкәһендә ағымдағы йылда ла көсөргәнешле хәл һаҡланасаҡ, һәм ул иң тәүҙә кредит ставкаларының юғарылығына бәйле тип иҫәпләнә.
Торлаҡ ипотекаһын кредитлау агентлығы генераль директоры Александр Плутниктың күрһәтеүенсә, ипотека кредиты ставкаларын кәметеү өсөн иң тәүҙә Үҙәк банк ставкаһын түбәнәйтеү талап ителә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк ставкаһы һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр күтәрелеп, 17 процентҡа еткерелде; бер юлы эмиссия сикләнеп, әйләнештәге аҡса массаһының ҡырҡа кәмеүенә килтерҙе. Ставкалар юғары булыу сәбәпле, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың 80 проценты ипотека кредиты алырлыҡ хәлдә түгел, тип иҫәпләй Александр Плутник.
Үҙәк банк яңыраҡ, 3 февралдә, ниһайәт, үҙ ставкаһын ун процентҡа тиклем төшөрҙө. Әммә был аҙым ғына аҙ, сөнки Президент В.В. Путин 2012 йылғы һайлау алды кампанияһы барышында уҡ ипотека кредиты ставкаларын алты процент кимәлендә сикләү мәсьәләһен ҡуйғайны, ләкин кредит ставкаһы Үҙәк банк ставкаһынан түбәнерәк була алмай. Кредит шарттарын еңеләйтеү өсөн йә ставкаларҙы кәметеү, йә субсидиялар кәрәк. Дәүләт субсидиялары, мәҫәлән, быға тиклем бюджет хеҙмәткәрҙәренә – уҡытыусыларға, медиктарға, йәш ғалимдарға һәм башҡа айырым категорияларға ҡараған белгестәргә бүленде. Тик был ваҡытлыса сараның да үҙ сиктәре бар.
1 февралдә Президент В.В. Путин үткәргән кәңәшмәлә вице-премьер Игорь Шувалов, 2017 йыл бюджеты дефицитына һылтанып, байтаҡ социаль программаларҙы, шул иҫәптән бюджет хеҙмәткәрҙәренә социаль ипотека буйынса бирелгән субсидиялар программаһын туҡтатыу тураһында белдерҙе. Был финанс органдары етәкселәре өсөн етди сигнал булды, һөҙөмтәлә Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина ашығыс рәүештә – 3 февралдән, ә Һаҡлыҡ банкы (Сбербанк) етәксеһе Герман Греф 20 февралдән үҙ ставкаларын ҡырҡа кәметеү тураһында әйтте. Хәҙер Үҙәк банк ставкаһы 10 процент, ә Һаҡлыҡ банкы ставкаһы яңы төҙөлгән торлаҡ өсөн ипотека буйынса 10,9 процент, ә элек төҙөлгәне өсөн (икенсел торлаҡ) 10,75 – 12,25 процент тәшкил итәсәк.
Ипотека өлкәһендәге көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында Дәүләт Думаһы төҙөлөш һаҡлыҡ кассалары тураһындағы закон проектын тикшерә. Көнбайыш илдәрендә киң ҡулланылған практикаға ярашлы, клиент махсус кассала торлаҡ хаҡының 50 процент самаһын туплағас, уға иң түбән ставкалы ипотека кредиты бирелә. Әммә, белгестәр раҫлауынса, бөгөнгө Рәсәй ысынбарлығы шарттарында был инициатива ҡәҙимге криминаль финанс пирамидалары барлыҡҡа килеүе менән хәүефле.
Хөкүмәттә лә ипотеканы субсидиялауҙың төрлө варианттары тикшерелә. Мәҫәлән, Рәсәй тимер юлдары (РЖД) компанияһы тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ. Тимер юлсылар йәш белгестәргә ипотеканы 2 – 4,5 процент ставкаһы менән тәҡдим итә. Уларҙа айлыҡ түләүҙәр белгестең эш хаҡының 40 процентынан артмаҫҡа тейеш.
Киләсәктә ипотека системаһын үҫтереү өсөн ауыр финанс хәлендә ҡалған, алданып, торлаҡтарын юғалтҡан, банкрот тип танылған һәм башҡа категория клиенттар өсөн кредит амнистияһы, бурыстарға реструктуризация үткәреү кеүек мәсьәләләрҙе лә иғтибар үҙәгендә тотоу кәрәк. Әлегә ул категория менән етди шөғөлләнгән структуралар юҡ, клиенттарҙың хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары кәмемәй. Тимәк, ипотека системаһы тирәһендәге социаль көсөргәнешлекте кәметеү өсөн был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең эффектлыраҡ ысулдары талап ителә.