Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яңы алымдар һәр саҡ отошло
Яңы алымдар һәр саҡ отошло“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнеүе, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарында иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, бөтөн донъяға билдәле.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Салауат улы Фәхрисламов етәкләгән хужалыҡтың тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡсатында, әленән-әле семинарҙар үтеп тора. Күптән түгел бында кукуруз культураһының файҙаһы, уның мул һөт сығанағы булыуын, иң мөһиме — кукуруздан еҫе булмаған силос әҙерләү технологияһы менән таныштырыу маҡсатында район семинары ойошторолдо. Р. Фәхрисламов әйтеүенсә, силос культуралары араһында туҡлыҡлы булыуы һәм еңел эшкәртелеүе менән тәүге урында тап кукуруз тора.
Бөгөн “Красная Башкирия” хужалығында бөтәһе 1 мең 877 баш мал иҫәпләнә. Озерный һәм Покровка фермаларында 336 һәм 191 һауын һыйыры, Һамарҙа 181 һыйыр аҫрала. Уларҙың барыһына ла быйыл ҡыш кукуруз силосы бирелгән.
— Күптәр кукурузды үҫтереүе ауыр, тәрбиә талап итеүсе көйһөҙ культура тип иҫәпләй һәм ныҡ яңылыша, — ти Раил Салауат улы. — Беҙҙең шарттарға Яңы алымдар һәр саҡ отошлояраҡлаштырылған 80 көн эсендә өлгөрөүсе гибридтар бар. Ағыулау һәм химик утауҙы ваҡытында башҡарған осраҡта, кукурузға ҡурҡыныс янамаясаҡ. Иң мөһиме — уның өлгөрөү мәлен үткәреп ебәрмәү. Шул саҡта ғына юғары аҙыҡ ҡиммәтенә эйә буласаҡ. Бактерияларҙы бөтөрөү һәм дымлылығын кәметеү өсөн “Байкал-М” химик консервантын ҡулланабыҙ.
Былтыр хужалыҡта уңыш гектарынан 240-300 центнер тәшкил иткән. Быйыл да кукурузды күпләп сәсергә уйлайҙар.
Бында үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡҡа ла иғтибар ҙур. Мәҫәлән, Покровка бүлексәһендәге “Бүләк” һөтсөлөк фермаһында һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 30 килограмм продукция алына. Былар барыһы ла компьютерҙа теркәлеп бара, был иһә етештерелгән продукцияға көндәлек контроль тигән һүҙ. Компьютер үҙәгендә селекция буйынса зоотехник Гөлгөнә Курбонова “Селэкс” программаһын уңышлы ҡуллана.
Һамар фермаһы ит етештереү буйынса махсуслашҡан. Раил Фәхрисламов әйтеүенсә, аҙ һөт биргән һыйыр өсөн был ысул — иң уңышлыһы. Сөнки һыйыр бында быҙау менән бергә йөрөй һәм уларҙан аҙ ғына ваҡыт арауығында артым алына. Быҙау теләгән ваҡытта имә, фураж да бирелә. Һөҙөмтәлә уның уртаса тәүлек артымы бер килограмға тиклем етә.
Һәр яҡлап эште дөрөҫ ойоштора белеүе арҡаһында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, республикала тәүгеләрҙән булып нуль технологияһын ҡулланып, юғары уңыш алыусы, күптәргә өлгө булған “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы әле яҙғы сәсеүгә әҙерләнә.
Кәримә Усманова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә