“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнеүе, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарында иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, бөтөн донъяға билдәле.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Салауат улы Фәхрисламов етәкләгән хужалыҡтың тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡсатында, әленән-әле семинарҙар үтеп тора. Күптән түгел бында кукуруз культураһының файҙаһы, уның мул һөт сығанағы булыуын, иң мөһиме — кукуруздан еҫе булмаған силос әҙерләү технологияһы менән таныштырыу маҡсатында район семинары ойошторолдо. Р. Фәхрисламов әйтеүенсә, силос культуралары араһында туҡлыҡлы булыуы һәм еңел эшкәртелеүе менән тәүге урында тап кукуруз тора.
Бөгөн “Красная Башкирия” хужалығында бөтәһе 1 мең 877 баш мал иҫәпләнә. Озерный һәм Покровка фермаларында 336 һәм 191 һауын һыйыры, Һамарҙа 181 һыйыр аҫрала. Уларҙың барыһына ла быйыл ҡыш кукуруз силосы бирелгән.
— Күптәр кукурузды үҫтереүе ауыр, тәрбиә талап итеүсе көйһөҙ культура тип иҫәпләй һәм ныҡ яңылыша, — ти Раил Салауат улы. — Беҙҙең шарттарға
яраҡлаштырылған 80 көн эсендә өлгөрөүсе гибридтар бар. Ағыулау һәм химик утауҙы ваҡытында башҡарған осраҡта, кукурузға ҡурҡыныс янамаясаҡ. Иң мөһиме — уның өлгөрөү мәлен үткәреп ебәрмәү. Шул саҡта ғына юғары аҙыҡ ҡиммәтенә эйә буласаҡ. Бактерияларҙы бөтөрөү һәм дымлылығын кәметеү өсөн “Байкал-М” химик консервантын ҡулланабыҙ.
Былтыр хужалыҡта уңыш гектарынан 240-300 центнер тәшкил иткән. Быйыл да кукурузды күпләп сәсергә уйлайҙар.
Бында үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡҡа ла иғтибар ҙур. Мәҫәлән, Покровка бүлексәһендәге “Бүләк” һөтсөлөк фермаһында һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 30 килограмм продукция алына. Былар барыһы ла компьютерҙа теркәлеп бара, был иһә етештерелгән продукцияға көндәлек контроль тигән һүҙ. Компьютер үҙәгендә селекция буйынса зоотехник Гөлгөнә Курбонова “Селэкс” программаһын уңышлы ҡуллана.
Һамар фермаһы ит етештереү буйынса махсуслашҡан. Раил Фәхрисламов әйтеүенсә, аҙ һөт биргән һыйыр өсөн был ысул — иң уңышлыһы. Сөнки һыйыр бында быҙау менән бергә йөрөй һәм уларҙан аҙ ғына ваҡыт арауығында артым алына. Быҙау теләгән ваҡытта имә, фураж да бирелә. Һөҙөмтәлә уның уртаса тәүлек артымы бер килограмға тиклем етә.
Һәр яҡлап эште дөрөҫ ойоштора белеүе арҡаһында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, республикала тәүгеләрҙән булып нуль технологияһын ҡулланып, юғары уңыш алыусы, күптәргә өлгө булған “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы әле яҙғы сәсеүгә әҙерләнә.
Кәримә Усманова