Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ағас өйөп кенә бура булмай...
Ағас өйөп кенә бура булмай... Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәрҙең береһе – ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бөгөн табышлы эшләй.
Йылдан-йыл ағасҡа ихтыяж арта, баҙар иҡтисадында хаҡы ла юғары. Әммә, бүрәнә быстың – таҡта булды, ағас өйҙөм – бура
ултырттым, тип уйлағандар тәрән яңылыша. Шуға күрә был шөғөлдө ағас эшен яратҡан, уны эшкәртеүҙән ҙур кинәнес алған кешеләр генә үҙ итә. Шундайҙарҙың береһе – Үтәгән ауылы эшҡыуары Илнур Ғайсин. Ауылда бер нисә кешенең үҙ пилорамаһы бар, уларҙың барыһы ла үҙ-ара татыу, кәңәшләшеп-ярҙамлашып эшләй.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Илнур бала саҡтан атаһы эшләгән колхоздың пилорамаһында йыш була. Ғаиләлә дүрт ул тәрбиәләгән Фәйез Ғайсин уларҙың ағас менән булышыуын хуплай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, өйрәнһендәр, тормош көткәндә кәрәк булыр, тип иҫәпләй атай кеше.
Мәктәпте тамамлағас, Илнур Сибай ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Шул саҡта ағас серҙәренә ныҡлап төшөнөүе, станокта сайыр еҫе аңҡып торған ҡарағайҙан таҡта ярып ҡарауы, артабан унан төрлө әйберҙәр эшләүе ошо кәсепкә ылыҡтыра. Егет бынан оло кинәнес ала, ағас менән булышыу уға көндән-көн нығыраҡ оҡшай. Етмәһә, эшенә яуаплы ҡараған оҫта үҙ уҡыусыларына ла бик талапсан була, һәр башлаған эште аҙағынаса еткерергә мәжбүр итә. Тырыш, маҡсатына ынтылыусан Илнур Ғайсин, училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, шунда уҡ документтарын Сибай институты технология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә тапшыра. Тәүге сессияны тамамлап та өлгөрә, әрме сафына саҡырыу ҡағыҙы килә.
Күп егеттәрҙең хыялы булған сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеп, 2004 йылда тыуған ауылына ҡайта. Ике йыл эсендә ағас эшенә “һыуһаған” Илнурҙың ҡулдары үҙенән-үҙе яратҡан шөғөлөнә тарта. Атаһының ярҙамы менән диләнкә алып, унан ағас сығарып, аҡса эшләй.
Нисәмә йыл дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы был ваҡытта Өфөлә белем алған була. Һөйгәне янындараҡ булыу теләге егетте баш ҡалаға илтә. Яратҡан эше лә табыла, уҡыуын да ситтән тороп тамамлай. Йәштәр 2007 йылда өйлә­нешә, кәләше Зарема Башҡорт дәүләт университетын тамам­лағас, тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнәләр.
Ағас өйөп кенә бура булмай...Был ваҡытта колхоздың пилорамаһын ике баш бейәгә алмаштырып, Илнурҙың атаһы һәм тағы ике ауылдашы бергәләшеп һатып ала. Электән ағас эшен белгән Фәйез Ғайсин нисек булһа ла пилораманы һаҡлап ҡалырға тырыша, сөнки диләнкә бүлдереп алыу ауырлаша. Халыҡтың да таҡта, бураға ихтыяжы кәмей төшә, һораусылар табылмай. 2010 йылдан был эште тулыһынса Илнур Фәйез улы үҙ ҡулына ала. “Селена” ойошмаһы аша сеймал алыуға өлгәшә, ағас эшкәртеү эшен яйға һала.
– Һәр шөғөлдөң үҙ нес­кәлектәре булған кеүек, ағас эше лә бик сетерекле, – ти йәш эшҡыуар. – Көнө-төнө йүгергәндә генә хеҙмәтең бара, ашың тәмле тойола. Диләнкәнән ағасты сыға­рыу өсөн эшселәр яллап алып барам, ҡайтҡас, уларҙы бысырға кәрәк. Таҡта итеп һатҡанда, бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки һәр береһе сифатлы, таҙа, дөрөҫ үлсәмдә булырға тейеш. Күләм артынан ҡыуып, сифатына иғтибар итмә­һәң, һатып алыу­сыларыңды юғалтыуың ихтимал.
Бөгөн ағас эшкәртеү тарма­ғында таҡта ярыу менән генә алға китеп булмай, шуға күрә Илнур Ғайсин төрлө үлсәмдәге өй һәм мунса бурай. Шығырлап торған ҡарағайҙан хуш еҫ тарат­ҡан бер нисә бура үҙ хужаларын көтөп тә ултыра. Ҡасандыр шәхси төҙөлөш менән булышыусылар шлаклы блоктан йәки кирбестән йорт төҙөү менән мауығып китһә, әле, киреһенсә, ағастан төҙөлгән йорттар ҡайтанан “мода”ға инә башланы. Шунлыҡтан бура эҙләгәндәр күп, ә уларҙың ихтыяжын ҡәнә­ғәтләндереү өсөн урмандан ағас ташып, уны кәрәкле үлсәмдә бурап өлгөртөү бурысы эшҡыуар­ҙың үҙенә төшә. Ҡыҙыл йылғаһы буйында бер-бер артлы теҙелгән эшенең һөҙөмтәләренә ҡарап, Илнур Ғайсиндың: “Ҡарағай буранан күтәртелгән йортҡа етмәй инде. Ана бит, ҡайһылай матур булып ултыра улар”, – тип һоҡ­ланыуын күберәк таш йорттарҙа йәшәгәндәр нығыраҡ аңлай кеүек тойолдо.
Эшҡыуарға күберәк район үҙәге Асҡарҙан заказ бирәләр. Мәҫәлән, 8х8 квадрат метр үлсәм­дәге йортто бурау яҡынса 160 мең һумға төшһә, уны иҙәнлек һәм түбәлек өрлөктәре менән алыусылар 230 меңен сығарып һала. Кемдер был хаҡты юғары тип иҫәпләһә, эшҡыуар әйтеүен­сә, был суммаға диләнкәгә ба­рыуҙан алып эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә киткән бөтә сығым­ды ҡушҡанда, саф табыш күп тә ҡалмай. Әммә хаҡты юғары күтәреп тә булмай, сөнки һатып алыусыларҙың күбеһе йәштәр, уларҙың да хәлен аңларға кәрәк, тип йылмая йүнсел.
Ысын эшҡыуарлыҡ менән шө­ғөлләнгәндәр тик бер йүнәлештә генә туҡталмай. Был тәңгәлдә минең геройым да ағас эшкәртеү менән сикләнмәй, киләсәктә йылҡысылыҡты үҫ­тереү буйынса ла эш баш­ламаҡсы. Бөгөн уның тиҫтәгә яҡын йылҡыһы бар, ҡолондарын үр­се­теп, артабан ҡымыҙсылыҡты яйға һалырға иҫәбе. Кәрәк саҡта итләтә лә һатып ебәрәм, уның аҡсаһына яғыулыҡ һатып алам, ти.
Әйткәндәй, оҫтаның ике ҡатлы ағастан һалынған күркәм йорто ауылға йәм биреп ултыра. Заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән йортта бар уңайлыҡтар булдырылған, һәр бүлмә зауыҡ менән йыһазландырылған. Йә­мәғәте менән Искәндәр һәм Сыңғыҙхан исемле улдар үҫтергән Илнур Ғайсиндың ҡыйыу аҙымдар менән хыялдарын тормошҡа ашырырға мөм­кинлектәре етерлек.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә