Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсептәрҙең береһе – ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бөгөн табышлы эшләй.Йылдан-йыл ағасҡа ихтыяж арта, баҙар иҡтисадында хаҡы ла юғары. Әммә, бүрәнә быстың – таҡта булды, ағас өйҙөм – бура
ултырттым, тип уйлағандар тәрән яңылыша. Шуға күрә был шөғөлдө ағас эшен яратҡан, уны эшкәртеүҙән ҙур кинәнес алған кешеләр генә үҙ итә. Шундайҙарҙың береһе – Үтәгән ауылы эшҡыуары Илнур Ғайсин. Ауылда бер нисә кешенең үҙ пилорамаһы бар, уларҙың барыһы ла үҙ-ара татыу, кәңәшләшеп-ярҙамлашып эшләй.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Илнур бала саҡтан атаһы эшләгән колхоздың пилорамаһында йыш була. Ғаиләлә дүрт ул тәрбиәләгән Фәйез Ғайсин уларҙың ағас менән булышыуын хуплай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, өйрәнһендәр, тормош көткәндә кәрәк булыр, тип иҫәпләй атай кеше.
Мәктәпте тамамлағас, Илнур Сибай ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға керә. Шул саҡта ағас серҙәренә ныҡлап төшөнөүе, станокта сайыр еҫе аңҡып торған ҡарағайҙан таҡта ярып ҡарауы, артабан унан төрлө әйберҙәр эшләүе ошо кәсепкә ылыҡтыра. Егет бынан оло кинәнес ала, ағас менән булышыу уға көндән-көн нығыраҡ оҡшай. Етмәһә, эшенә яуаплы ҡараған оҫта үҙ уҡыусыларына ла бик талапсан була, һәр башлаған эште аҙағынаса еткерергә мәжбүр итә. Тырыш, маҡсатына ынтылыусан Илнур Ғайсин, училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, шунда уҡ документтарын Сибай институты технология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә тапшыра. Тәүге сессияны тамамлап та өлгөрә, әрме сафына саҡырыу ҡағыҙы килә.
Күп егеттәрҙең хыялы булған сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеп, 2004 йылда тыуған ауылына ҡайта. Ике йыл эсендә ағас эшенә “һыуһаған” Илнурҙың ҡулдары үҙенән-үҙе яратҡан шөғөлөнә тарта. Атаһының ярҙамы менән диләнкә алып, унан ағас сығарып, аҡса эшләй.
Нисәмә йыл дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы был ваҡытта Өфөлә белем алған була. Һөйгәне янындараҡ булыу теләге егетте баш ҡалаға илтә. Яратҡан эше лә табыла, уҡыуын да ситтән тороп тамамлай. Йәштәр 2007 йылда өйләнешә, кәләше Зарема Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнәләр.
Был ваҡытта колхоздың пилорамаһын ике баш бейәгә алмаштырып, Илнурҙың атаһы һәм тағы ике ауылдашы бергәләшеп һатып ала. Электән ағас эшен белгән Фәйез Ғайсин нисек булһа ла пилораманы һаҡлап ҡалырға тырыша, сөнки диләнкә бүлдереп алыу ауырлаша. Халыҡтың да таҡта, бураға ихтыяжы кәмей төшә, һораусылар табылмай. 2010 йылдан был эште тулыһынса Илнур Фәйез улы үҙ ҡулына ала. “Селена” ойошмаһы аша сеймал алыуға өлгәшә, ағас эшкәртеү эшен яйға һала.
– Һәр шөғөлдөң үҙ нескәлектәре булған кеүек, ағас эше лә бик сетерекле, – ти йәш эшҡыуар. – Көнө-төнө йүгергәндә генә хеҙмәтең бара, ашың тәмле тойола. Диләнкәнән ағасты сығарыу өсөн эшселәр яллап алып барам, ҡайтҡас, уларҙы бысырға кәрәк. Таҡта итеп һатҡанда, бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә, сөнки һәр береһе сифатлы, таҙа, дөрөҫ үлсәмдә булырға тейеш. Күләм артынан ҡыуып, сифатына иғтибар итмәһәң, һатып алыусыларыңды юғалтыуың ихтимал.
Бөгөн ағас эшкәртеү тармағында таҡта ярыу менән генә алға китеп булмай, шуға күрә Илнур Ғайсин төрлө үлсәмдәге өй һәм мунса бурай. Шығырлап торған ҡарағайҙан хуш еҫ таратҡан бер нисә бура үҙ хужаларын көтөп тә ултыра. Ҡасандыр шәхси төҙөлөш менән булышыусылар шлаклы блоктан йәки кирбестән йорт төҙөү менән мауығып китһә, әле, киреһенсә, ағастан төҙөлгән йорттар ҡайтанан “мода”ға инә башланы. Шунлыҡтан бура эҙләгәндәр күп, ә уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн урмандан ағас ташып, уны кәрәкле үлсәмдә бурап өлгөртөү бурысы эшҡыуарҙың үҙенә төшә. Ҡыҙыл йылғаһы буйында бер-бер артлы теҙелгән эшенең һөҙөмтәләренә ҡарап, Илнур Ғайсиндың: “Ҡарағай буранан күтәртелгән йортҡа етмәй инде. Ана бит, ҡайһылай матур булып ултыра улар”, – тип һоҡланыуын күберәк таш йорттарҙа йәшәгәндәр нығыраҡ аңлай кеүек тойолдо.
Эшҡыуарға күберәк район үҙәге Асҡарҙан заказ бирәләр. Мәҫәлән, 8х8 квадрат метр үлсәмдәге йортто бурау яҡынса 160 мең һумға төшһә, уны иҙәнлек һәм түбәлек өрлөктәре менән алыусылар 230 меңен сығарып һала. Кемдер был хаҡты юғары тип иҫәпләһә, эшҡыуар әйтеүенсә, был суммаға диләнкәгә барыуҙан алып эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә киткән бөтә сығымды ҡушҡанда, саф табыш күп тә ҡалмай. Әммә хаҡты юғары күтәреп тә булмай, сөнки һатып алыусыларҙың күбеһе йәштәр, уларҙың да хәлен аңларға кәрәк, тип йылмая йүнсел.
Ысын эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр тик бер йүнәлештә генә туҡталмай. Был тәңгәлдә минең геройым да ағас эшкәртеү менән сикләнмәй, киләсәктә йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса ла эш башламаҡсы. Бөгөн уның тиҫтәгә яҡын йылҡыһы бар, ҡолондарын үрсетеп, артабан ҡымыҙсылыҡты яйға һалырға иҫәбе. Кәрәк саҡта итләтә лә һатып ебәрәм, уның аҡсаһына яғыулыҡ һатып алам, ти.
Әйткәндәй, оҫтаның ике ҡатлы ағастан һалынған күркәм йорто ауылға йәм биреп ултыра. Заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән йортта бар уңайлыҡтар булдырылған, һәр бүлмә зауыҡ менән йыһазландырылған. Йәмәғәте менән Искәндәр һәм Сыңғыҙхан исемле улдар үҫтергән Илнур Ғайсиндың ҡыйыу аҙымдар менән хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәре етерлек.