Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшләһәң, эш ҡарышмай
Эшләһәң, эш ҡарышмайБыйыл аҙыҡ-түлек етеште­реү буйынса Рәсәй йәнә сираттағы уңышҡа өлгәшәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, илдең экспорт күләме импорттан артыуы көтөлә. Рәсәй револю­цияға тиклемге дәүерҙән тәүге тапҡыр донъяла тәьмин итеүсе ил булараҡ тарихҡа инәсәк.
Һуңғы йылдарҙа ситкә аҙыҡ-түлек оҙатыу күләме күҙгә күренеп арта. Әле 2013 йылда ғына быны күҙ алдына ла килтермәнек. Мәҫәлән, 43,2 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алһаҡ, үҙебеҙ ни бары 16,3 миллиард һумлыҡ оҙата инек. Дөйөм алғанда, бөтә Рәсәй импортының 14 проценты аҙыҡҡа тура килде.
Был тиклем аҡсаны нимәгә сарыф иткәнбеҙ һуң? Ул саҡта башлыса ит һатып алғанбыҙ – йәмғеһе биш миллиард доллар тәшкил иткән, балыҡҡа 1,96 миллиард киткән. Шулай уҡ цитрус емештәренә – 1,67 миллиард доллар, томатҡа – 1,1 миллиард доллар, һөткә 790 миллион доллар оҙатылған. Әммә килеп тыуған хәл, йәғни көрсөк, был хәлде ҡапыл үҙгәрткән. 2015 йылда уҡ экспорт менән импорт араһындағы айырма 10,3 миллиард долларға тиклем ҡыҫҡарған. Былтырғы йомғаҡтар буйынса 6,2 миллиардҡа кәмегән.
Ә быйыл иһә ул бөтөнләй кәмеү генә түгел, тәү тапҡыр иҫәп беҙҙең яҡта буласаҡ. “2017 йылда Рәсәй беренсе мәртәбә саф экспортер буласаҡ. Баҙарҙағы үҫеш быға тулы мөмкинлек бирә. Илдә һәр кешегә аҙыҡ-түлеккә сығым, донъяның башҡа дәүләттәре менән сағыштырғанда, уртасанан юғары”, – тип билдәләйҙәр Рәсәй халыҡ хужалығы академияһында.
Айырым алғанда, экспортҡа тәү сиратта иген оҙатыла. Былтыр ситкә биш миллиард доллар самаһы ашлыҡ һатҡанбыҙ. Сағыштырыу өсөн: төҫлө металдар – 10 миллиард, ашлама 3,3 миллиард доллар тәшкил иткән. Тимәк, иген, валюта сығанағы булараҡ, фосфаттан һәм нитраттарҙан мөһимерәк булып тора.
Ҡайһы бер продукциялар буйынса ла һандар ҡыуандыра. Әйтәйек, бер йылда кукуруз күләме 142 процентҡа (дүрт миллион тоннаға еткән), дөгө – 107, он 97 процентҡа артҡан. Ә көнбағышты башҡа бер аҙыҡ менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Уны ситкә һатыу 2,2 тапҡырға үҫкән. Әйткәндәй, көнбағыш майын һатыу 80 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта башҡа илдәрҙән ит һатып алыу сирек өлөшкә – 500 мең тоннаға тиклем кәмегән. Ҡош ите ни бары 180 мең тонна тәшкил иткән. Үҙебеҙҙә етештерелгән 2,8 миллион тонна ҡош ите эргәһендә, әлбиттә, был бик аҙ.
Барлыҡ төр балыҡ 300 мең тонна, һөт 200 мең тоннанан да аҙыраҡ килтерелгән.
Шуныһы ҡыуандыра: бынан бер нисә йыл элек бәрәңгенең бәрәңгеһен күпләп ситтән ташып ашаһаҡ, хәҙер ул да, шулай уҡ һуған, кәбеҫтә һәм шәкәр күләме икеләтә кәмегән. Һатып алған бөтә аҙыҡ араһынан былтыр ни бары банан һәм пальма майы күләме генә бер аҙ артҡан.


Автор: Венер ИСХАКОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә