Быйыл аҙыҡ-түлек етештереү буйынса Рәсәй йәнә сираттағы уңышҡа өлгәшәсәк. Белгестәр әйтеүенсә, илдең экспорт күләме импорттан артыуы көтөлә. Рәсәй революцияға тиклемге дәүерҙән тәүге тапҡыр донъяла тәьмин итеүсе ил булараҡ тарихҡа инәсәк.Һуңғы йылдарҙа ситкә аҙыҡ-түлек оҙатыу күләме күҙгә күренеп арта. Әле 2013 йылда ғына быны күҙ алдына ла килтермәнек. Мәҫәлән, 43,2 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алһаҡ, үҙебеҙ ни бары 16,3 миллиард һумлыҡ оҙата инек. Дөйөм алғанда, бөтә Рәсәй импортының 14 проценты аҙыҡҡа тура килде.
Был тиклем аҡсаны нимәгә сарыф иткәнбеҙ һуң? Ул саҡта башлыса ит һатып алғанбыҙ – йәмғеһе биш миллиард доллар тәшкил иткән, балыҡҡа 1,96 миллиард киткән. Шулай уҡ цитрус емештәренә – 1,67 миллиард доллар, томатҡа – 1,1 миллиард доллар, һөткә 790 миллион доллар оҙатылған. Әммә килеп тыуған хәл, йәғни көрсөк, был хәлде ҡапыл үҙгәрткән. 2015 йылда уҡ экспорт менән импорт араһындағы айырма 10,3 миллиард долларға тиклем ҡыҫҡарған. Былтырғы йомғаҡтар буйынса 6,2 миллиардҡа кәмегән.
Ә быйыл иһә ул бөтөнләй кәмеү генә түгел, тәү тапҡыр иҫәп беҙҙең яҡта буласаҡ. “2017 йылда Рәсәй беренсе мәртәбә саф экспортер буласаҡ. Баҙарҙағы үҫеш быға тулы мөмкинлек бирә. Илдә һәр кешегә аҙыҡ-түлеккә сығым, донъяның башҡа дәүләттәре менән сағыштырғанда, уртасанан юғары”, – тип билдәләйҙәр Рәсәй халыҡ хужалығы академияһында.
Айырым алғанда, экспортҡа тәү сиратта иген оҙатыла. Былтыр ситкә биш миллиард доллар самаһы ашлыҡ һатҡанбыҙ. Сағыштырыу өсөн: төҫлө металдар – 10 миллиард, ашлама 3,3 миллиард доллар тәшкил иткән. Тимәк, иген, валюта сығанағы булараҡ, фосфаттан һәм нитраттарҙан мөһимерәк булып тора.
Ҡайһы бер продукциялар буйынса ла һандар ҡыуандыра. Әйтәйек, бер йылда кукуруз күләме 142 процентҡа (дүрт миллион тоннаға еткән), дөгө – 107, он 97 процентҡа артҡан. Ә көнбағышты башҡа бер аҙыҡ менән дә сағыштырыу мөмкин түгел. Уны ситкә һатыу 2,2 тапҡырға үҫкән. Әйткәндәй, көнбағыш майын һатыу 80 процентҡа еткән. Шул уҡ ваҡытта башҡа илдәрҙән ит һатып алыу сирек өлөшкә – 500 мең тоннаға тиклем кәмегән. Ҡош ите ни бары 180 мең тонна тәшкил иткән. Үҙебеҙҙә етештерелгән 2,8 миллион тонна ҡош ите эргәһендә, әлбиттә, был бик аҙ.
Барлыҡ төр балыҡ 300 мең тонна, һөт 200 мең тоннанан да аҙыраҡ килтерелгән.
Шуныһы ҡыуандыра: бынан бер нисә йыл элек бәрәңгенең бәрәңгеһен күпләп ситтән ташып ашаһаҡ, хәҙер ул да, шулай уҡ һуған, кәбеҫтә һәм шәкәр күләме икеләтә кәмегән. Һатып алған бөтә аҙыҡ араһынан былтыр ни бары банан һәм пальма майы күләме генә бер аҙ артҡан.