Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Байҙар, ярлылар…
Донъяның һигеҙ бай эшҡыуарының аҡсаһы Ер шарындағы иң ярлы 3, 6 миллиард кешенекенә тиң. “Oxfam” халыҡ-ара ойошмаһы шундай иҫәп сығарған. Халыҡ араһындағы финанс тигеҙһеҙлеге арта барасаҡ, тип билдәләй белгестәр.
Планетаның иң байҙарының исемлеге башында “Microsoft” компанияһына нигеҙ һалған Билл Гейтс тора – уның мөлкәте, “Forbes” билдәләүенсә, 75 миллиард доллар баһалана. Икенсе урында – Испания эшҡыуары Амансио Ортегей (67 миллиард доллар). Ул “Zara” сауҙа селтәрен ойошторған. Өсөнсө – иҫәбендә 60,8 миллиард доллар булған инвестор Уоррен Баффет. Артабан Мексика бизнесмены Карлос Слим (50 миллиард доллар) һәм “Amazon”ды ойоштороусы Джефф Безос (45,2 миллиард) килә.
“Facebook” социаль селтәрен төҙөгән Марк Цукербергтың байлығы – 44,6 миллиард доллар, ә “Oraclе” компанияһын ойоштороусы ярҙамсыһы Ларри Элли­сондың мөлкәте 43,6 миллиард доллар самаһы. Уларҙан һуң медиамагнат һәм Нью-Йорктың элекке мэры Майкл Блумберг (40 миллиард) тора.
Ошо олигархтарҙың дөйөм байлығы – 426,2 миллиард доллар. “Oxfam” билдә­ләүенсә, был планета халҡының ярты­һына тура килгән иң ярлыларҙың мөлкә­тенә тиң. Бөгөн донъяла байҙар менән ярлылар араһында тигеҙһеҙлек үҫә барып, рекорд кимәленә еткән. Ысынлап та, бер йыл элек кенә 62 байҙың мөлкәте 3,6 мил­лиард фәҡирҙекенә тиң булған. Өҫтәүенә планетаның яртыһын тәшкил иткән иң ярлыларға донъялағы байлыҡ­тың 0,16 проценты тура килә.
“Oxfam” белгестәре йәнә шундай ҡыҙыҡ мәғлүмәт белдерә: мәҫәлән, 25 йылдан һуң улар араһынан Ер шарында тарихта байлығы бер триллион доллар булған тәүге кеше барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Планетала үтә байҙар менән үтә ярлылар араһындағы упҡын күҙгә күренеп тәрәнәйә. Алдағы сирек быуат һуҙы­мында донъяның 500 иң байы үҙҙәренең вариҫтарына 2,1 триллион самаһы АҠШ долларын мираҫ итеп ҡалдырыуы көтөлә. Әле был һан Һиндостандың эске тулайым продуктынан күберәк. Әйткәндәй, планета­ның иң ярлы 10 процент халҡының килеме үтә әкрен темп менән үҫә. Мәҫәлән, 1988 йылдан 2011 йылға тиклем ул йылына өс долларҙан да аҙыраҡҡа артҡан.
Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 30 йылда АҠШ халҡының яртыһының килеме өҫтәлмәгән, шул уҡ ваҡытта илдә иң бай бер процент халыҡтың табышы дүрт тапҡырға күтәрелгән.
“Донъяла әлегә байҙар һәм ярлылар араһындағы айырманы еңеү алымдары табылмаған, – ти “Юғары иҡтисад мәктә­бе” ғилми-тикшеренеү институты профессоры Александр Абрамов. – Бынан тыш, иҡтисади үҫештең әкрен барыуы һәм роботлаштырыу, киреһенсә, уның артыуына тәьҫир итә”.


Автор: Венер ИСХАКОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә