Байҙар, ярлылар…07.03.2017
Донъяның һигеҙ бай эшҡыуарының аҡсаһы Ер шарындағы иң ярлы 3, 6 миллиард кешенекенә тиң. “Oxfam” халыҡ-ара ойошмаһы шундай иҫәп сығарған. Халыҡ араһындағы финанс тигеҙһеҙлеге арта барасаҡ, тип билдәләй белгестәр.
Планетаның иң байҙарының исемлеге башында “Microsoft” компанияһына нигеҙ һалған Билл Гейтс тора – уның мөлкәте, “Forbes” билдәләүенсә, 75 миллиард доллар баһалана. Икенсе урында – Испания эшҡыуары Амансио Ортегей (67 миллиард доллар). Ул “Zara” сауҙа селтәрен ойошторған. Өсөнсө – иҫәбендә 60,8 миллиард доллар булған инвестор Уоррен Баффет. Артабан Мексика бизнесмены Карлос Слим (50 миллиард доллар) һәм “Amazon”ды ойоштороусы Джефф Безос (45,2 миллиард) килә.
“Facebook” социаль селтәрен төҙөгән Марк Цукербергтың байлығы – 44,6 миллиард доллар, ә “Oraclе” компанияһын ойоштороусы ярҙамсыһы Ларри Эллисондың мөлкәте 43,6 миллиард доллар самаһы. Уларҙан һуң медиамагнат һәм Нью-Йорктың элекке мэры Майкл Блумберг (40 миллиард) тора.
Ошо олигархтарҙың дөйөм байлығы – 426,2 миллиард доллар. “Oxfam” билдәләүенсә, был планета халҡының яртыһына тура килгән иң ярлыларҙың мөлкәтенә тиң. Бөгөн донъяла байҙар менән ярлылар араһында тигеҙһеҙлек үҫә барып, рекорд кимәленә еткән. Ысынлап та, бер йыл элек кенә 62 байҙың мөлкәте 3,6 миллиард фәҡирҙекенә тиң булған. Өҫтәүенә планетаның яртыһын тәшкил иткән иң ярлыларға донъялағы байлыҡтың 0,16 проценты тура килә.
“Oxfam” белгестәре йәнә шундай ҡыҙыҡ мәғлүмәт белдерә: мәҫәлән, 25 йылдан һуң улар араһынан Ер шарында тарихта байлығы бер триллион доллар булған тәүге кеше барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Планетала үтә байҙар менән үтә ярлылар араһындағы упҡын күҙгә күренеп тәрәнәйә. Алдағы сирек быуат һуҙымында донъяның 500 иң байы үҙҙәренең вариҫтарына 2,1 триллион самаһы АҠШ долларын мираҫ итеп ҡалдырыуы көтөлә. Әле был һан Һиндостандың эске тулайым продуктынан күберәк. Әйткәндәй, планетаның иң ярлы 10 процент халҡының килеме үтә әкрен темп менән үҫә. Мәҫәлән, 1988 йылдан 2011 йылға тиклем ул йылына өс долларҙан да аҙыраҡҡа артҡан.
Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 30 йылда АҠШ халҡының яртыһының килеме өҫтәлмәгән, шул уҡ ваҡытта илдә иң бай бер процент халыҡтың табышы дүрт тапҡырға күтәрелгән.
“Донъяла әлегә байҙар һәм ярлылар араһындағы айырманы еңеү алымдары табылмаған, – ти “Юғары иҡтисад мәктәбе” ғилми-тикшеренеү институты профессоры Александр Абрамов. – Бынан тыш, иҡтисади үҫештең әкрен барыуы һәм роботлаштырыу, киреһенсә, уның артыуына тәьҫир итә”.