Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сибай – ҙур төҙөлөш майҙаны
Сибай – ҙур төҙөлөш майҙаны Йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһап, ағымдағы йылға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы бүләкләү йолаһына был юлы ла сибайҙар тоғро ҡалды. Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Сибай ҡала округы советы ултырышы булды һәм ҡала хакимиәтенең былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ҡала Советының үткән осорҙағы эше баһаланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, хеҙмәт коллективтары алдынғылары ҡатнашты.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы үҙенең сығышында уҙған йылда ҡала округының социаль-иҡтисади үҫешенә төплө күҙәтеү яһаны, ҡаҙаныштарҙы, быйылға бурыс­тарҙы билдәләне.
Хәлит Сөләймәновтың әйте­үенсә, 2016 йылда ҡалала иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса 12 миллиард 87 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Сәнәғәт продук­цияһы индексы 106,1 процент тәшкил итә. Предприятиелар һәм ойошмалар тарафынан 95,4 миллион һумдан ашыу килем алынған. Айлыҡ эш хаҡы 26,6 мең һум тәшкил иткән. Мәҫәлән, эш хаҡы Башҡортостан шахта проходкалау идаралығында – 19,5, “Башҡорт колбасалары” йәмғиәтендә – 51, “Сибай икмәге”ндә – 18,8, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында 13 про­центҡа күтәрелгән. Эшһеҙлек кәмегән, йыл ағымында 1 мең 154 кеше эшкә урынлашҡан, бөгөн 300 вакансия бар, күберәге табиптар, инженерҙар, водителдәр һәм ашнаҡсылар талап ителә.
Сибай таусылары тарафынан 1 миллион 450 мең тонна мәғдән табылған, байыҡтырыу фабрика­һында 1 миллион 539 мең тонна сеймал эшкәртелгән, бөтәһе 6 миллиард 877 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бер нисә йыл дауамында граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, күп фатирлы өйҙәрҙе ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен яңыртыу кеүек төрлө дәүләт программаларында ҡатнашып, ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелгән. 26,9 мең кв.метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 4,1 процентҡа күберәк. Етемдәр өсөн 17 фатир бүленгән, 129 фатирҙа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр күсенгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге иҡтисади көрсөк ҡалала яңы эш башлаған ойошмаларҙың арта­банғы үҫешенә тотҡарлыҡ яһамай ҡалманы. Сибай элеваторында төҙөлгән яңы ҡеүәтле тирмән әле булһа рентабелле эшләп китә алмай, сөнки иген һаҡлағыста запас тейешле кимәлдә тупланмай. “Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтендә лә эштәр маҡтанырлыҡ түгел, “Монолит” кирбес заводы ла үҙ һатып алыусыларын таба алмай, әле эшһеҙ тора.
Ҡала советының былтырғы эшмәкәрлеге менән уның рәйесе Ғайса Хәсәнов таныштырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республиканың үткән осорҙағы эшмәкәрлегенә туҡтал­ды, ҡаланың уҙған йылдағы социаль-иҡтисади торошона баһа бирҙе. Илшат Азамат улы Сибайҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһының “Силин” импорт-экспорт корпора­цияһы менән берлектә ҡеүәтле цемент заводы төҙөүҙең әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне һәм йәмәғәтселек араһында ошо турала аңлатыу эшен алып барыуҙы үтенде.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы ике йылда ҡала йомғаҡтары тантанаһында яҙыусы һәм публицист Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияны тапшырыу матур йолаға әйләнде. Быйыл был юғары баһаға талантлы шағир, һәүәҫкәр йырсы Фәнис Сирбаев лайыҡ булды. Йыр-моң, ҡотлауҙар менән үрелеп барған тамаша хеҙмәт алдынғыларын данлау, уларҙы хөрмәтләү сараһына әүерелде. Бында, иң яҡшы предприятиелар, учреждениелар менән бер рәттән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, уларға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә