Йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһап, ағымдағы йылға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы бүләкләү йолаһына был юлы ла сибайҙар тоғро ҡалды. Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Сибай ҡала округы советы ултырышы булды һәм ҡала хакимиәтенең былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ҡала Советының үткән осорҙағы эше баһаланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, хеҙмәт коллективтары алдынғылары ҡатнашты.Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы үҙенең сығышында уҙған йылда ҡала округының социаль-иҡтисади үҫешенә төплө күҙәтеү яһаны, ҡаҙаныштарҙы, быйылға бурыстарҙы билдәләне.
Хәлит Сөләймәновтың әйтеүенсә, 2016 йылда ҡалала иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса 12 миллиард 87 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Сәнәғәт продукцияһы индексы 106,1 процент тәшкил итә. Предприятиелар һәм ойошмалар тарафынан 95,4 миллион һумдан ашыу килем алынған. Айлыҡ эш хаҡы 26,6 мең һум тәшкил иткән. Мәҫәлән, эш хаҡы Башҡортостан шахта проходкалау идаралығында – 19,5, “Башҡорт колбасалары” йәмғиәтендә – 51, “Сибай икмәге”ндә – 18,8, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында 13 процентҡа күтәрелгән. Эшһеҙлек кәмегән, йыл ағымында 1 мең 154 кеше эшкә урынлашҡан, бөгөн 300 вакансия бар, күберәге табиптар, инженерҙар, водителдәр һәм ашнаҡсылар талап ителә.
Сибай таусылары тарафынан 1 миллион 450 мең тонна мәғдән табылған, байыҡтырыу фабрикаһында 1 миллион 539 мең тонна сеймал эшкәртелгән, бөтәһе 6 миллиард 877 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бер нисә йыл дауамында граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү, күп фатирлы өйҙәрҙе ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен яңыртыу кеүек төрлө дәүләт программаларында ҡатнашып, ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелгән. 26,9 мең кв.метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 4,1 процентҡа күберәк. Етемдәр өсөн 17 фатир бүленгән, 129 фатирҙа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр күсенгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге иҡтисади көрсөк ҡалала яңы эш башлаған ойошмаларҙың артабанғы үҫешенә тотҡарлыҡ яһамай ҡалманы. Сибай элеваторында төҙөлгән яңы ҡеүәтле тирмән әле булһа рентабелле эшләп китә алмай, сөнки иген һаҡлағыста запас тейешле кимәлдә тупланмай. “Сибай быраулау реагенттары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә эштәр маҡтанырлыҡ түгел, “Монолит” кирбес заводы ла үҙ һатып алыусыларын таба алмай, әле эшһеҙ тора.
Ҡала советының былтырғы эшмәкәрлеге менән уның рәйесе Ғайса Хәсәнов таныштырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов республиканың үткән осорҙағы эшмәкәрлегенә туҡталды, ҡаланың уҙған йылдағы социаль-иҡтисади торошона баһа бирҙе. Илшат Азамат улы Сибайҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһының “Силин” импорт-экспорт корпорацияһы менән берлектә ҡеүәтле цемент заводы төҙөүҙең әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне һәм йәмәғәтселек араһында ошо турала аңлатыу эшен алып барыуҙы үтенде.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы ике йылда ҡала йомғаҡтары тантанаһында яҙыусы һәм публицист Рамазан Өмөтбаев исемендәге премияны тапшырыу матур йолаға әйләнде. Быйыл был юғары баһаға талантлы шағир, һәүәҫкәр йырсы Фәнис Сирбаев лайыҡ булды. Йыр-моң, ҡотлауҙар менән үрелеп барған тамаша хеҙмәт алдынғыларын данлау, уларҙы хөрмәтләү сараһына әүерелде. Бында, иң яҡшы предприятиелар, учреждениелар менән бер рәттән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, уларға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.