Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҙебеҙҙекен һайлайбыҙ
Үҙебеҙҙекен һайлайбыҙ
– Ҡара әле, ауылда ла сыр эшләп булһын әле! Тәмлелеге һуң! Бер юлы ике килограмм алдым.
– Мин Нуриман колбасаһын һайланым.
Был көндө “Сипайлово” сауҙа
комплексы майҙансығында ойошторолған йәрминкә ана шулай шау-гөр килеп торҙо. Халыҡ үҙебеҙҙә таҙа һәм сифатлы итеп етештерелгән аҙыҡтың баһаһын белә шул – “йәрминкә” һүҙен ишетеүҙәре була, тып иттереп килеп тә етәләр.

Ғәжәп: бығаса һөт, ит аҙыҡтарын бары ҡала шарттарында ғына эшкәртеп була икән тип уйлай торғайныҡ. Ауылдарҙа һыйыр, мал-тыуар аҫрап, һөтөн, майын тотошлайы менән тигәндәй ҡалаға, алыпһатарҙарға арзанға оҙатабыҙ. Баҡтиһәң, теләк булғанда, ауылда ла бөтәһен дә етештерергә була. Ана бит, Ҡырмыҫҡалынан Айрат Әхмәҙул­линдың шәхси ойошмаһы әҙерләгән сыр! Күптән түгел генә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған егетте Өфө халҡы танып-белеп бөткән. Кемдер, хәлдәр нисек, барамы тип, эше менән ҡыҙыҡһына, икенселәр рәхмәт әйтә, уңыштар теләй.
Былтыр ғына Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй башлаған “Сыр эшләүселәр мәктәбе”нең һөҙөмтәһе асыҡ күренә. Мәсетлелә, Иглинда, Мәләүездә лә хәҙер үҙҙәре сыр яһарға һәләк оҫтарып алғандар икән.
Өҫтәлдәр һәр төрлө аҙыҡ менән тулған. Берәүҙәр уларҙы тәмләп ҡарай ҙа маҡтай-маҡтай һатып ала. Өфөләге “Прополис” йәмғиәте бал, унан әҙерләнгән төрлө әйберҙәр тәҡдим итһә, Стәрлетамаҡтағы “Дионис” иң яҡшы кондитер аҙыҡтарын алып килгән. Бөрөнән Чернов крәҫтиән (фермер) хужалығы килтергән йәшел һуғандан тәмле еҫ таралған.
Ысынлап та, күптән түгел барлыҡҡа килгән “Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал”, “Башҡортостан тауары” проекттары халыҡ араһында йылдан-йыл танылыу ала бара. Юғиһә бына бер нисә йыл элек кенә магазиндарҙа һәм сауҙа нөктәләрендә республикала етештерелгән тауарҙар бик аҙ ине. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең уңғандар бынамын тигән сифатлы, экологик яҡтан таҙа тауарҙарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй әрәм итә. Ә халыҡ меңәр саҡрым үтеп ситтән килтерелгән, инде боҙола башлаған йәки химикаттар менән эшкәртелгән йәшелсә, емеш-еләк, ит һәм һөт ризыҡтары һатып алырға мәжбүр булды. Ысынлап та, был хәл республиканың бөтә магазиндарына ла хас һәм ҙур проблемаға әүерелгән. Был хаҡта республикабыҙ Башлығы ла борсолоуын белдергәйне. Тиҙҙән үҙебеҙҙә етеш­терелгән тауарҙарҙы арттырыуҙа булышлыҡ итеү тәҡдимен үтәү өсөн Башҡортостанда “Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән акция ойошторолдо һәм дәррәү эш башланды. Бер осрашыуҙа иһә Рөстәм Зәки улы:
– Проект уңышлы тормошҡа ашырыла, халыҡ хәҙер үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте алырға тырыша, – тине.
Был проекттың маҡсаты – республика пред­приятиелары һәм ойошмалары етеш­тергән иң яҡшы продукция өлгөләрен билдәләү, уларҙы халыҡҡа күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу.
Әйткәндәй, ошондай уҡ маҡсатта йыл да үткәрелгән “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” тигән конкурста еңеүселәр билдәләнә. Ошо көндәрҙә иһә ҡыуаныслы яңылыҡ ишетелде – быйылдан эшҡы­уарҙарға һәм компанияларға был тамғаны алыу өсөн аҡса түләү кәрәкмәй – ул республиканың сауҙа комитеты ҡаҙнаһына индерелгән.
Тиҙҙән “Башҡортостан тауары” билдәһе аҙыҡ-түлеккә генә түгел, кейемгә, туҡы­маларға, аяҡ кейеменә һәм башҡа күндән тегелгән әйберҙәргә бирелеүе көтөлә. Әлбиттә, был билдәне алыу өсөн етеш­тергән әйбереңдең тәү сиратта сифатлы һәм хәүефһеҙ булыуы, талаптарға яуап биреүе мөһим. Тамға биреү хаҡындағы ҡарарҙы махсус комиссия ҡабул итә. Әлегә яҡынса 20-нән ашыу етештереүсе ғариза биргән дә инде.
Аҙыҡ-түлек етештереүҙән айырмалы, уларға квартал һайын “Һынау үҙәге” лаборатория тикшереүе үтеү кәрәк түгел.
Аҙыҡ-түлек етештереүселәр быйылға ҡәҙәр тикшереүҙәр өсөн сығымды үҙҙәре түләһә, хәҙер улар был мәшәҡәттән азат ителә. Был тамғаны алыу табыш әйләнешен арттырыуға мөмкинлек биргән.

“Бөгөн тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләменең өстән ике өлөшөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә. Уларҙың кооперацияһы өсөн шарттар тыуҙырыу, үҫтерелгән продукцияны һатып алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу системаһын, “түтәлдән алып кәштәгә тиклем”ге сылбырҙа тауар бәйләнештәрен көйләү, уны ғәҙел хаҡҡа һатыуҙа ярҙам итеү зарур. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү, шул иҫәптән ҡорамалдар һәм йәш малдар һатып алыуға сығымдарын ҡаплау йәһәтенән ярҙам буйынса йоғонтолораҡ саралар кәрәк. Агрофраншизаны артабан да киңәйтеү – үҙ эшен яңы асҡандарҙы ғәмәлдәге ауыл хужалығы етештереүе сылбырына йәлеп итеү – перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем. Бер үк ваҡытта ҙур һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеларын үҫтереүҙе дәртләндереү, ныҡлы хужалыҡтар нигеҙендә агрохолдингтар ойоштороуҙы дауам итеү мөһим”.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә