Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яҡлаусың булһа – яҡшы
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 18 мең кешегә эш хаҡы буйынса 527 миллион һумлыҡ бурысты ҡайтарырға ярҙам итте.
– Беҙ был һандар менән ғорур­ланмайбыҙ, сөнки беҙҙеке кеүек һәр йәһәттән имен төбәктә бындай проблемалар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, – тине ведомство етәксеһе Татьяна Астрелина.

Уның әйтеүенсә, әлегә илдә пред­приятиеларға эш хаҡы буйынса бурыс тураһында отчет биреүҙе йөкмәткән закон юҡ. Шуға ла мәғлүмәт төрлө сығанаҡтарҙан алына. Ведомство мәғ­лүмәттәренә ярашлы, быйыл 1 ғин­уарға хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 367 миллион һум тәшкил иткән. “Росреестр”ҙың төбәк идаралығы иһә бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар 400 миллион һум тейеш тип белдерә. Әлегә асыҡланмаған бурысты иҫәпкә алғанда, республикабыҙҙа был һан­дың бер миллиард һумға етеүе лә ихтимал.
Әйткәндәй, эш хаҡы буйынса бу­рыс­тың өстән ике өлөшө – банкрот ойошмаларға, тағы ла бер өлөшө әле эшләгәндәренә тура килә. Бөлгөн­лөккә төшкәндәр араһында иң ҙур бурыс Октябрьскиҙағы “Системнефтегаз”да (20 миллион һумдан ашыу), Өфөләге “Энерготехсервис”та (50 миллион һум), Ишембай машиналар эшләү заводында (30 миллион һумдан ашыу), Туймазы районындағы Баш­ҡортостан туҡыу комбинатында (19 миллион һум). Эшләгән ойошмалар араһында антирейтингтың башында Әмзә урман комбинаты, “Миловка” хужалығы тора. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләмәгән өсөн “Миловка”ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һөҙөмтәлә ойошма етәкселеге бурысты биш миллиондан 1,2 миллион һумға тиклем кәметкән. Шулай уҡ “Динамо” спорт комплексында ла эшселәр хеҙмәт хаҡын түләмәүҙәренә зарлана.
– Эш хаҡы буйынса бурыс шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ дәүләт, муниципаль пред­приятиеларҙа ла бар, – тине Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе. – Былтыр 100 миллион һумға яҡын бурысы булған ошондай 17 предприятие теркәлгән. Ундайҙарға нигеҙҙә урман хужалыҡтары инә. Бурыслылар араһында бөлгөнлөккә төшкән тип танылған Дзержинский исемендәге типография ла бар.
Республиканың Хеҙмәт һәм ха­лыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә эш хаҡы буйынса бурыс 2015 йыл менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға кәмегән.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә