Яҡлаусың булһа – яҡшы10.02.2017
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 18 мең кешегә эш хаҡы буйынса 527 миллион һумлыҡ бурысты ҡайтарырға ярҙам итте.
– Беҙ был һандар менән ғорурланмайбыҙ, сөнки беҙҙеке кеүек һәр йәһәттән имен төбәктә бындай проблемалар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, – тине ведомство етәксеһе Татьяна Астрелина.
Уның әйтеүенсә, әлегә илдә предприятиеларға эш хаҡы буйынса бурыс тураһында отчет биреүҙе йөкмәткән закон юҡ. Шуға ла мәғлүмәт төрлө сығанаҡтарҙан алына. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 1 ғинуарға хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 367 миллион һум тәшкил иткән. “Росреестр”ҙың төбәк идаралығы иһә бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар 400 миллион һум тейеш тип белдерә. Әлегә асыҡланмаған бурысты иҫәпкә алғанда, республикабыҙҙа был һандың бер миллиард һумға етеүе лә ихтимал.
Әйткәндәй, эш хаҡы буйынса бурыстың өстән ике өлөшө – банкрот ойошмаларға, тағы ла бер өлөшө әле эшләгәндәренә тура килә. Бөлгөнлөккә төшкәндәр араһында иң ҙур бурыс Октябрьскиҙағы “Системнефтегаз”да (20 миллион һумдан ашыу), Өфөләге “Энерготехсервис”та (50 миллион һум), Ишембай машиналар эшләү заводында (30 миллион һумдан ашыу), Туймазы районындағы Башҡортостан туҡыу комбинатында (19 миллион һум). Эшләгән ойошмалар араһында антирейтингтың башында Әмзә урман комбинаты, “Миловка” хужалығы тора. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләмәгән өсөн “Миловка”ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һөҙөмтәлә ойошма етәкселеге бурысты биш миллиондан 1,2 миллион һумға тиклем кәметкән. Шулай уҡ “Динамо” спорт комплексында ла эшселәр хеҙмәт хаҡын түләмәүҙәренә зарлана.
– Эш хаҡы буйынса бурыс шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ дәүләт, муниципаль предприятиеларҙа ла бар, – тине Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе. – Былтыр 100 миллион һумға яҡын бурысы булған ошондай 17 предприятие теркәлгән. Ундайҙарға нигеҙҙә урман хужалыҡтары инә. Бурыслылар араһында бөлгөнлөккә төшкән тип танылған Дзержинский исемендәге типография ла бар.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә эш хаҡы буйынса бурыс 2015 йыл менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға кәмегән.