Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Икенсе икмәк” уңһын
“Икенсе икмәк” уңһын Бәрәңге – халыҡтың көндәлек тормошонда икмәк кеүек үк төп ризыҡтарҙың береһе. Бәрәңгең бар икән, ас ҡалмаҫһың, тип белмәй әйтмәгән өлкәндәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йыл­дарҙа сауҙа кәштәләрен үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ менән тултырыу йүнәлешендә лә эш көйлө бара. Бығаса “икенсе икмәк”те күпләп ситтән алһаҡ, 2015 йылда тәү тапҡыр үҙебеҙ бүтән илдәргә оҙата башланыҡ. 2016 йылда ситкә бөтәһе 230 мең тонна бәрәңге һатылған.
Былтыр илдә 31 миллион тонна бәрәңге уңышы йыйып алынған, шуның 80 проценты самаһы шәхси ихаталарға тура килә. Был сама бәрәңге ил халҡына тулыһынса етһә лә, иртә яҙҙан барыбер ситтән бер ни ҡәҙәр алырға тура килә. “Йыл һайын Рәсәй баҙарында бүтән илдәрҙән килтерелгән бәрәңге кәмей. Былтыр 300 мең тонна һатып алынған, был бынан алдағы йылдан ике тапҡырға кәмерәк”, – ти Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев.
Әйткәндәй, орлоҡтоң һикһән проценты ситтән килгән. Әлбиттә, был юҫыҡта ла күрһәткестәр кәмей бара. Мәҫәлән, 2015 йылда 33 мең тонна орлоҡ һатып алһаҡ, былтыр ул ике тапҡырға кәмеп, 18 мең тонна тәшкил иткән.
Әммә сит илдәргә ҡул һоноп йөрөүҙе сикләргә ваҡыт. Тап шуға ла был бәйлелектән ҡотолоу өсөн күптән түгел селекция эшмәкәрлеге мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Александр Ткачев ошо хаҡта ентекле һөйләне. “Биш- ете йылдан ауыл хужалығы эшсәндәре башлыса үҙебеҙҙең орлоҡҡа өҫтөнлөк бирһен өсөн беҙгә предприятиелар ниндәй орлоҡ сәсеүен, селекцио­нерҙарҙың мөмкинлеген ентекле өйрәнергә кәрәк”, – тип белдерҙе ул сарала.
Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, уңыш күп йәһәттән орлоҡтоң сифатына бәйле. Бөгөн бөтәһе 409 сорт тәҡдим ителһә, шуның 209-ы – Рәсәй белгестәренеке. Былтыр файҙала­ныуға сығарылған 15 төр яңы сорттың 12-һе – үҙебеҙҙеке.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең сорттар­ҙың күпселеге ауыл хужалығы тауары етештереүселәр араһында ҙур һорау менән файҙаланылмай. Сәбәбе – улар конкуренцияға һәләтле түгел. Ә һәйбәтерәк сорттар баҙарҙа уны тәҡдим итә белмәү, реклама етешмәү арҡаһында хужалыҡтарға барып етмәй.
Рәсәй Ауыл хужалығы министр­лы­ғының үҫемлекселек һәм үҫемлек­тәрҙе механизациялау, химик эшкәртеү, һаҡлау буйынса департаменты директоры Петр Чекмарев белдереүенсә, бөгөн бәрәңге үҫтереү буйынса махсус программа эшләнә. Уның маҡсаты – 2026 йылға тиклем Рәсәйҙә тулыһынса орлоҡ етештереү, селекция эшмә­кәрлегендә алдынғы технологияларҙы ҡулланып, ауырыуға бирешеп бармай торған яҡшы сорттар етештереү. Бөгөн был программаны тормошҡа ашырыуға Ставрополь крайы, Татарстан Респуб­ликаһы, Ленинград, Тверь, Тамбов өлкәләре әҙер.
Әйткәндәй, республикала былтыр 87 мең 648 гектар майҙанда бәрәңге сәселгән, бөтәһе 1 миллион 789 мең тонна уңыш (былтыр 1 миллион 133,5 мең тонна) йыйып алынған. Үҫтерелгән бәрәңгенең 95 проценты шәхси ихаталарға тура килә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә