Бәрәңге – халыҡтың көндәлек тормошонда икмәк кеүек үк төп ризыҡтарҙың береһе. Бәрәңгең бар икән, ас ҡалмаҫһың, тип белмәй әйтмәгән өлкәндәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа сауҙа кәштәләрен үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ менән тултырыу йүнәлешендә лә эш көйлө бара. Бығаса “икенсе икмәк”те күпләп ситтән алһаҡ, 2015 йылда тәү тапҡыр үҙебеҙ бүтән илдәргә оҙата башланыҡ. 2016 йылда ситкә бөтәһе 230 мең тонна бәрәңге һатылған.
Былтыр илдә 31 миллион тонна бәрәңге уңышы йыйып алынған, шуның 80 проценты самаһы шәхси ихаталарға тура килә. Был сама бәрәңге ил халҡына тулыһынса етһә лә, иртә яҙҙан барыбер ситтән бер ни ҡәҙәр алырға тура килә. “Йыл һайын Рәсәй баҙарында бүтән илдәрҙән килтерелгән бәрәңге кәмей. Былтыр 300 мең тонна һатып алынған, был бынан алдағы йылдан ике тапҡырға кәмерәк”, – ти Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев.
Әйткәндәй, орлоҡтоң һикһән проценты ситтән килгән. Әлбиттә, был юҫыҡта ла күрһәткестәр кәмей бара. Мәҫәлән, 2015 йылда 33 мең тонна орлоҡ һатып алһаҡ, былтыр ул ике тапҡырға кәмеп, 18 мең тонна тәшкил иткән.
Әммә сит илдәргә ҡул һоноп йөрөүҙе сикләргә ваҡыт. Тап шуға ла был бәйлелектән ҡотолоу өсөн күптән түгел селекция эшмәкәрлеге мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Александр Ткачев ошо хаҡта ентекле һөйләне. “Биш- ете йылдан ауыл хужалығы эшсәндәре башлыса үҙебеҙҙең орлоҡҡа өҫтөнлөк бирһен өсөн беҙгә предприятиелар ниндәй орлоҡ сәсеүен, селекционерҙарҙың мөмкинлеген ентекле өйрәнергә кәрәк”, – тип белдерҙе ул сарала.
Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, уңыш күп йәһәттән орлоҡтоң сифатына бәйле. Бөгөн бөтәһе 409 сорт тәҡдим ителһә, шуның 209-ы – Рәсәй белгестәренеке. Былтыр файҙаланыуға сығарылған 15 төр яңы сорттың 12-һе – үҙебеҙҙеке.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең сорттарҙың күпселеге ауыл хужалығы тауары етештереүселәр араһында ҙур һорау менән файҙаланылмай. Сәбәбе – улар конкуренцияға һәләтле түгел. Ә һәйбәтерәк сорттар баҙарҙа уны тәҡдим итә белмәү, реклама етешмәү арҡаһында хужалыҡтарға барып етмәй.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм үҫемлектәрҙе механизациялау, химик эшкәртеү, һаҡлау буйынса департаменты директоры Петр Чекмарев белдереүенсә, бөгөн бәрәңге үҫтереү буйынса махсус программа эшләнә. Уның маҡсаты – 2026 йылға тиклем Рәсәйҙә тулыһынса орлоҡ етештереү, селекция эшмәкәрлегендә алдынғы технологияларҙы ҡулланып, ауырыуға бирешеп бармай торған яҡшы сорттар етештереү. Бөгөн был программаны тормошҡа ашырыуға Ставрополь крайы, Татарстан Республикаһы, Ленинград, Тверь, Тамбов өлкәләре әҙер.
Әйткәндәй, республикала былтыр 87 мең 648 гектар майҙанда бәрәңге сәселгән, бөтәһе 1 миллион 789 мең тонна уңыш (былтыр 1 миллион 133,5 мең тонна) йыйып алынған. Үҫтерелгән бәрәңгенең 95 проценты шәхси ихаталарға тура килә.