Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Стратегия-2030”: “Алһыу күҙлек”те сисәйек
20 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһының (“Стратегия-2030”) өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелде. Быйыл ҡабул ителәсәк документ проекты буйынса республика Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитеттар башлыҡтары, банк-финанс өлкәһе вәкилдәре, фәнни ойошмалар, юғары уҡыу йорттары етәкселәре үҙ фекерен әйтте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Стратегия-2030” документын әҙерлә­гәндә иң юғары маҡсаттар ҡу­йыр­ға, әммә реалист булырға саҡырҙы:
– 2030 йылға тиклем үҫеш стра­те­гияһы – беҙҙең өсөн үҙмаҡ­сат түгел, ә үҫештең дөрөҫ йүнә­лештәрен билдә­ләү өсөн кәрәкле мөһим эш ҡоралы. Стратегияны әҙерләгәндә республика­лағы бөгөнгө хәлдәрҙе бер яҡлы ғына баһаларға ярамай, иң эре сәнәғәт предприятиеларының потенциалын баһалап еткермәү ҙә дөрөҫ түгел.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының иң эре, терәк төбәктәренең береһе. Стратегияны әҙерләгәндә, һис шикһеҙ, идеалистик ҡараш­тарҙан арынырға, реалист бу­лырға тейешбеҙ. Нефть, нефть хи­мияһы һәм химия сәнә­ғәттәренең иҡтисадтағы өлөшө киләсәктә лә ҙур буласаҡ. Эре сәнәғәт тармаҡтары – беҙҙең иҡтисадтың нигеҙе – киләсәктә лә үҫешергә, алға хәрәкәт итергә тейеш.
Беҙгә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Мин ҡайһы бер осраҡтарҙа рес­пуб­ликаның Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында өсөнсө тиҫ­тәләге урындарға төшөүе ме­нән киле­шә алмайым. Маҡ­сат­тарҙы ундай тү­бән позиция­лар­ҙан сығып ҡуйырға ярамай. Беҙ­ҙең лайыҡлы урыныбыҙ – беренсе тиҫтәлә, унан да һәйбә­те­рәге – тәүге биш субъект араһын­да, ә бының өсөн беҙ иң алдынғы өс лидерҙы өлгө итеп алырға тейешбеҙ. Иҡтисад үҫеше, социаль структура йәки бизнес өлкәһендәге маҡсаттарҙы беҙ хәҙер иң юғары позицияларға ҡарап ҡына билдәләй алабыҙ…
Республика етәксеһе ҡыҫҡаса ғына белдергән фекерҙәр яҡын киләсәктә алдыбыҙға ниндәй етди, ауыр мәсьә­ләләр килеп ба­ҫа­сағына асыҡлыҡ индерә төштө. Һис шикһеҙ, нефть сә­нә­ғәте предприятиелары артабан да “нефть республикаһы” булараҡ танылыу яулаған Башҡортостан иҡтиса­ды­ның нигеҙен тәшкил итәсәк. Ләкин, ысынбарлыҡтан сығып ҡара­ғанда, беренсенән, нефть тармағын­дағы милек мөнәсәбәт­тәре өлкәһендә барған үҙгә­рештәрҙең әлегә республика файҙаһына булмауы хәлде ҡат­марлаштырғанды иҫәпкә алмау мөм­кин түгел. Артабанғы ышаныслы үҫеш өсөн милек нисбәтен Баш­ҡортостан файҙаһына үҙгәр­теү рес­публикалағы барлыҡ ре­сурс­тарҙы, стимулдарҙы, компе­тенцияларҙы, ниһайәт, нефтсе кадр­ҙарының ини­циативаһын, ижади энергияһын тулы­раҡ, уңыш­лыраҡ фай­ҙаланыуға киң юл асасағы бәхәс­һеҙ. Иртәме-һуңмы, Федераль үҙәктә лә был хәлде аңлаясаҡтары шикһеҙ. Икенсенән, нефть эшкәртеү өлкә­һен­дә конкурент­лыҡтың көсәйеүе Баш­ҡорт­ос­тандың был йүнәлештәге пози­цияларын ҡаҡ­шата төшәсәге аң­лашы­ла. Был шарттарҙа нефть тармағын­дағы милек мөнә­сәбәт­тәрен, мәҫәлән, Татарстан өлгө­һөндә камиллаштырыу, ошо нигеҙгә таянып, яҡын килә­сәктә респуб­ликалағы креатив сәнәғәт төр­ҙәрен тергеҙеү мөһим стратегик йү­нә­леш була ала. Баш­ҡорт­останда бы­ның өсөн, мәҫә­лән, элекке тулы ҡе­үә­тенә эшләй алмаған, әммә потен­циалдары бик юғары булған хәрби сә­нә­ғәт предприятиеларында һаҡ­ланған тейешле компетенциялар, кадр­ҙар ресурстары етерлек. Уларҙы файҙа­ла­нып, заманса кимәлдә ойоштороп, алдыбыҙҙа торған стратегик үҫеш мәсьәләләрен иң тәүҙә республика мәнфәғәтендә хәл итеүгә йүнәл­дереү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.


Автор: З. ШАКИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә