“Стратегия-2030”: “Алһыу күҙлек”те сисәйек27.01.2017
20 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһының (“Стратегия-2030”) өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелде. Быйыл ҡабул ителәсәк документ проекты буйынса республика Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитеттар башлыҡтары, банк-финанс өлкәһе вәкилдәре, фәнни ойошмалар, юғары уҡыу йорттары етәкселәре үҙ фекерен әйтте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Стратегия-2030” документын әҙерләгәндә иң юғары маҡсаттар ҡуйырға, әммә реалист булырға саҡырҙы:
– 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы – беҙҙең өсөн үҙмаҡсат түгел, ә үҫештең дөрөҫ йүнәлештәрен билдәләү өсөн кәрәкле мөһим эш ҡоралы. Стратегияны әҙерләгәндә республикалағы бөгөнгө хәлдәрҙе бер яҡлы ғына баһаларға ярамай, иң эре сәнәғәт предприятиеларының потенциалын баһалап еткермәү ҙә дөрөҫ түгел.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының иң эре, терәк төбәктәренең береһе. Стратегияны әҙерләгәндә, һис шикһеҙ, идеалистик ҡараштарҙан арынырға, реалист булырға тейешбеҙ. Нефть, нефть химияһы һәм химия сәнәғәттәренең иҡтисадтағы өлөшө киләсәктә лә ҙур буласаҡ. Эре сәнәғәт тармаҡтары – беҙҙең иҡтисадтың нигеҙе – киләсәктә лә үҫешергә, алға хәрәкәт итергә тейеш.
Беҙгә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Мин ҡайһы бер осраҡтарҙа республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында өсөнсө тиҫтәләге урындарға төшөүе менән килешә алмайым. Маҡсаттарҙы ундай түбән позицияларҙан сығып ҡуйырға ярамай. Беҙҙең лайыҡлы урыныбыҙ – беренсе тиҫтәлә, унан да һәйбәтерәге – тәүге биш субъект араһында, ә бының өсөн беҙ иң алдынғы өс лидерҙы өлгө итеп алырға тейешбеҙ. Иҡтисад үҫеше, социаль структура йәки бизнес өлкәһендәге маҡсаттарҙы беҙ хәҙер иң юғары позицияларға ҡарап ҡына билдәләй алабыҙ…
Республика етәксеһе ҡыҫҡаса ғына белдергән фекерҙәр яҡын киләсәктә алдыбыҙға ниндәй етди, ауыр мәсьәләләр килеп баҫасағына асыҡлыҡ индерә төштө. Һис шикһеҙ, нефть сәнәғәте предприятиелары артабан да “нефть республикаһы” булараҡ танылыу яулаған Башҡортостан иҡтисадының нигеҙен тәшкил итәсәк. Ләкин, ысынбарлыҡтан сығып ҡарағанда, беренсенән, нефть тармағындағы милек мөнәсәбәттәре өлкәһендә барған үҙгәрештәрҙең әлегә республика файҙаһына булмауы хәлде ҡатмарлаштырғанды иҫәпкә алмау мөмкин түгел. Артабанғы ышаныслы үҫеш өсөн милек нисбәтен Башҡортостан файҙаһына үҙгәртеү республикалағы барлыҡ ресурстарҙы, стимулдарҙы, компетенцияларҙы, ниһайәт, нефтсе кадрҙарының инициативаһын, ижади энергияһын тулыраҡ, уңышлыраҡ файҙаланыуға киң юл асасағы бәхәсһеҙ. Иртәме-һуңмы, Федераль үҙәктә лә был хәлде аңлаясаҡтары шикһеҙ. Икенсенән, нефть эшкәртеү өлкәһендә конкурентлыҡтың көсәйеүе Башҡортостандың был йүнәлештәге позицияларын ҡаҡшата төшәсәге аңлашыла. Был шарттарҙа нефть тармағындағы милек мөнәсәбәттәрен, мәҫәлән, Татарстан өлгөһөндә камиллаштырыу, ошо нигеҙгә таянып, яҡын киләсәктә республикалағы креатив сәнәғәт төрҙәрен тергеҙеү мөһим стратегик йүнәлеш була ала. Башҡортостанда бының өсөн, мәҫәлән, элекке тулы ҡеүәтенә эшләй алмаған, әммә потенциалдары бик юғары булған хәрби сәнәғәт предприятиеларында һаҡланған тейешле компетенциялар, кадрҙар ресурстары етерлек. Уларҙы файҙаланып, заманса кимәлдә ойоштороп, алдыбыҙҙа торған стратегик үҫеш мәсьәләләрен иң тәүҙә республика мәнфәғәтендә хәл итеүгә йүнәлдереү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.