Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Уйлағаны юш килер
Уйлағаны юш килер Тыуған төйәкте донъяның барлыҡ алтын-көмөшөнән артыҡ күреп йәшәгән шәхестәр бар. Мәҫәлән,Таһир Иҫәнов – Кәшәле ауылынан. Мал көтөү, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ өсөн ифрат уңайлы был төбәк.
Һутлы үләне, таҙа һыуы, саф һауаһы менән танылған әкиәткә тиң тәбиғәт матурлығын күңеле аша үткәргән ауыл егете тыуған яғының һәр ҡалҡыулыҡ-тауын, урман-ҡыуағын, ялан-болонда­рының тарихын атаһынан, ауылдаштарынан ишетеп үҫә.
Гөрләп торған ауылда быға тиклем колхоз малына ҡарап көн иткән халыҡ, үткән быуаттың 70-се йылдарында уйланылмаған сәйәсәткә бәйле эшһеҙ ҡала. Тау-таш араһында тәбиғәт матурлығына һоҡланып ҡына йәшәп балалар үҫтереү, уҡытыу мөмкин түгеллеген аңлағандар Антоновка, Михайловка, Һәргәй, Ерек, Әбет ауылдарына күсенә.
Таһир ҙа Нөгөш ҡасабаһында интернатта уҡый, ялдарында тыуған ауылына ашҡына. Мәктәпте тамамлағас, Владимир өлкәһендә хеҙмәт итә. Тап ошонда алған һөнәре уға киләсәктә бөтә йәһәттән ярҙам итә. Йәш һалдат тыуған ауылы Кәшәлегә ҡайтып оҙаҡ та тормай Мәлә­үез химия заводына эшкә урынлаша. Тормош иптәше – күрше Федоровка районы ҡыҙы Вәсилә менән ятаҡта үҙ мөйөштәрен йүнләп, үҙаллы йәшәп китәләр. Ғаиләгә бәхет өҫтәп Урал улдары донъяға килгәс, Стәрлетамаҡ участкаһының “Стальмонтаж” идара­лығына монтажсы булып күсә.
Һуңынан уны райондың һунарсылыҡ йәмғиәтенә әйҙәүсе белгес-һунарсы итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә Таһир Иҫәнов кәрәк-кәрәкмәгәнгә урманда йәнлеккә мылтыҡ тоҫҡай торғандарҙан түгел. Тап ул эшләгән осорҙа һунарсылыҡ йүнәлешендә ныҡлы тәртип урынлаштырыла. Йәнлек, хайуандар һаны арта. Борай районында вольерҙа ғына аҫралған ҡабан сусҡаһы, ҡоралайҙар Нөгөш заказнигына алып ҡайтып үрсетелә. Ырымбур өлкәһенән урманға һыуһарҙар килтерәләр. Йылға-күлдәргә селбәрә балыҡ ебәреү ҙә тап Таһир Иҫәнов етәкселегендә башҡарыла.
Әленән-әле тәбиғәтте һаҡлау тураһында ялҡынлы телмәр тотоп, үҙҙәре үк бер ни тиклем ваҡыттан һуң браконьерлыҡ менән шөғөл­ләнгәндәр менән яғалашыу, дөрөҫлөк юллауҙан арып китеүеме, бәлки, баш бирмәҫ холҡоноң да әһәмиәте булғандыр, түҙеп торғоһоҙ ҡыҫым башланғас, эштән китә. Замана шауҡымы менән төрлө ерҙә тир түгеп ала, 1997 – 2000 йылдарҙа завод ҡарамағындағы 30 мең гектарҙы биләгән Романовка балыҡ үрсетеү быуаһына өлкән балыҡ үрсетеүсе итеп тәғә­йенләнә, Варварино, Ужа быуаларында эшләп өлгөрә.
Артабан балыҡсылыҡты үҫ­тереүҙә байтаҡ тәжрибә туплаған Таһир Иҫәнов, бик ҙур сығым талап иткән Һамар-Ивановка быуаһын ҡуртымға алып, шунда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.Тап ошонда, тәбиғәттең ял итеү генә түгел, хужалыҡ итеү өсөн дә уңышлы мөйөшөндә эш башлай ул.
Ҡаршылыҡтарға бирешмәҫ шәхес ҡарамағында бөгөн 75 гектар ер майҙаны бар. Ҡымыҙ кәзәләре, тоҡомло һарыҡ, улар янында йорт ҡуяндарын да үрсетә. Малы булғас, бесәне, уныһын әҙерләргә техникаһы кәрәк. Тағы ла даими эшләгән хеҙмәткәрһеҙ ҙә булмай. Урындағы эшһеҙ йәштәрҙең береһе лә бында килергә теләк белдермәүе борсоуға һала эшҡыуарҙы.
– Быуаны йырып, уның төбөнә йылдар дауамында йыйылған ашламаны һөрөнтө ерҙәргә таратҡанда, тупраҡ уңдырышлылығы бер нисә тапҡыр артыр, һыу сығанағы ла таҙарып, ял итеү, балыҡ ҡармаҡлау өсөн турист, ял итеүселәрҙе йәлеп итер урынға әүерелер ине, – ти эшҡыуар.
Киләсәктә быуа ярында ағастан йорттар төҙөү хыялы менән дә яна Таһир Таштимер улы. Халыҡты йәлеп итер өсөн заманса шарттар кәрәк, электр энергияһы менән тәьмин итеү, һарыҡ-кәзә өсөн ҙурыраҡ һарай төҙөү – бөгөн беренсел маҡсат.
Бына шулай кәртә-ҡаршы­лыҡтарға баш эймәй Таһир ағай. Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә, балыҡ белер – был уның тормош девизы. Тәбиғәтте һаҡлау йылында Таһир Иҫәновтың ошо йүнәлештә тағы ла күберәк яҡшылыҡтар башҡарырына ыша­набыҙ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА,
“Көнгәк” гәзите хәбәрсеһе.


Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә