Көмөш кешелеккә электән билдәле. Башҡорт халҡында киң ҡулланылған әйтемдәр, мәҡәлдәр, боронғо йырҙар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Төрлө хәүефле күренештәрҙән һаҡланыу өсөн башҡорт ҡатындары көмөштән яһалған һырға таҡҡан, беләҙек, йөҙөк кейгән. Йәнә Ассирия һәм Вавилонда көмөш изге металл булып һаналған, Айҙың символы булып иҫәпләнгән. Көмөш һәм уның ҡушылмалары урта быуаттарҙа алхимиктар араһында ихтирам яулай. XIII быуат уртаһында унан һауыт-һаба эшләй башлайҙар. Шулай ҙа беҙҙә көмөшкә лайыҡлы иғтибар бирелә тип әйтеп булмай. Матбуғатта башлыса алтын тирәләй яңылыҡтар хәбәр ителә. Ә бит Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙә көмөш унан да мөһимерәк урын биләй. Белгестәр әйтеүенсә, сәнәғәт алтынһыҙ йәшәй алһа ла, аҡ металһыҙ ул шунда уҡ туҡтап ҡаласаҡ.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Рәсәй ситкә көмөш һатыуҙы арттырҙы. Был ташты көмөш долларҙар эшләү өсөн айырыуса АҠШ-тың Тәңкә һарайы күпләп ала. Дөйөм алғанда, аҙаҡҡы биш йылда илебеҙ көмөш етештереүҙе 1,5 тапҡырға арттырып, донъяла һигеҙенсе урындан дүртенсегә күтәрелде. Ә 2015 йылда йәнә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәнбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, көмөш алтындан 80 тапҡырға осһоҙораҡ, әммә ул тормошта киң ҡулланылыуы менән алдыра. Һуңғы ярты быуатта донъяла һары алтын сығарыу йылына бер меңдән 2,5 мең тоннаға еткән. Әммә 2005 йылда донъя иҡтисадының был өлкәһе сығынлай башланы, эре ятҡылыҡтар әкренләп эшмәкәрлеген һүлпәнәйтә, һөҙөмтәлә аҙаҡҡы тиҫтә йылда һары металл етештереү кимәле даими түбән төшә.
Айырыуса Көньяҡ Африка Республикаһы биреште. 1990 йылдарға ҡәҙәр ул донъялағы барлыҡ илдәр етештергән күләмдәге алтынды бирһә, хәҙер күрһәткес ун тапҡырға кәмегән. Элек йылына бер мең тонна булһа, хәҙер ни бары йөҙ тоннаға тороп ҡалды. Хәҙер был ил Ҡытай, Рәсәй, Австралия, АҠШ-тан ҡала бишенсе урынды биләй. Әйткәндәй, АҠШ-та ла 1990 йылдан, Австралияла 2004 йылдан алтын сәнәғәте түбәнгә тәгәрәй. Планетаның барлыҡ эре дәүләттәре араһынан ни бары Ҡытай һәм Рәсәйҙең генә был юҫыҡта эше алға бара.
Беҙҙең ил аҙаҡҡы йылдарҙа айырыуса ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. 2000 – 2015 йылдарҙа алтын табыуҙы йылына 100 меңдән 200 мең тоннаға еткерҙек. Дөйөм етештереү 242 тоннағаса үҫте. Хәҙер беҙҙән алда бары Ҡытай тора – улар 500 тоннаға еткерә. Ә АҠШ йылына – 200, ә Канада 150 тонна алтын сығара.
Көмөш тигәндән, был металл ярты быуат элек донъяла йылына биш мең тонна самаһы етештерелгән. Бөгөн 25 мең тонна, йәғни биш тапҡырға күберәк, ә алтындан – ун тапҡырға. Шул уҡ ваҡытта көмөш рудасылары эш етеҙлеген арттырғандан-арттыра, сөнки донъя сәнәғәте өсөн был металл үтә мөһим. Беҙ уны башлыса биҙәүестәр өсөн файҙаланыла тип уйлаһаҡ та, ысынында иһә уның 80 проценты сәнәғәттә тотонола. Ә алтындың өстән бер өлөшө биҙәүестәр яһауҙа ҡулланыла, шундай уҡ күләме банк запасына оҙатыла.
Көмөштөң ни бары 11 процентын ювелир әйбер эшләүселәр алһа, һигеҙ проценты – банктарға, ҡалған өлөшө тотошлай сәнәғәткә оҙатыла. Әйткәндәй, ул бигерәк тә әүәлгесә ҡорал етештереүҙә күпләп сарыф ителә. Ядро ҡоралы буйынса уҙыш мәлендә аҡ металл бығаса булмағанса тотонола. АҠШ донъялағы беренсе ядро бомбаһын яһағанда, милли запастан бер нисә мең тонна көмөш бүленә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә көмөш сығарыуҙың 2,5 тапҡырға кәмеүенең сәбәбе билдәле: илдәге үҙгәрештәр, сәнәғәт үҙәктәренең эшмәкәрлеге һүлпәнләнеү, бәғзеләренең тар-мар ителеүе. Ваҡыт үтә бара был йүнәлештә эш йәнә алға бара башланы. Бөгөн иһә тарихи үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, ауыр ваҡыттарҙа көмөш сығарыу йылына алты йөҙ тоннаға тиклем төшһә, 2012 йылда ул ике тапҡырға артып, 1,2 мең тоннаға еткән. 2015 йылда был һан 1,5 мең тоннанан артып китте. Сағыштырыу өсөн: ошо уҡ йылда иң күп көмөш етештергән Мексика 5,9 мең тонна аҡ металл, йәғни донъялағы табыштың дүрттән бер өлөшөн биргән, Перу – 4,2 мең тонна, Ҡытай 3,4 мең тонна менән ҡыуандырған.
Рәсәйҙең көмөш запасы бик күп. Тап шуға ла Финанс министрлығы ваҡытлыса уны туплауҙы тыйҙы. Элек “Гохран”ға платина, көмөш, бриллиант кеүек аҫылташтар менән бергә бер нисә йөҙ тонна көмөш тә һалына ине. Хәҙер көмөш запасы етерлек, ул әлегә кәрәк түгел, тип баралар. Хатта уны һаҡларға урын юҡ тигән фекер ҙә ишетелде.
Илдәге болғансыҡ ваҡыттарҙа көмөштөң яҙмышы еңелдән булмай. 1996 йылда дәүләттең 300 тонна аҡ металына “айыу майы” һөртәләр. Эш былай була. Ул саҡтағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Роскомдрагмет”ҡа (бөгөн “Гохран”) Дәүләт инвестиция корпорацияһы капиталына иғәнә сифатында 300 тонна көмөш бирергә рөхсәт итә. Ҡиммәтле металды һатмау шарты ҡуйыла. Бары 2003 йылда Генераль прокуратура уның эҙһеҙ юғалғанын белеп ҡала. Бөгөнгө хаҡ менән был сама көмөш 10,75 миллиард һум тора. 2003 йылда корпорацияны ябалар, был тирәлә сыҡҡан тауышты баҫалар. Уғрылар табылмай. Әйткәндәй, ул саҡта дәүләттең күпме көмөшөн сәлдергәндәре аныҡ ҡына билдәле лә түгел, сөнки 2005 йылға тиклем Рәсәйҙә был металды эшкәртеү һәм ҡулланыу күләме ныҡлы сер итеп һаҡланған.
Бер ҡараһаң, бының ниндәйерәк сер икәнлеген Финанс министрлығының сығышынан асыҡ тойомларға була. Улар бер мәл 2001 йылға тиклем бер йылда Рәсәй ситкә 462 тонна көмөш йәки йыллыҡ табыштың дүрттән өс өлөшөн һата тип белдергән. Ул саҡта белгестәр, Көньяҡ Америка беҙҙең көмөштөң һиҙелерлек өлөшөн һатып ала, унан бер долларлы коллекция тәңкәләре эшләй, тип ҙур ғорурлыҡ менән хәбәр итә. Баҡтиһәң, 2000 – 2016 йылдарҙа АҠШ һәр береһе 8,1 грамм ауырлыҡтағы биш миллиард ошондай тәңкә етештергән.
Үкенескә ҡаршы, был осорҙа Рәсәйҙең көмөш сығарған рудниктарында тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. “Был эш менән олигарх төркөмдәре шөғөлләнә, бөтәһе лә сер итеп һаҡлана, урлайҙар” тип яҙа был юҫыҡта белгестәр. Бәхеткә күрә, унан һуң хәлдәр бер сама үҙгәргән. Әлбиттә, олигархтар ҡалған, әммә элеккесә үк ҡыланмайҙар.
2016 йылдың майына мәғлүмәттәр түбәндәгесә: Рәсәйҙә был металдың 80 процентын биш ҙур шәхси компания сығара. Тәүге урында – Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә бай рудниктары булған “Полиметалл” корпорацияһы, ул йылына 800 тоннанан ашыу байлыҡ бирә, икенсе урында – Чукотка тау-геологик компанияһы, өсөнсө – “Хайленд” компанияһы, дүртенсе – “Амур Золото” һәм “Русская платина”.
Әлбиттә, был компанияларҙың етәкселәре байлыҡта йөҙһә лә, старателдәрҙең хеҙмәте еңел түгел. Күп осраҡта уларға ҡырағай шарттарҙа йәшәргә һәм эшләргә тура килә. Етмәһә, иң ҙур рудниктар Магадан өлкәһенең, Яҡут-Саха, Бүрәт Республикаһының иң алыҫ төбәктәрендә урынлашҡан.
Ҡиммәтле аҫылташтар өсөн элек талаш-тартыш нисек булһа, бөгөн дә шул уҡ хәл күҙәтелә. Ятҡылыҡтар өсөн бәхәсләшәләр, ыҙғышалар. Һәр кемдең үҙ мәнфәғәте. Әлегә халыҡҡа үҙебеҙҙең көмөшкә бай илдә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға һәм хушһынырға ғына тура килә.