Көмөшкә бай илебеҙ24.01.2017
Көмөшкә бай илебеҙ Көмөш кешелеккә электән билдәле. Башҡорт халҡында киң ҡулланылған әйтемдәр, мәҡәлдәр, боронғо йырҙар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Төрлө хәүефле күренештәрҙән һаҡланыу өсөн башҡорт ҡатындары көмөштән яһалған һырға таҡҡан, беләҙек, йөҙөк кейгән. Йәнә Ассирия һәм Вавилонда көмөш изге металл булып һаналған, Айҙың символы булып иҫәпләнгән. Көмөш һәм уның ҡушылмалары урта быуаттарҙа алхимиктар араһында ихтирам яулай. XIII быуат уртаһында унан һауыт-һаба эшләй башлайҙар.
Шулай ҙа беҙҙә көмөшкә лайыҡ­лы иғтибар бирелә тип әйтеп булмай. Матбуғатта башлыса алтын тирәләй яңылыҡтар хәбәр ителә. Ә бит Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙә көмөш унан да мөһи­мерәк урын биләй. Белгестәр әйтеүенсә, сәнә­ғәт алтынһыҙ йәшәй алһа ла, аҡ ме­талһыҙ ул шунда уҡ туҡтап ҡаласаҡ.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Рәсәй ситкә көмөш һатыуҙы арт­тырҙы. Был ташты көмөш дол­лар­ҙар эшләү өсөн айырыуса АҠШ-тың Тәңкә һарайы күпләп ала. Дөйөм алғанда, аҙаҡҡы биш йылда илебеҙ көмөш етештереүҙе 1,5 тап­ҡырға арттырып, донъяла һиге­ҙенсе урындан дүртенсегә күтәрел­де. Ә 2015 йылда йәнә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәнбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, көмөш алтындан 80 тапҡырға осһоҙораҡ, әммә ул тормошта киң ҡулла­ны­лыуы менән алдыра. Һуңғы ярты быуатта донъяла һары алтын сы­ғарыу йылына бер меңдән 2,5 мең тоннаға еткән. Әммә 2005 йылда донъя иҡтисадының был өлкәһе сығынлай башланы, эре ятҡы­лыҡтар әкренләп эшмәкәр­леген һүлпәнәйтә, һөҙөмтәлә аҙаҡҡы тиҫтә йылда һары металл етеште­реү кимәле даими түбән төшә.
Айырыуса Көньяҡ Африка Республикаһы биреште. 1990 йыл­дарға ҡәҙәр ул донъялағы барлыҡ илдәр етештергән күләмдәге алтынды бирһә, хәҙер күрһәткес ун тапҡырға кәмегән. Элек йылына бер мең тонна булһа, хәҙер ни бары йөҙ тоннаға тороп ҡалды. Хәҙер был ил Ҡытай, Рәсәй, Австралия, АҠШ-тан ҡала бишенсе урынды биләй. Әйткәндәй, АҠШ-та ла 1990 йылдан, Австралияла 2004 йылдан алтын сәнәғәте түбәнгә тәгәрәй. Планетаның барлыҡ эре дәүләттәре араһынан ни бары Ҡытай һәм Рәсәйҙең генә был юҫыҡта эше алға бара.
Беҙҙең ил аҙаҡҡы йылдарҙа айырыуса ҙур һөҙөмтәләргә өл­гәш­те. 2000 – 2015 йылдарҙа алтын табыуҙы йылына 100 меңдән 200 мең тоннаға еткерҙек. Дөйөм етеш­тереү 242 тоннағаса үҫте. Хәҙер беҙҙән алда бары Ҡытай тора – улар 500 тоннаға еткерә. Ә АҠШ йылына – 200, ә Канада 150 тонна алтын сығара.
Көмөш тигәндән, был металл ярты быуат элек донъяла йылына биш мең тонна самаһы етеш­те­релгән. Бөгөн 25 мең тонна, йәғни биш тапҡырға күберәк, ә алтындан – ун тапҡырға. Шул уҡ ваҡытта көмөш рудасылары эш етеҙлеген арттырғандан-арттыра, сөнки донъя сәнәғәте өсөн был металл үтә мөһим. Беҙ уны башлыса биҙәүестәр өсөн файҙаланыла тип уйлаһаҡ та, ысынында иһә уның 80 проценты сәнәғәттә тотонола. Ә алтындың өстән бер өлөшө биҙәүестәр яһауҙа ҡулланыла, шундай уҡ күләме банк запасына оҙатыла.
Көмөштөң ни бары 11 процентын ювелир әйбер эшләүселәр алһа, һигеҙ проценты – банктарға, ҡалған өлөшө тотошлай сәнәғәткә оҙатыла. Әйткәндәй, ул бигерәк тә әүәлгесә ҡорал етештереүҙә күпләп сарыф ителә. Ядро ҡоралы буйынса уҙыш мәлендә аҡ металл бығаса булмағанса тотонола. АҠШ донъялағы беренсе ядро бомба­һын яһағанда, милли запастан бер нисә мең тонна көмөш бүленә.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә көмөш сығарыуҙың 2,5 тапҡырға кәмеүенең сәбәбе билдәле: илдәге үҙгәрештәр, сәнә­ғәт үҙәктәренең эшмә­кәрлеге һүл­пәнләнеү, бәғзеләренең тар-мар ителеүе. Ваҡыт үтә бара был йүнәлештә эш йәнә алға бара башланы. Бөгөн иһә тарихи үҫеш күҙәтелә. Мәҫәлән, ауыр ваҡыт­тарҙа көмөш сығарыу йылына алты йөҙ тоннаға тиклем төшһә, 2012 йылда ул ике тапҡырға артып, 1,2 мең тоннаға еткән. 2015 йылда был һан 1,5 мең тоннанан артып китте. Сағыштырыу өсөн: ошо уҡ йылда иң күп көмөш етештергән Мексика 5,9 мең тонна аҡ металл, йәғни донъялағы табыштың дүрт­тән бер өлөшөн биргән, Перу – 4,2 мең тонна, Ҡытай 3,4 мең тонна менән ҡыуандырған.
Рәсәйҙең көмөш запасы бик күп. Тап шуға ла Финанс министрлығы ваҡытлыса уны туплауҙы тыйҙы. Элек “Гохран”ға платина, көмөш, бриллиант кеүек аҫылташтар менән бергә бер нисә йөҙ тонна көмөш тә һалына ине. Хәҙер көмөш запасы етерлек, ул әлегә кәрәк түгел, тип баралар. Хатта уны һаҡларға урын юҡ тигән фекер ҙә ишетелде.
Илдәге болғансыҡ ваҡыттарҙа көмөш­төң яҙмышы еңелдән булмай. 1996 йылда дәүләттең 300 тон­на аҡ металына “айыу майы” һөртәләр. Эш былай була. Ул саҡтағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Роскомдрагмет”ҡа (бөгөн “Гохран”) Дәүләт инвестиция кор­порацияһы капиталына иғәнә сифатында 300 тонна көмөш бирергә рөхсәт итә. Ҡиммәтле металды һатмау шарты ҡуйыла. Бары 2003 йылда Генераль прокуратура уның эҙһеҙ юғалғанын белеп ҡала. Бөгөнгө хаҡ менән был сама көмөш 10,75 миллиард һум тора. 2003 йылда корпорацияны ябалар, был тирәлә сыҡҡан тауышты баҫалар. Уғрылар табылмай. Әйткәндәй, ул саҡта дәүләттең күпме көмөшөн сәлдергәндәре аныҡ ҡына билдәле лә түгел, сөнки 2005 йылға тиклем Рәсәйҙә был металды эшкәртеү һәм ҡулланыу күләме ныҡлы сер итеп һаҡланған.
Бер ҡараһаң, бының ниндәйе­рәк сер икәнлеген Финанс ми­нистрлығының сығышынан асыҡ тойомларға була. Улар бер мәл 2001 йылға тиклем бер йылда Рәсәй ситкә 462 тонна көмөш йәки йыллыҡ табыштың дүрттән өс өлөшөн һата тип белдергән. Ул саҡта белгестәр, Көньяҡ Америка беҙҙең көмөштөң һиҙелерлек өлөшөн һатып ала, унан бер долларлы коллекция тәңкәләре эшләй, тип ҙур ғорурлыҡ менән хәбәр итә. Баҡтиһәң, 2000 – 2016 йылдарҙа АҠШ һәр береһе 8,1 грамм ауыр­лыҡтағы биш миллиард ошондай тәңкә етештергән.
Үкенескә ҡаршы, был осорҙа Рәсәйҙең көмөш сығарған рудниктарында тәртипһеҙлек хөкөм һөрә. “Был эш менән олигарх төркөмдәре шөғөлләнә, бөтәһе лә сер итеп һаҡлана, урлайҙар” тип яҙа был юҫыҡта белгестәр. Бәхеткә күрә, унан һуң хәлдәр бер сама үҙгәргән. Әлбиттә, олигархтар ҡалған, әммә элеккесә үк ҡыланмайҙар.
2016 йылдың майына мәғлү­мәттәр түбәндәгесә: Рәсәйҙә был металдың 80 процентын биш ҙур шәхси компания сығара. Тәүге урында – Хабаровск крайында, Магадан өлкәһендә бай рудниктары булған “Полиметалл” корпора­ция­һы, ул йылына 800 тоннанан ашыу байлыҡ бирә, икенсе урында – Чукотка тау-геологик компанияһы, өсөнсө – “Хайленд” компа­нияһы, дүртенсе – “Амур Золото” һәм “Русская платина”.
Әлбиттә, был компанияларҙың етәксе­ләре байлыҡта йөҙһә лә, старателдәрҙең хеҙмәте еңел тү­гел. Күп осраҡта уларға ҡырағай шарттарҙа йәшәргә һәм эшләргә тура килә. Етмәһә, иң ҙур рудниктар Магадан өлкәһенең, Яҡут-Саха, Бүрәт Республикаһының иң алыҫ төбәктәрендә урынлашҡан.
Ҡиммәтле аҫылташтар өсөн элек талаш-тартыш нисек булһа, бөгөн дә шул уҡ хәл күҙәтелә. Ятҡылыҡтар өсөн бәхәс­ләшәләр, ыҙғышалар. Һәр кемдең үҙ мән­фәғәте. Әлегә халыҡҡа үҙебеҙҙең көмөшкә бай илдә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға һәм хуш­һынырға ғына тура килә.



Вернуться назад