Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Нефть – беҙҙең яҙмыш, беҙҙең булмыш
Ҡырҡ йылдан ашыу нефть сығарыу менән шөғөлләнергә тура килгәс, һүҙем дә нәҡ шул турала булыр. Һуңғы осорҙа коллегаларым, хеҙмәт ветерандары “Башнефть” берекмәһе тирәһендәге хәлдәрҙе ҙур борсолоу менән ҡабул итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иптәштәрем бик йөрөй алмай, күбеһе сирләй. Ауыр хеҙмәт шарттары, гел һыуыҡта, еүештә эшләү нефтсене ныҡ ҡаҡшата. Мин үҙем нефть институтынан һуң ПРС (скважиналарҙың ер аҫты ҡорамалын ремонтлау) бригадаһында эшләнем, аҙаҡ – промыслала өлкән механик, өлкән инженер.
Төмәндә “Лянторнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында (НГДУ) эш­ләргә тура килде. Идаралыҡҡа яҡта­шыбыҙ Мөхтәр Бәхти улы Назарғәлиев етәкселек итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мөхтәр ағай бик иртә мәрхүм булып ҡуйҙы. Иҫкә төшөрә башлаһаң, шул Төмән күпме кешенең ғүмерен, һаулығын алды…
Заманында Төмәндә “Башнефть” берекмәһенән һигеҙ НГДУ эшләне. Күршеләр менән сағыштырғанда, беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге лә, сифат та юғарыраҡ ине. Урындағы ПРС бригадаһы бер скважинала ремонт эшләп өлгөрһә, беҙ шул уҡ ваҡыт эсендә өс скважина тапшырабыҙ. Лянторҙа һауа шарттары ифрат ауыр. Температура 40 градустан да түбәнерәк төшә, Төньяҡ боҙло океан яғынан көслө ел иҫә. Ул ел һыуыҡтар 50 градусҡа етһә генә туҡтап тора. Торбаларҙы күтәреп сығара башлаһаң, нефть ҡатыш тоҙло һыуға ҡойонаһың, аяҡ аҫтында ла шул һыу. Етмәһә, скважинанан газ бәрә, тын алырға кислород етешмәй. Бына шундай шарттарҙа, ергә таҡталар түшәп, крюкоблокка эләкте­релгән штангаларҙы, торбаларҙы ауыр асҡыс менән туҡтауһыҙ һүтеп, яңынан тоташтырып, йүгереп эшләйһең. Эшселәр үҙ сменаһын тамамлай ҙа ял итергә китә, ә мастер икешәр смена скважинала.
Беҙҙең эргәлә Куйбышев, Украинаның Ивано-Франковск ҡалаларынан килгән нефтселәр эшләне. Тәжрибә, өлгөрлөк йәһәтенән “Башнефть” егеттәренән ныҡ ҡалышалар. Беҙҙекеләрҙең барлыҡ хәрәкәттәре автомат рәүешендә эшләү кимәленә еткерелгән. Башҡортса, татарса һөйләшәбеҙ. Бер заман тәкәббер украиндар беҙгә: “Русса һөйләшегеҙ!” – тип бәйләнә, кәмһетә башлағас, үҙҙәрен һуҡҡылап алырға тура килде. Ни тиһәң дә, скважиналарҙа фәрештәләр эшләмәй шул. Башҡортостан нефтселәрен Төмәндә бик ихтирам итәләр. Ә кемдәр был донъяла ихтирам яулай? Әлбиттә, иң тәүҙә көслөрәктәр.
“Башнефть” берекмәһе Төмәндәге эштәргә ныҡлап 1984 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм Министрҙар Советының берлектәге ҡарары нигеҙендә йәлеп ителде. Тәүге йылда уҡ “Башнефть” Төмәндә 7 млн. тонна нефть сығарып, 1987 йылда был һанды 23 млн. тоннаға еткерҙе. Бөгөн дә Төмән нефтен сығарыуҙа Башҡортостан төп база ролен үтәп килә. Технологик ҡорамалдарҙың да төп өлөшө беҙҙең республиканан килтерелә, бел­гестәр менән дә, нигеҙҙә, Башҡортостан тәьмин итә.
Совет осоронда, 1970 – 1980 йыл­дарҙа, “Башнефть” коллективы республикала бик ҙур эш башҡара. Нефтсе­ләрҙең тырышлығы менән Ишембай, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө ҡалалары, Семилетка, Приют, Краснохолм, Серафимовка ҡасабалары таны­маҫлыҡ булып үҙгәрә. Байтаҡ заманса торлаҡ төҙөлөп, кешеләр, ниһайәт, барак­тарҙан, коммуналь фатирҙарҙан сыға. Яңы мәҙәниәт һарайҙары, мәктәптәр, спорт комплекстары, дауаханалар күпләп һалына. Был эштәрҙең башында легендар шәхес, Социалистик Хеҙмәт Геройы, “Башнефть” берекмәһенең генераль директоры Евгений Васильевич Столяров тора. Берекмәләге хәлдәрҙе КПСС Өлкә Комитеты секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров та күҙ уңынан ысҡындырмай, төҙөлөш объекттарында йыш була, хатта мастерҙар, прорабтар менән танышып, күптәренең исем-шәрифен хәтерендә тота.
90-сы йылдар башында нефть тар­мағы ойоштороу, етәкселек йәһәтенән ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Гайдар реформалары осоронда барлыҡ хаҡтар туҡтауһыҙ һәм самаһыҙ үҫкән саҡта сей нефть хаҡы Хөкүмәт ҡарары менән бик түбән кимәлдә үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды. Был ярым криминаль структуралар өсөн бик уңайлы булды. Сей нефть фонд тауар-сеймал биржалары аша үткәрелә һәм, кемдә долларҙар бар, шуның ҡулына эләгә. Шул башҡа һыймаҫ башбаш­таҡлыҡ осоронда кем генә нефть менән сауҙа итмәне?! Валюта – нефть дол­ларҙары сит илдәргә сығарылды, тәүге Рәсәй миллиардерҙары, олигархтар ҡатламы хасил булды. Ә нефть сығарыу предприятиелары, юғары процентлы кредиттар алып, банкротлыҡ хәленә еткерелде. 1992 йылдың ғинуарында “Башнефть”, “Нижневартовскнефть”, “Юганскнефть” берекмәләре президент Ельцинға протест хаты ебәрҙе һәм забастовкаға әҙерлек тураһында белдерҙе. Ельцин, ниндәй ҙур хәүеф янағанын аңлап, Юғары Совет рәйесе Руслан Хасбу­латовҡа бөтә ил буйлап эш хаҡтарына, пенсияларға, барлыҡ социаль түләүҙәргә инфляция кимәлендәге индексация үткәреп, уларҙы 1992 йылда түләп бөтөрөргә ҡуша. Махсус комиссия төҙөп, нефтселәрҙең дә талаптары өлөшләтә ҡәнәғәтлән­дерелде: нефть сығарыу­сыларға уларҙың эшләп алған валюталары ҡайтарыла, сеймалға хаҡ рентабеллелек кимәленә еткерелеп күтәрелә, эш хаҡына индексация үткәрелә.
Бөгөн иһә иң мөһиме – инфраструктураны һаҡлау, сөнки беҙҙең күпселек ҡалалар, райондар нефть сәнәғәте предприятиелары иҫәбенә генә йәшәп килә.

Ренат НУРЕТДИНОВ,
Рәсәй Федерацияһының
почетлы нефтсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә