Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яңы финанс йылы бүләктәре
Яңы финанс йылы бүләктәре 2016 йыл Башҡортостан иҡтисады өсөн айырыуса көсөргәнешле, ваҡиғаларға бай булды, һәм уларҙың иң мөһимдәре, әлбиттә, “Башнефть” берекмәһе тирәһендәге хәлдәргә бәйле. Берекмәнең “Роснефть” составына тапшырылыу процедуралары әлегә тамамланмаған һәм был турала комментарийҙар ҙа сикләнгән. Мәҫәлән, күп профилле нефть сервисы холдингы “Таргин” мәсьәләһе сиселеше лә әлегә билдәһеҙ. “Таргин” – тулыһынса “Система” финанс корпорацияһы структураһы. Холдингтың “Таргин Бурение”, “Таргин КРС”, “Таргин Механосервис” һәм башҡа подразделениеларында 18 мең кеше эшләй. Уның төп көсөн 48 быраулау, 173 скважиналарҙы ремонтлау бригадаһы тәшкил итә.
Республика ҡалаларында нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар, төрлө аппаратура, приборҙар проектлау, етештереү, эксплуатациялау менән шөғөлләнгән ойошмалар һәм предприятиелар бихисап – уларҙың яҙмышы ла билдәһеҙ. Йәнә төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән подряд, субподряд, партнер ойошмалары күп – уларҙың барыһының да “Роснефть” берекмәһенә кәрәклеге шулай уҡ шикле. 12 төбәктә төҙөлгән 744 АЗС менән артабан ни булыр – уларҙа элеккесә “Башнефть” флагы елберҙәрме?
Һигеҙ тиҫтә йыл дауамында Башҡорт­остан сәнәғәтенең төп көсөн тәшкил иткән берекмәнең артабанғы яҙмышы, әлбиттә, быйыл да иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ.
Бөтә Рәсәй кимәлендәге иҡтисади көсөргәнешлек былтыр Санкт-Петербургта уҙғарылған ХХV халыҡ-ара финанс конгресынан һуң шаҡтай арта төштө. Конгреста Үҙәк банк рәйесе Э. Нәбиуллина яҡындағы осорҙа “ҡаты эмиссия сәйәсәте” алып барыласағына баҫым яһаны, һәм был сығыш монетаристик позицияларға яҡын торған иҡтисад­сыларҙа (иң тәүҙә В. Геращенко, А. Кудрин, Г. Греф, Т. Голикова һ.б.) ҙур борсолоу уятты. Был сәйәсәт әлегә иҡтисадта монетизацияны бик түбән кимәлдә (45 процент самаһы, сағыштырыу өсөн: Ҡытай – 195 процент, ЕС – 140 процент) һаҡлау менән сикләнде. Үҙәк банк рәйесенең оппоненттары кисектермә­йенсә өҫтәмә эмиссия иҫәбенә эш хаҡына, пенсияларға, социаль түләүҙәргә реаль инфляция кимәлендә индексация үткәрә башлауҙы тәҡдим итә.
Премьер-министрҙың йыл һайын үткәрелгән “Дмитрий Медведев менән һөйләшеү” телевизион программаһында: “Һалымдар системаһын, микроиҡтисадта тотороҡло күрһәткестәргә өлгәшмәйенсә, үҙгәртмәйәсәкбеҙ. Әлбиттә, финансты аҡса менән тултырырға мөмкин, әммә ул инфляцияның көсәйеүенә килтерәсәк. Былтыр беҙҙә бик түбән инфляция – 5,5 процент, быйыл уны 4 процентҡа тиклем кәметеүҙе планлаштырабыҙ”, – тип белдереүе лә монетаристик даирәләрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, һәм улар реаль инфляция күп тапҡырға күберәк тип күрһәтә башланы. Ә 15 декабрҙә Премьер-министр Д. Медведев тележурналис­тар алдында: “Хөкүмәт 2016 йылда бик яҡшы эшләне”, – тип сығыш яһағандан һуң, Иҫәпләү палатаһы рәйесе, 1990 – 2007 йылдарҙа Финанс министрлығында ябай иҡтисадсынан башлап министр урынбаҫары вазифаһына хәтлем үрләгән, бюджет проекттары төҙөү менән шөғөл­ләнгән Татьяна Голикова, 2016 йылғы “Көрсөккә ҡаршы план”дың 122 пунктынан 63-ө генә үтәлеүенә күрһәтеп, “…пландың үтәлмәү сәбәбе – идаралыҡ итеүҙең түбән сифаты. Күрәһең, Хөкүмәттә иҡтисади көрсөк тамамланды, тип иҫәпләйҙәр, сөнки нефть хаҡы баррелгә 35 долларҙан 50 долларға тиклем күтәрелде, ә бюджет 40 долларға иҫәпләп төҙөлгәйне”, – тип бик ҡәтғи белдереү яһаны. Голикова 2015 йылғы “Көрсөккә ҡаршы план”дың да үтәлмәүенә күрһәткәйне, әммә Хөкүмәттә ул саҡта ла аңлатма бирелмәне.
Ул арала финанс министры А. Силуанов быйыл Стабилизация фондының да ҡулланылып бөтәсәге һәм финанс йылының бик көсөргәнешле буласағы тураһында белдереү яһаны.
Финанс белгестәре килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен һалымдар система­һындағы, хаҡтар өлкәһендәге һәм эмиссия сәйәсәтендәге ҙур хаталарҙа күрә. Геращенко кеүек абруйлы иҡтисадсылар, юғарыла күрһәтелеүенсә, эмиссияны сикләүҙе, әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫыуҙы инфляцияға ҡаршы көрәштең иң насар формаһы тип иҫәпләй һәм иҡтисадты монетизациялау кимәлен үҫеш өсөн етерлек ҙурлыҡтарға еткереүҙе төп шарт итеп ҡуя. Эмиссия эш хаҡын, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе, ниһайәт, реаль инфляция кимәлендә индексациялау мөмкинлеге бирәсәк.
Һалымдар системаһында белгестәр күп йылдар дауамында физик шәхес­тәрҙең килеменә һалымды прогрессив шкалаға күсереүҙе, ә предприятиелар килеменә һалымды бөгөнгө 20 процент нормаһынан элекке, 90-сы йылдарҙағы 35 процентҡа тиклем күтәреүҙе тәҡдим итеп килә. Мәҫәлән, АҠШ граждандары һалымды ете шкала буйынса килемдең 10 процентынан алып 39,6процентҡа тиклем түләй. Германияла – биш шкала буйынса 14 – 45 процент, Англияла өс шкала – 20 процент, 40 һәм 45 процент прогрессияһы ҡулланыла.
Прогрессив шкала Советтар Союзында ла НЭП (яңы иҡтисади сәйәсәт) заманында 16 разряд буйынса ҡулланыла. Һалымдарҙы түләү өсөн махсус шартлы валюта – “алтын һумдар” сығарыла, һәм улар илде индустриялаштырыу фондына күсерелә.
Хаҡтар сәйәсәтенә санация ла инфляцияны кәметеүгә ҙур өлөш индерә ала, сөнки хаҡтар өлкәһендәге спекулятив сикһеҙлек финанс тотороҡлолоғона ҙур зыян килтерә. Беҙҙә тауарға сауҙа өҫтәмәһе закон менән бөтөнләй сикләнмәй һәм, донъяла бер илдә лә күҙәтелмәгән самаһыҙ юғары кимәлдәргә етеп, инфляцияға килтерә. Был өлкәлә лә беҙгә һыналған донъя практикаһына яҡынлашыу талап ителә. Үҙебеҙҙәге тәжрибәне иҫкә төшөрөү ҙә кәрәктер: Советтар Союзында сауҙа өҫтәмәһе 8–12 процент тәшкил итте һәм пояс зоналарына ҡарап билдәләнде: 1-се пояс – 8 процент, 2-се пояс – 10 процент һәм 3-сө пояс – 12 процентҡа тиклем.
Бөгөнгө көндә ЕС илдәрендә сауҙа өҫтәмәһе уртаса 12 процент тәшкил итә, иң юғары норма – 25 процент (мәҫәлән, төньяҡтағы утрауҙар һәм башҡа алыҫ төбәктәр өсөн). АҠШ-та – уртаса 17 процент, иң юғары норма – 25 процент (Аляска һәм башҡа алыҫ төбәктәр өсөн). Хаҡтарҙы күҙәтеү бөтә донъяла етештереүсе предприятиенан алып магазин кәштәһенә тиклем алып барыла, бер юлы контрафакт тауарға ла сик ҡуйыла.
Сауҙа өҫтәмәләре өлкәһендәге спекулятив сикһеҙлек илгә һәм халыҡҡа ҙур зыян килтерә, уны туҡтатыу зарурлығы көн кеүек асыҡ, шуға күрә был өлкәлә етди аҙымдар талап ителә. Хәүеф, иҡтисадыбыҙҙың бер ҙур етешһеҙлеге булып, яңы йылға ла үтеп, артабан да үҙенең емерткес эшен дауам итә. Рекламаларҙа 50–75 проценттарға еткән “ташламаларҙы”, магазинда, мәҫәлән, 9999 һумға (беҙҙең сауҙала шундай хаҡтарҙы ниңәлер бик яраталар, сөнки хаҡтарҙы күҙәтеү механизмдары бөтөнләй юҡ) бер тун алһаң, икенсеһен “бушлай өҫтәп” биргәндәрен күреп, беҙҙең халыҡ хәҙер һис аптырамай, бының ниндәй ҙур хәүеф булыуына иғтибар ҙа итмәй. Барлыҡ өмөт, ниһайәт, йәмғиәтебеҙҙең иҡтисади хәүефтәрҙе танырға өйрәнеп, уларҙың юлына ныҡлы кәртә һалыу зарурлығын аңлай башлауына – хоҡуҡи дәүләткә яҡынлашыуына. Быйыл был өлкәлә һынылыш башланыуына өмөт бар.


Автор: Закир ЗИННӘТУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 7

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 5

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 7

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә