Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бөртөкләп йыйыла... йомортҡа
Бөртөкләп йыйыла... йомортҡа Бөртөкләп йыйыла... йомортҡа Һеҙҙең йәшел, зәңгәр йомортҡаларҙы күргәнегеҙ бармы? Ә ҡыҙылын? Юҡ, урыҫтарҙың Пасха байрамына буялғанын түгел, ысынын? Әгәр алдығыҙға ҡап-ҡара ит ҡуйып, был тауыҡтыҡы, тиһәләр, нисек ҡабул итер инегеҙ? Етмәһә, тиреһе көрән, һөйәге ҡара булһа?
Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгән Гүзәл һәм Рөстәм Тимерғәлиевтәр үҙ ихатаһында ун алты төрлө тоҡомло тауыҡ үрсетә.

Ысынлап та, “ҡытай ебәк аборигены” тоҡомло тауыҡтарҙың бройлер варианты­ның ите лә, һөйәге лә ҡара, тиреһе көрән төҫтә, ә һурпаһы ҡәҙимге ауыл тауығыныҡы кеүек һары.
— Бындай ит ҡытай медицинаһында дауалау маҡсатында файҙаланыла, — ти Рөстәм Мәжит улы. — Ул яман шеш күҙәнәктәрен үлтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ мелатонин күплеге менән дә айырылып тора. Ауырлыҡты тиҙ йыялар, бер бройлер 4-5 килограмға етә, дүрт айҙан йомортҡа һала башлайҙар. Ябай тауыҡтарҙың аяғында дүрт бармаҡ булһа, быларҙыҡы — бишәү.
Рөстәм тауыҡтары хаҡында көндәр буйына ла һөйләргә әҙер.
— Шул уҡ “ҡытай ебәк” тоҡомлоларҙың карлик варианттары ла бар. Уларҙың ҡау­рыйы ҡанаттары менән ҡойроғонда ғына, йөнө ҡуяндыҡы һымаҡ йомшаҡ. Ауыр­лыҡтары бер килоға ла етмәй — 600-700 грамм. Йомортҡалары 45-50 грамм тирәһе була.
Ә бына йәшел йомортҡаларҙы “синь-синь-дянь” тоҡомло тауыҡтар һала икән. Уларҙың әтәстәре ҡара, тауыҡтары ҡара һәм көрән төҫтә. Йылына 300 йомортҡа алырға мөмкин!
“Маран” тоҡомло тауыҡтарҙың йоморт­ҡа­ларында сальмонеллез бөтөнләй булмай. Цесарка менән страус (дөйәғош) йомортҡалары ла ошо исемлеккә инә. “Маран”дың йомортҡаһы ҡыҙыл төҫтә. Йәш балаға уны ныҡ бешермәгән килеш ашатһаң да, бер хәүефе лә юҡ икән.
Рөстәм Тимерғәлиев тауыҡтар үрсетеүгә дүрт йыл элек тотонған. Өфөлә йәшәгән ғаилә, уртансы малайҙары сирләп киткәс, өс балалары менән бергә ауыл еренә күсергә ҡарар итә. Ҡатыны Гүзәлдең әсәһе Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәгәс, бында йыш ҡайтып йөрөгәс, ошонда төпләнергә уйлайҙар. Бик оҙаҡ һай­лайҙар матур урынды. Ниһайәт, алты йылдан ғына үҙҙәренә оҡшаған ерҙе табып, өй һалып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәргә тотоналар. Ҡатыны өй эсендә иҫ киткес ғәжәйеп матур экзотик гөлдәр үҫ­терә, баҡсаһындағы йәшел, сирень төҫөн­дәге һирәк осрай торған рауза сәскәләрен күреп, бар тирә-яҡ күршеләре, таныштары, дуҫтары һоҡлана. 500 көршәк гөл үҫтерә уңған хужабикә.
Рөстәм иһә башта Авдондан тауыҡтар алып ҡайта. Тик уларҙың йомортҡа һа­лыу­ҙан башҡа әллә ни файҙаһын күрмәй. Итенең тәме оҡшамай. Тоҡомло тауыҡтар үрсетергә ҡарар итә. Бөгөн Рөстәмдең 16 төрлө тоҡомдан 70 – 80 тауығы бар. Балтас районының Иҫке Яҡшый ауылында тыуған егет Мәүгизә өләсәһенең 30 градус ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла һарайҙан тауыҡ йоморт­ҡалары алып ингәнен яҡшы хәтерләй.
— Һыуыҡта туңып, ярылып бөтә тор­ғайнылар. Ҡыш көнөндә лә йомортҡа һалған ниндәй тоҡом булғандыр улар, — тип аптырай әле Рөстәм. — Ә беҙҙең был тауыҡтарға йылы кәрәк.
16 төрлө тоҡомдо йыйыр өсөн ҡайҙарҙа ғына булмай Рөстәм. Былтыр яҙ бер әтәсте алыр өсөн, 600 саҡрым ара үтеп, Пермгә хәтлем барып етә. Шулай уҡ үткән йылдың февраль айында, буран булыуға ҡарамай, “алтын Павлов” тоҡомло әтәсте алыр өсөн Туймазыға юлға сыға. 1,5 мең һумға һатып алып ҡайта. Аҙаҡ Гүзәл Интернеттан ҡарап ултырһа, шундай уҡ әтәсте Өфө аэропорты янында 900 һумға ла һатҡандарын әйтә.
— Кеше берәй шөғөл менән бер йыл дауамында ҡыҙыҡһынһа, мауыҡһа, ул хобби була. Әгәр өс йылға һуҙылһа, “ауырыу”ға әйләнә. Ә инде шул шөғөлдәре өс йылдан да артып китһә — ул “хроник сирле” кеше була.
— Тимәк, һеҙ “хроник сирле”һегеҙ инде?
— Шулай килеп сыға, күрәһең. Әгәр мин ҡайҙалыр үҙемә кәрәк тоҡом барлығын белһәм, бер нимәгә ҡарамай юлға сығып китәм. Машинамда барам, алып ҡайтам. Бензин хаҡын да уйламайым, тауыҡтарҙың күпме торғанына ла ҡарамайым.
“Кобб-500” тоҡомло тауыҡтарҙың йо­мортҡаларын Рөстәм Чехословакиянан алдыра. Уларға махсус өсмөйөшлө штамп ҡуйыла, шуға башҡа төр менән бутап та, алдап та булмай. Былтыр шул 600 йомортҡанан себештәр сығарғандар. 35 көндә һуйып ашарға әҙер була. Тағы ла ун көнгә оҙағыраҡ тотһаң, ауырлығы 1500-1700 грамға етә.
— Беҙ магазиндан алған бер килограмм тауыҡ итен һалып бешерһәк, кәмеп, яр­тыһы ғына ҡала. Ә былар күпме ауыр­лыҡта булһа, бешкәс тә шул килеш ҡала.
Донъялағы иң ҙур тауыҡ — “джерси-гигант” тоҡомо ла бар Рөстәмдең иха­таһында. Әтәсенең ауырлығы ике йылда ете килограмға етә.
“Франция символы” тоҡомона ни өсөн шундай исем ҡушҡандар тиһегеҙме? Илдең флагы өс төҫтә: ҡыҙыл, аҡ һәм күк. Был тауыҡтарҙың да кикректәре ҡыҙыл, ҡаурыйҙары аҡ, аяҡтары күк.
“Итекле” тауыҡтары ла, шоумен Никита Джигурданыҡы кеүек сәсле әтәстәре лә бар. Польшанан “кохинхин” тоҡомло карлик әтәстәр ҙә ҡайтарталар. Тауыҡтар янында бүҙәнәләр ҙә айырым бер ситлеккә урын­лаштырылған. Уларҙың йоморт­ҡалары ла бик файҙалы икәнен, моғайын, һәр кем беләлер.
— Рөстәм, һеҙ бер юлы 600 себеш сығарҙыҡ, тинегеҙ. Уларҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөрәһегеҙ, бөтәһен дә үҙегеҙ аҫрамай­һығыҙҙыр бит, алырға теләүселәр булһа, һатаһығыҙмы?
— Яҙ етә башлаһа, бигерәк тә май айында кешеләр бройлер себештәре һорай башлай. Уларға бирәм.
— Нисә көнлөктәрен тәҡдим итәһегеҙ?
— Ниндәй генә тоҡомло тауыҡ йо­мортҡаларынан сыҡҡан себеш булмаһын, хатта ябай ауыл тауыҡтарынан да, ике аҙна уларҙы ныҡлап ҡарарға кәрәк. Үҙем шул ваҡыт эсендә йүнләп йоҡламайым да, ашамайым да тигәндәй. Ике аҙна һәйбәт итеп ашатһаң, бирешмәй, артабан һәйбәт үҫеп китәләр. Унан инде яйлап ПК-2 ҡатнаш аҙыҡ бирә башларға ла мөмкин. “Джерси-гигант” тоҡомло се­бештәргә аҙна дауамында кукуруз оно ашатам. Шунан ике ай буйына әлеге онға ПК-2 ҡатнаш аҙыҡ ҡушып бирәм, аҙаҡ ПК-4-кә күсәм.
— Инкубаторҙан алған күп кеше себештәре үлеүгә зарлана. Бының сәбәбе ниҙә икәнен әйтә алаһығыҙмы?
— Иң ҙур хаталары — бер нисә көнлөк кенә себештәргә бешкән йомортҡаны ваҡлап бирәләр. Быны эшләргә һис тә ярамай. Ғөмүмән, ике айға тиклем уларға ныҡ иғтибар талап ителә. Берәүһенең башын аҫҡа эйеп ултырғанын күреп ҡалһам, шунда уҡ уны башҡаларынан айырып алам, ауырыуының сәбәбен эҙләйем. Табам, дауалайым. Себештәр ҡабаҡты бик ярата. Йомшағын ашап бөткәс тә, ҡабығын ваҡлап, бәрәңге менән бергә бешереп, тағы бирәм. Ҡабаҡ бик файҙалы, эсәктәрен таҙарта. Бер ниндәй ҡорттар ҙа ҡалмай. Әгәр тауыҡтарға протеин етмәһә, улар ҡаурыйҙарын йолҡа башлай, бер-береһен суҡый. Сирҙәре аҙып китһә, дауалау ҙа ҡыйынлаша.
Район хакимиәтенән килеп, һабантуйға тауыҡтарын алып халыҡҡа күрһәтеүен һорағастар, Рөстәм Тимерғәлиев ун төрлө тоҡомо менән байрамға сыға. Бөтә кеше уның янында була. Хатта хирург еҙнәһе дүрт тапҡыр килеп ҡарай. Рөстәмдең “Һуң һин нимә эшләп йөрөйһөң бында, өйгә килеп тә ҡарай алаһың бит” тигәненә тегеһе: “Башҡа ерҙә күңелһеҙ бит, һинең тауыҡтарың янында ҡыҙығыраҡ”, — тип яуап ҡайтара.
Халыҡтың Рөстәмдең тауыҡтарына ҡарата шундай ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар күрһәткәнен күргән етәкселәр быйыл Рөстәм Тимерғәлиевкә эшен ҙурыраҡ күләмдә алып барырға тәҡдим итә. Ә йүнселгә шундай ярҙам бик кәрәк.
— Әгәр грант бирһәләр, һәр тоҡомдо айырым урындарға бүлеп ҡуйыр инем. Фазан менән тауис үрсетергә лә иҫәбем бар. Ҙурыраҡ инкубатор кәрәк. Аҙыҡты ваҡлап бирә торған аппарат та ҡама­сау­ламаҫ ине. Иң мөһиме: мәктәптәрҙән балалар килеп ҡарай ала. Беҙҙең Нуриман районында 93 инвалид бала бар. Иң беренсе уларҙы саҡырып күрһәтер инем. Әле йыл да Ҡыҙылъяр мәктәбенән уҡыусылар экскурсияға килеп китә.
— Тауыҡ йылын бик ҙур пландар менән ҡаршылайһығыҙ икән...
— Эйе, Башҡортостан юлдаш теле­видениеһының “Бай баҡса” тапшырыуынан Гүзәлдең гөлдәрен, минең тауыҡтарҙы төшөрөп кенә киткәйнеләр, “Яңылыҡтар” программаһынан да килеп еттеләр. “Юлдаш” радиоһынан конкурста еңеүселәргә бер әтәс һорап мөрәжәғәт иткәйнеләр, “кохинхин” тоҡомло әтәс икәү ине, үҙебеҙгә берәү ҙә еткән, тип биреп ебәрҙек.
Уңған хужаларға: “Әтәстәрегеҙ һәр иртә­лә хәйерле көн теләп ҡысҡырып уятһын, тауыҡтарығыҙ ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр йомортҡалар ғына түгел, ә алтындарын да һалһын, 2017 йылдың һәр бер көнө ҡыт-ҡыт итеп йырлаған тауыштар менән бәрәкәтле үтһен”, — тип теләргә генә ҡала.


Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Район: Нуриман районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә