Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Донъя баҙарына беҙҙән ни кәрәк?
Донъя баҙарына беҙҙән ни кәрәк? Тиҫтәләрсә йыл рәттән беҙҙең илдең эске баҙар шарттарында ғына йәшәүе үҙебеҙҙә күп тауарҙың конкуренцияға һәләтен кәметте. “Тимер шаршау” асылғас та, шунда уҡ тойҙоҡ быны: сит ил әйберҙәре ялтырауыҡ һәм зауыҡлы ғына түгел, хаҡы буйынса ла отошлораҡ ине. Хәҙер Рәсәйҙең иҡтисады – донъялағы иң ҡеүәтлеләрҙең береһе. Илдең, шул иҫәптән Башҡортостандың, экспорт мөмкинлектәре донъя баҙарына нисек юл яра?
Күптәр 2009 йылғы иҡтисади көрсөктөң нисек уҙғанын хәтерләйҙер, моғайын: тормош-көнкүрештең ауырлашасағы тура­һында һүҙ күп булды, ләкин ғәмәлдә хәл насарайманы, сөнки нефткә хаҡ төшөүе оҙаҡ дауам итмәне, бер аҙҙан ул күтәрелә лә башланы. Халыҡтың һатып алыу һәләте лә элекке хәленә кире ҡайтты, сәнәғәттең сеймалға бәйле булмаған тармаҡтары ла әүҙемлеген арттыра төштө. Ләкин бөгөнгө ҡыйынлыҡтар бөтә донъя иҡти­сады өсөн оҙайлығы һәм тәрәнлеге буйынса уртаҡ.
Был көрсөк һәм Көнбайыштың санкциялары Рәсәйҙә яңы иҡтисади үҫеш нөктәләрен булдырырға мәжбүр итә. Белгестәр раҫлауынса, бөгөнгө шарттарҙа нефткә хаҡтың кәмеүе лә, санкциялар ҙа алдағы үҫешкә һиҙелерлек ҡамасаулай алмай. Бында иң төп ҡамасау – хужалыҡ инфраструктураһының насар үҫешкән һәм эске баҙарҙың мөмкинлеге сикләнгән булыуы. Ил Хөкүмәте иҡтисади структураны үҫтереү һәм заманға яраҡлаштырыу өсөн күп эш башҡара, әммә эске баҙарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү еңелдән түгел: халыҡтың һанын да икеләтә арттырып булмай, һатып алыу кимәлен дә тиҙ генә күтәреү мөмкин түгел. Әлеге ваҡытта импортҡа алмашҡа үҙ тауарҙарыбыҙҙы етештереү тураһында күп яҙалар, был йүнәлештә уңыштар ҙа байтаҡ ҡына. Ләкин, йәнә килеп, көрсөк арҡаһында һатып алыу кимәленең үҫмәүе был эшкә лә кире йоғонто яһай.
Тимәк, беҙҙең сеймал менән бәйле булмаған хужалыҡ тармаҡтарына импортты алмаштырыуҙан бигерәк тышҡы баҙарға күберәк продукцияны һатыуға сығарыу яңы һулыш бирергә һәләтле.
– Айырыуса бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡтың сит илгә продукция сығарыу һәләте ҙур, әммә уны һаман да фай­ҙаланып еткермәйбеҙ, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин, күптән түгел Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар советы ултырышында сығыш яһап. – Был төр йүнселдәрҙең илдең дөйөм иҡти­садындағы өлөшө 21 процент самаһы тәшкил итә, ә башҡа илдәрҙә ул 85-90 процентҡа етергә мөмкин. Эшҡыуарҙар етештергән тауар әлеге көндә урындағы баҙар йәки төбәк менән генә сикләнә. Хатта бик сифатлы продукция эшләп сығарған хәлдә лә уны экспортҡа оҙатыу мөмкинлектәре сикле. Беҙ уларға донъя баҙарына сығырға ярҙам иткән механизм булдырырға бурыслы.
Ил етәксеһенең яңыраҡ сит илдәргә ҡорал һатыу буйынса кәңәшмә үткәреүен күптәр хәтерләйҙер. Президент аныҡ­лауынса, граждандар продукцияһы экспорты оҙаҡламай ҡорал буйынса күр­һәткесте уҙып та китәсәк. Ватаныбыҙҙың IT-индустрия тауарҙары, мәҫәлән, былтыр донъя баҙарына 6,7 миллиард доллар күләмендә сығарылды, ә ҡорал һатыу шул уҡ осорҙа 14,5 миллиард доллар тәшкил итте. Тимәк, тәүгеһенең икенсеһен ҡыуып етергә әллә ни алыҫ ҡалмай.
Ләкин Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, Рәсәй экспортының күпселеге әлегә сеймал булыуы асыҡ күренә: ошо йылдың тәүге яртыһында углеводородтар дөйөм өлөштөң – 63 процентын, ә машина эшләү тармағы продукцияһы – дүрт процентын, аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы тауарҙары биш процентын ғына алып торҙо.
Ошо уҡ сығанаҡ мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, Башҡортостандың былтырғы сауҙа әйләнеше (йәғни импорт менән экспорт икеһе бергә) 7 миллиард 84 миллион долларҙан ашыу тәшкил итте. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа аҙыраҡ. Шулай ҙа тирә-яҡ төбәктәргә ҡара­ғанда Башҡортостандың хәле һәй­бәтерәк: Волга буйы федераль округында, мәҫәлән, беҙҙең республиканың ошо күрһәткесе 15,1 процент булды. Сауҙа әйләнеше сальдоһы ыңғай, йәғни ситкә тауар һатыу уны үҙеңә һатып алыуҙан күберәк.
Әлбиттә, бөтә илгә хас булғанса, төбәгебеҙҙең экспортында төп урынды сеймал алып тора: уҙған йыл йомғаҡтары буйынса алыҫтағы сит илгә һатылған тауарҙың 78,7 проценты нефткә һәм уны эшкәртеү юлы менән алынған продукт­тарға тура килде. Төрлө механик әйберҙәр һәм ҡорамалдар 10 проценттан ашманы. Ләкин күпселек төрҙәге ҡорамалдар, электр машиналары, дарыу, химия продукттары, пластмасса әйберҙәр – былары республика үҙе һатып алған тауарҙар.
Республика 91 илгә тауар һата һәм 78 дәүләттән һатып ала. Импорт буйынса иң ҙурҙары – Германия, АҠШ, Ҡытай, Франция, Италия. Шулай ҙа яҡындағы сит илдәр (элекке союздаш совет республикалары) менән бәйләнеш киңерәк тә, әүҙемерәк тә. Күптән түгел Өфөлә булып үткән Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы, мәҫәлән, был күрше дәүләт менән иҡти­сади хеҙ­мәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн мөм­кинлектәр ҙур булыуын билдә­ләне. Ҡаҙаҡ ойошмалары менән импорт-экспорт эш­мә­кәрлегендә Башҡортос­тандың 140 пред­приятиеһы ҡатнаша. Ошо илдең генераль консулы Әсғәт Нусҡабай әйтеүенсә, территориаль яҡынлыҡ, транспорт бәйлә­нешенең элек-электән уңайлы булыуы, таможня кәртәлә­ренең юҡлығы иҡтисади хеҙмәттәшлектең киңәйә барыуына ярҙам итә.
Хәҙерге осорҙа сит илдәр баҙарына үтеп инеү еңелдән түгел, сөнки иҡтисади көрсөк шарттарында күп дәүләттәр протекционистик (үҙ тауар етештереүселәрен яҡлау) сәйәсәте үткәрә. Тимәк, ил хөкүмәте лә Рәсәй эшҡыуарҙарына ярҙам итергә бурыслы. Һәм был йүнәлештә байтаҡ эшләнә: экспорт пошлиналары кәметелә, сит илгә тауар сығарыу өсөн һәр төрлө рөхсәт алыу еңеләйтелә, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу сығымдарына субсидия бирелә һәм башҡалар. Дөрөҫ, тауарҙың ҡулланыу сифатын яҡшыртыу маҡсатындағы ғилми эҙләнеү һәм эшләнмәләр өсөн сығымға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың хәленән килмәй. Ә бит Рәсәйҙең донъя баҙарын яулауҙағы киләсәге тап уларға бәйле.
Айырым тармаҡтар йәки продукция төр­ҙәре буйынса ла эш бара. Мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй төбәк­тәре араһында ла беренсе урынды биләй. Ә һыйыр малы һаны, һөт, ҡымыҙ, бал етештереү буйынса илдә Башҡорт­останға тиңләшкәндәр юҡ. Республикабыҙ сит илгә йылына 14 мең тонна киптерелгән һөт, 13 мең тонна сыр, 235 мең тонна үҫем­лек майы, 72 мең тонна он һәм ярма, биш мең тонна ликер-араҡы, ете мең тонна умартасылыҡ продукцияһы һәм башҡаларҙы оҙатырға һәләтле.
Бөтә был һандар Ҡытайҙың Мәскәүҙәге илселегендә Башҡортостандың исем туйын үткәргәндә һанап кителде. Ҡытай иҡтисадсылары һәм сауҙагәрҙәре респуб­ликабыҙ етештергән аҙыҡ-түлек менән яҡшы таныш. Хәйер, беҙҙең төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы ғәрәп илдәрендә һәм башҡа тарафтарҙа ла билдәле. Яңы­раҡ республикабыҙҙың Ҡытайға ҙур күләм­дә туңдырма һатыу мөмкинлеге лә бил­дәле булды, “Башкирский холод” ком­па­нияһына ҡараған өс предприятие етеш­тер­гән был тауар әле, Ҡытай яғының тәби­ғи талаптарына ярашлы, Мәскәүҙә “Россельхознадзор”ҙа санитар тикшереүе үтә.
Был уңыштар Башҡортостан Хөкү­мәтенең даими ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине. “Сит илдәр баҙарына киңерәк үтеп инер өсөн беҙгә үҙебеҙҙе танытырға кәрәк, республиканың брендын үҫтерә һәм камиллаштыра барыу талап ителә. Юғиһә бик сифатлы продукция сығарған предприятиены ла йыш ҡына уның янында йәшәгәндәрҙән тыш бер кем дә белмәй”, – тип яҙғайны үҙенең блогында Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Нидерланд илсеһе менән осрашыуы тура­һындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Донъя баҙарына беҙҙән ни кәрәк? Тимәк, донъя баҙарын яулау өсөн, берҙән, ҡулланыусылар ихтыяжы талап иткән продукция етештерергә кәрәк, икен­сенән, ул сифаты буйынса төп талаптарға яуап бирергә тейеш, өсөнсөнән, уға шәп реклама ла кәрәк. Быларҙың барыһы буйынса ла Башҡортостан ышаныслы рәүештә алға бара, тәжрибә туплай. ШОС һәм БРИКС ағзалары булған илдәрҙең йә етәкселәре, йә эшҡыуар­ҙарының кәңәш­ләшеү өсөн Өфөлә йыйылыуы, һөҙөмтәлә республикабыҙ предприятиеларына сит ил фирмалары менән килешеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек булдырылыуы ғына ла ни тора! Хатта көрсөк тип ҡурҡытыуҙары ла был йүнәлештән тайпылта алмай.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә