Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кешегә соҡор ҡаҙһаң...
Ошо көндәрҙә Брюсселдә үткән саммиттан һуң Евросоюз илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы тағы ла оҙайтырға мөмкин.
Франция президенты Франсуа Олланд менән Германия канцлеры Ангела Меркель союздаш илдәрҙең етәкселегенә ошо турала тәҡдим­дәрен еткерҙе. Улар был сараны Рәсәй тарафынан Украина буйынса Минск килешеүҙәренең үтәлмәүе менән аңлата. Олландтың әйтеүенсә, алға китеш булмай тороп, ул Германия канцлеры кеүек үк санкция­ларҙы оҙайтыу яҡлы.

Саммитта ҡатнашҡан күптәрҙең фекеренсә, Путин үҙенең сәйәси “ҡылыҡ”тары менән үҙ иленә санкцияларҙы йәлеп итә йәнәһе. Санкцияларҙы яҡлап сыҡҡан сит илдәрҙең матбуғат баҫмаларына күҙ һалһаң, Рәсәй халҡы саҡ аслыҡтан үлмәй интегә, имеш. Уларҙың яҙыуынса, санкциялар иғлан итеү башланғас, Рәсәй халҡы быға әллә ни иғтибар итмәй. Йәмәғәтселектең шундай өнһөҙ ризалығынан бөтә донъя хайран ҡалған, имеш. Әлбиттә, илебеҙгә ҡарата ошо мәкерле сараны ҡулланғандар рәсәйҙәрҙең баш күтәреүен, бола сығарыуын көҫәгән­дер. Ләкин халыҡтың уны тыныс ҡабул итеүе, магазин кәштә­лә­ренең бер ҙә бушап ҡалмауы аптыра­талыр хәҙер. Шулай ҙа яла яғыуҙан, Рәсәй халҡын меҫкен итеп күрһә­теүҙән баш тартмай улар. Мәҫәлән, Рәсәйҙә импортты алмаштырыу үҙен аҡламаны, тип ебәрәләр. Йәнәһе, илебеҙ халҡы һөт менән сырға ҡытлыҡ кисерә. Әгәр уларҙа һөт аҙыҡтарының 400 – 500 төрө бар икән, беҙҙә иһә бармаҡ менән һанарлыҡ...
Хәйер, магазиндарҙа һөт аҙыҡта­рының 500 төрө үк булмаһа ла, йәнең теләгәнен алырға мөмкин булыуы, башҡа аҙыҡ-түлектең дә тулып ятыуы тураһында һүҙ сурытып тороуҙың кәрәге юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күпселеге – үҙебеҙҙә етеште­релгән тауарҙар. Тимәк, күпме эш урындары барлыҡҡа килә, ил ҡаҙнаһы тулылана тигән һүҙ был. Әлбиттә, үҙҙәренең тауарҙарын ҡайҙа ҡуйырға һәм кемгә һатырға белмәгән илдәр өсөн бындай хәл оҡшап етмәй. Илебеҙҙе һүгә-һүгә, тауарҙарын сик аша үткәрергә лә маташалар. Әйтәйек, декабрҙә генә Рәсәйгә индерергә ниәтләнгән 8,5 мең тонна аҙыҡ-түлек “Россельхознадзор” тарафынан юҡ ителде.
Рәсәйҙең ут күршеһе Украина етәкселеге лә үҙ халҡының тормошон хәстәрләр урынға илебеҙҙең эске эштәренә, халыҡтың йәшәү рәүешенә ҡыҫылып маташа. Петр Порошенко иһә, нефткә хаҡтарҙың төшөүе, санкциялар Рәсәй иҡтисадына көслө йоғонто яһай, тип ҡулын ыуа: “Быны Рәсәйҙә һум курсының төшөүе лә раҫлай, – ти ул. – Күреүебеҙсә, санкциялар бик әһәмиәтле һәм йоғонтоло булды. Әгәр кемегеҙҙер киреһенсә уйлай икән, һумға ҡарағыҙ, барыһы ла асыҡ күренер”. Уның һүҙҙәренә ҡарата шуны ғына әйтергә була: Әтәс йылы етеп килә бит, әйҙә, әтәс­ләнһен...
Төҫлө күҙлектәрҙе сисеп күҙ һалһаҡ, эштәр нисегерәк тора һуң? Санкцияларҙан Рәсәйгә ҡарағанда Европа илдәре нығыраҡ яфа сигә, уларҙың иҡтисадына ла ҙур һынау, хатта сир булды тип әйтергә урын бар. Күп кенә илдәр етештергән аҙыҡ-түлек тауарҙарын Рәсәйҙә һатып кинәнде. Был мөмкинлектән ҡолаҡ ҡаҡҡас, фермерҙарының кәмәләре ҡомға ултырҙы, байтағы эшен ябырға мәжбүр булды.
Халҡыбыҙҙың тапҡыр әйтемен иҫкә төшөргө килә: кешегә соҡор ҡаҙма, үҙең төшөрһөң. Санкция ла санкция тип өҙлөкһөҙ тылҡыған бәндәләр ошо хаҡта ла уйлап ҡараһын ине.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә