Кешегә соҡор ҡаҙһаң...16.12.2016
Ошо көндәрҙә Брюсселдә үткән саммиттан һуң Евросоюз илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы тағы ла оҙайтырға мөмкин.
Франция президенты Франсуа Олланд менән Германия канцлеры Ангела Меркель союздаш илдәрҙең етәкселегенә ошо турала тәҡдимдәрен еткерҙе. Улар был сараны Рәсәй тарафынан Украина буйынса Минск килешеүҙәренең үтәлмәүе менән аңлата. Олландтың әйтеүенсә, алға китеш булмай тороп, ул Германия канцлеры кеүек үк санкцияларҙы оҙайтыу яҡлы.
Саммитта ҡатнашҡан күптәрҙең фекеренсә, Путин үҙенең сәйәси “ҡылыҡ”тары менән үҙ иленә санкцияларҙы йәлеп итә йәнәһе. Санкцияларҙы яҡлап сыҡҡан сит илдәрҙең матбуғат баҫмаларына күҙ һалһаң, Рәсәй халҡы саҡ аслыҡтан үлмәй интегә, имеш. Уларҙың яҙыуынса, санкциялар иғлан итеү башланғас, Рәсәй халҡы быға әллә ни иғтибар итмәй. Йәмәғәтселектең шундай өнһөҙ ризалығынан бөтә донъя хайран ҡалған, имеш. Әлбиттә, илебеҙгә ҡарата ошо мәкерле сараны ҡулланғандар рәсәйҙәрҙең баш күтәреүен, бола сығарыуын көҫәгәндер. Ләкин халыҡтың уны тыныс ҡабул итеүе, магазин кәштәләренең бер ҙә бушап ҡалмауы аптыраталыр хәҙер. Шулай ҙа яла яғыуҙан, Рәсәй халҡын меҫкен итеп күрһәтеүҙән баш тартмай улар. Мәҫәлән, Рәсәйҙә импортты алмаштырыу үҙен аҡламаны, тип ебәрәләр. Йәнәһе, илебеҙ халҡы һөт менән сырға ҡытлыҡ кисерә. Әгәр уларҙа һөт аҙыҡтарының 400 – 500 төрө бар икән, беҙҙә иһә бармаҡ менән һанарлыҡ...
Хәйер, магазиндарҙа һөт аҙыҡтарының 500 төрө үк булмаһа ла, йәнең теләгәнен алырға мөмкин булыуы, башҡа аҙыҡ-түлектең дә тулып ятыуы тураһында һүҙ сурытып тороуҙың кәрәге юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күпселеге – үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар. Тимәк, күпме эш урындары барлыҡҡа килә, ил ҡаҙнаһы тулылана тигән һүҙ был. Әлбиттә, үҙҙәренең тауарҙарын ҡайҙа ҡуйырға һәм кемгә һатырға белмәгән илдәр өсөн бындай хәл оҡшап етмәй. Илебеҙҙе һүгә-һүгә, тауарҙарын сик аша үткәрергә лә маташалар. Әйтәйек, декабрҙә генә Рәсәйгә индерергә ниәтләнгән 8,5 мең тонна аҙыҡ-түлек “Россельхознадзор” тарафынан юҡ ителде.
Рәсәйҙең ут күршеһе Украина етәкселеге лә үҙ халҡының тормошон хәстәрләр урынға илебеҙҙең эске эштәренә, халыҡтың йәшәү рәүешенә ҡыҫылып маташа. Петр Порошенко иһә, нефткә хаҡтарҙың төшөүе, санкциялар Рәсәй иҡтисадына көслө йоғонто яһай, тип ҡулын ыуа: “Быны Рәсәйҙә һум курсының төшөүе лә раҫлай, – ти ул. – Күреүебеҙсә, санкциялар бик әһәмиәтле һәм йоғонтоло булды. Әгәр кемегеҙҙер киреһенсә уйлай икән, һумға ҡарағыҙ, барыһы ла асыҡ күренер”. Уның һүҙҙәренә ҡарата шуны ғына әйтергә була: Әтәс йылы етеп килә бит, әйҙә, әтәсләнһен...
Төҫлө күҙлектәрҙе сисеп күҙ һалһаҡ, эштәр нисегерәк тора һуң? Санкцияларҙан Рәсәйгә ҡарағанда Европа илдәре нығыраҡ яфа сигә, уларҙың иҡтисадына ла ҙур һынау, хатта сир булды тип әйтергә урын бар. Күп кенә илдәр етештергән аҙыҡ-түлек тауарҙарын Рәсәйҙә һатып кинәнде. Был мөмкинлектән ҡолаҡ ҡаҡҡас, фермерҙарының кәмәләре ҡомға ултырҙы, байтағы эшен ябырға мәжбүр булды.
Халҡыбыҙҙың тапҡыр әйтемен иҫкә төшөргө килә: кешегә соҡор ҡаҙма, үҙең төшөрһөң. Санкция ла санкция тип өҙлөкһөҙ тылҡыған бәндәләр ошо хаҡта ла уйлап ҡараһын ине.