Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Берәү – һуҡа, етәү ҡашыҡ менән
Берәү – һуҡа, етәү ҡашыҡ менән
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (ТКХ) өсөн түләмәгән уртаса Рәсәй гражданы – урта йәки махсус урта белемле 40–45 йәштәрҙәге ир, бурысы – 25–32 мең самаһы. Йәки ирҙән айырылған бер балалы ҡатын, бурысы 30 мең һум тәшкил итә. Был үҙенсәлекле “портрет”тың авторы – “Секвойя кредит консолидейшн” компанияһы.
Ошо уҡ тикшеренеүҙәргә ярашлы, ватандашта­ры­быҙҙың һәр унынсыһы ТКХ өсөн түләүҙе мотлаҡ һанамай, ә 20 процентҡа яҡыны бындай бурысы барлығы хаҡында ...онота. Шул уҡ ваҡыт­та граждандарҙың һәр икенсеһе­нең түләрлек хәле бар. Ә бына ундай мөмкинлеге булмағандар 26 процент самаһы булып, шул иҫәптән 15 проценты – даими килеме булмаған эшһеҙҙәр, һигеҙе – эскеселәр һәм наркомандар.
Быйыл ил буйынса коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар – дүрт, Мәскәүҙә – 7,5, Санкт-Петербургта 6,5 процентҡа күтә­релде. Киләһе йылда ла федераль хөкүмәт уларҙы ТКХ өсөн – 4,9, электр энер­гияһына – 4,4, ә газға 4,1 про­центҡа арттырыуҙы планлаштыра, тип хәбәр итә “Газе­та.ру” сайты. Ә бына Моно­полияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксе­һе Игорь Артемьев иһә алдағы биш йылда ТКХ тарифтарын үҙ­гә­решһеҙ ҡалдырыу мөмкин­ле­ге хаҡында һүҙ йөрөтә. Уның иҫәбенсә, тармаҡта артыҡ тото­ноуҙар былай ҙа етерлек һәм уларҙы һаҡсыл файҙа­ланыу сараларын күрергә ваҡыт. Рәсәй­ҙең Иҡтисади үҫеш министрлы­ғында ла был идея яҡлау таба. Тарифтар 2000 – 2015 йылдар­ҙа ин­фляцияға ҡарағанда юға­рыраҡ тиҙлектә үҫте, ә сифат яҡшырманы тигән үҙ дәлилен килтерә улар.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 – 2016 йылдар­ҙа илдә аҙ килемлеләр иҫәбе 15 мил­лион кешенән 19 мил­лионға еткән. Һуңғы айҙарҙа эшһеҙ ҡа­лыу арҡаһында ТКХ-ға бурыс­лыларҙың 30 про­центҡа күбә­йеүе – тап шул процесс эҙем­тәһе. Шул уҡ ваҡытта ТКХ сығымдарының ни рәүешле тотонолоуы һәм унан граждан­дарҙың ниндәй файҙа күреүе тураһында йәмәғәтселек хәбәр­ҙар түгел. Мәҫәлән, урам һепе­реүсе­ләрҙе алайыҡ. Ватандаш­тарыбыҙҙың сүпте теләһә ҡайҙа ташларға ғәҙәтләнеүе арҡа­һын­да уларҙы эшкә күпләп ялларға тура килә. Ихаталарҙы, подъез­дарҙы таҙа тотоу буйынса ныҡ­лы тәртип булдырып, уны һан­ламағандарҙы штрафҡа дусар иткәндә, сығымдар аҙыраҡ булмаҫ инеме ни? Был – бер.
Икенсенән, ТКХ систе­ма­һы­на йәлеп ителгән бюрократияны кем иҫәпләп ҡара­ған? Баш ҡаланың һәр ете райо­нындағы торлаҡ-фай­ҙаланыу участкаларында (ЖЭУ) тиҫтә­ләрсә чиновник урын биләй. Әйтәйек, улар­ҙың файҙалы эш коэффициенты ниҙән ғибәрәт? Бынан тыш, берҙәм касса иҫәп-хисап үҙәк­тәре лә (ЕРКЦ) бар, һәм улар ҙа коммуналь хеҙмәт күрһәткән булараҡ эш хаҡы ала, йәғни түләүсенең кеҫәһе­нә инә.
Берәү – һуҡа, етәү ҡашыҡ менән. Ысынлап та, был өлкәлә граждандарҙың туранан-тура ҡатнашлығынан тыш асыҡ һәм ғәҙел тәртип урынлаштырыу мөмкинлеге күрен­мәй. Бәлә шунда ла инде: бу­шаған шешә­һен, тәмәке төп­сөгөн, башҡа сүп-сарҙы телә­һә ҡайҙа ташларға кү­нек­кән халыҡ был хаҡта уйлан­май, йыйылыштарға йөрө­мәй... Ҡыҫҡаһы, тәртипте чиновник урынлаштырыуын көтә.
Быйыл яҙ булһа кәрәк, Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы совет ағзаһы Александр Аузан йәмғиәттә дөйөм культураны күтәреү күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирер ине, тигән фекер белдереп, ошо йүнә­лештә саралар күрергә саҡыр­ғайны. Ғалим хаҡлы, тик был киң ҡоласлы эшмәкәрлек ни рәүешле күҙ алдына баҫа? Көслө пропаганда нигеҙендә советтар өлгөһөн ҡабатлар­ғамы? Бәлки, эште урындағы үҙидара­ның эшмәкәрлеген конституцион кимәлгә күтә­реү­ҙән башларға кәрәктер? Граждандар ойоша, үҙ проблемаларын үҙаллы хәл ҡыла, мөмкинлектәрен һәм яуап­лылыҡтарын аңларлыҡ дәрәжәгә етә икән, пропаган­даның, тыйыуҙарҙың һәм саҡы­рыуҙарҙың кәрәге ҡалмаясаҡ.


Автор: М. ФӘЙРУШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә