Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр (ТКХ) өсөн түләмәгән уртаса Рәсәй гражданы – урта йәки махсус урта белемле 40–45 йәштәрҙәге ир, бурысы – 25–32 мең самаһы. Йәки ирҙән айырылған бер балалы ҡатын, бурысы 30 мең һум тәшкил итә. Был үҙенсәлекле “портрет”тың авторы – “Секвойя кредит консолидейшн” компанияһы. Ошо уҡ тикшеренеүҙәргә ярашлы, ватандаштарыбыҙҙың һәр унынсыһы ТКХ өсөн түләүҙе мотлаҡ һанамай, ә 20 процентҡа яҡыны бындай бурысы барлығы хаҡында ...онота. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың һәр икенсеһенең түләрлек хәле бар. Ә бына ундай мөмкинлеге булмағандар 26 процент самаһы булып, шул иҫәптән 15 проценты – даими килеме булмаған эшһеҙҙәр, һигеҙе – эскеселәр һәм наркомандар.
Быйыл ил буйынса коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар – дүрт, Мәскәүҙә – 7,5, Санкт-Петербургта 6,5 процентҡа күтәрелде. Киләһе йылда ла федераль хөкүмәт уларҙы ТКХ өсөн – 4,9, электр энергияһына – 4,4, ә газға 4,1 процентҡа арттырыуҙы планлаштыра, тип хәбәр итә “Газета.ру” сайты. Ә бына Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев иһә алдағы биш йылда ТКХ тарифтарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу мөмкинлеге хаҡында һүҙ йөрөтә. Уның иҫәбенсә, тармаҡта артыҡ тотоноуҙар былай ҙа етерлек һәм уларҙы һаҡсыл файҙаланыу сараларын күрергә ваҡыт. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында ла был идея яҡлау таба. Тарифтар 2000 – 2015 йылдарҙа инфляцияға ҡарағанда юғарыраҡ тиҙлектә үҫте, ә сифат яҡшырманы тигән үҙ дәлилен килтерә улар.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2014 – 2016 йылдарҙа илдә аҙ килемлеләр иҫәбе 15 миллион кешенән 19 миллионға еткән. Һуңғы айҙарҙа эшһеҙ ҡалыу арҡаһында ТКХ-ға бурыслыларҙың 30 процентҡа күбәйеүе – тап шул процесс эҙемтәһе. Шул уҡ ваҡытта ТКХ сығымдарының ни рәүешле тотонолоуы һәм унан граждандарҙың ниндәй файҙа күреүе тураһында йәмәғәтселек хәбәрҙар түгел. Мәҫәлән, урам һепереүселәрҙе алайыҡ. Ватандаштарыбыҙҙың сүпте теләһә ҡайҙа ташларға ғәҙәтләнеүе арҡаһында уларҙы эшкә күпләп ялларға тура килә. Ихаталарҙы, подъездарҙы таҙа тотоу буйынса ныҡлы тәртип булдырып, уны һанламағандарҙы штрафҡа дусар иткәндә, сығымдар аҙыраҡ булмаҫ инеме ни? Был – бер.
Икенсенән, ТКХ системаһына йәлеп ителгән бюрократияны кем иҫәпләп ҡараған? Баш ҡаланың һәр ете районындағы торлаҡ-файҙаланыу участкаларында (ЖЭУ) тиҫтәләрсә чиновник урын биләй. Әйтәйек, уларҙың файҙалы эш коэффициенты ниҙән ғибәрәт? Бынан тыш, берҙәм касса иҫәп-хисап үҙәктәре лә (ЕРКЦ) бар, һәм улар ҙа коммуналь хеҙмәт күрһәткән булараҡ эш хаҡы ала, йәғни түләүсенең кеҫәһенә инә.
Берәү – һуҡа, етәү ҡашыҡ менән. Ысынлап та, был өлкәлә граждандарҙың туранан-тура ҡатнашлығынан тыш асыҡ һәм ғәҙел тәртип урынлаштырыу мөмкинлеге күренмәй. Бәлә шунда ла инде: бушаған шешәһен, тәмәке төпсөгөн, башҡа сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташларға күнеккән халыҡ был хаҡта уйланмай, йыйылыштарға йөрөмәй... Ҡыҫҡаһы, тәртипте чиновник урынлаштырыуын көтә.
Быйыл яҙ булһа кәрәк, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет ағзаһы Александр Аузан йәмғиәттә дөйөм культураны күтәреү күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирер ине, тигән фекер белдереп, ошо йүнәлештә саралар күрергә саҡырғайны. Ғалим хаҡлы, тик был киң ҡоласлы эшмәкәрлек ни рәүешле күҙ алдына баҫа? Көслө пропаганда нигеҙендә советтар өлгөһөн ҡабатларғамы? Бәлки, эште урындағы үҙидараның эшмәкәрлеген конституцион кимәлгә күтәреүҙән башларға кәрәктер? Граждандар ойоша, үҙ проблемаларын үҙаллы хәл ҡыла, мөмкинлектәрен һәм яуаплылыҡтарын аңларлыҡ дәрәжәгә етә икән, пропаганданың, тыйыуҙарҙың һәм саҡырыуҙарҙың кәрәге ҡалмаясаҡ.