Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Урман именлеген именлек хеҙмәте лә хәстәрләйәсәк
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу арҡаһында дәүләт йыл һайын 10 мил­лиард һумлыҡ зыян күрә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, айырыуса Бүрәт Республикаһында, Красноярск, Приморье, Хабаровск крайҙарында, Амур һәм Иркутск өлкәләрендә, Урман кодексының 52-се статьяһына ярашлы, урмандарҙа янғындарҙы иҫкәртеү саралары күрелмәй. Быға сик ҡуйыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте “Рослесхоз”дың хоҡуҡтарын киңәйтеү, урман ҡоротоу­сыларға ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшеү буйынса административ хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе планлаштыра. Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығына ярҙамға Феде­раль именлек хеҙмәте, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һ.б. ведомстволар килә.
2016 – 2020 йылдарҙа урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш планы проектын әҙерләүҙә, Тәбиғәтте һаҡлау министр­лығынан тыш, Эске эштәр, Сәнәғәт һәм сауҙа, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Финанс министрлыҡтары, Федераль тариф хеҙмәте ҡатнашҡан. Төп ведомство башлығы Сергей Донской фекеренсә, документта билдәлән­гәндәрҙе бойомға ашырыу илдә законһыҙ ҡырҡылған ағасҡа ихтыяжды, уның Рәсәй эсендәге әйләнешен кәметергә булышлыҡ итәсәк. “Рослесхоз” Федерация субъекттарында урман мөнәсәбәттәре торошон, вазифа әһелдәренә протокол төҙөүҙә ҡатна­шыуҙы күҙәтеү кеүек хоҡуҡтар менән тәьмин ителә. Тәбиғәт менән мөғәмәлә итеүҙе күҙәтеүсе Росприроднадзор иһә законлы талаптары менән судтарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә буласаҡ. Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ағас ташыусы транспортты тикшереп, протокол төҙөү хоҡуғы ала.
“Рәсәй Гринписы”ның урман бүлеге етәксеһе Алексей Ярошенко ҡарашынса, был ғына аҙ, урманды законһыҙ ҡырҡыу­сыларға ҡаршы көрәште йоғонтоло итеү өсөн 2006 йылда Урман кодексы ҡабул ителгәндә Федерация субъекттары ҡара­мағына тапшырылған хоҡуҡ-бурыстарҙы үҙәккә ҡайтарыу, һуңғыһының компетенцияларын киңәйтеү талап ителә.
Әммә шуны ла иғтибарға алмау мөмкин түгел: урманды законһыҙ ҡырҡыуҙың иҡтисади сәбәбе, йәғни оҙайлы кризис арҡаһында эшһеҙ ҡалған, тимәк, йәшәү сығанағынан мәхрүм ителгәндәр өсөн уңайлы кәсеп икәнлеген дә оноторға ярамай. Был – бер. Икенсенән, был күренеш социализмдан һуңғы милек мөнәсәбәттәренең камил түгеллеген, йәмғиәттәге хоҡуҡи-мәҙәни аң дәрәжәһен дә тасуирлай. Ә уларҙы, нигеҙҙә, мәжбүр итеү алымдары ҡулланған көс ведомстволары ярҙамында ғына юҡҡа сығарыу мөмкин түгел, йәғни административ юл менән генә урмандарҙы тәләфләүгә сик ҡуйып буласағы ышандырмай.


Автор: М. МӨХӘМӘТШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә