Урман именлеген именлек хеҙмәте лә хәстәрләйәсәк13.12.2016
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу арҡаһында дәүләт йыл һайын 10 миллиард һумлыҡ зыян күрә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, айырыуса Бүрәт Республикаһында, Красноярск, Приморье, Хабаровск крайҙарында, Амур һәм Иркутск өлкәләрендә, Урман кодексының 52-се статьяһына ярашлы, урмандарҙа янғындарҙы иҫкәртеү саралары күрелмәй. Быға сик ҡуйыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте “Рослесхоз”дың хоҡуҡтарын киңәйтеү, урман ҡоротоусыларға ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшеү буйынса административ хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе планлаштыра. Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығына ярҙамға Федераль именлек хеҙмәте, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һ.б. ведомстволар килә.
2016 – 2020 йылдарҙа урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш планы проектын әҙерләүҙә, Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан тыш, Эске эштәр, Сәнәғәт һәм сауҙа, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Финанс министрлыҡтары, Федераль тариф хеҙмәте ҡатнашҡан. Төп ведомство башлығы Сергей Донской фекеренсә, документта билдәләнгәндәрҙе бойомға ашырыу илдә законһыҙ ҡырҡылған ағасҡа ихтыяжды, уның Рәсәй эсендәге әйләнешен кәметергә булышлыҡ итәсәк. “Рослесхоз” Федерация субъекттарында урман мөнәсәбәттәре торошон, вазифа әһелдәренә протокол төҙөүҙә ҡатнашыуҙы күҙәтеү кеүек хоҡуҡтар менән тәьмин ителә. Тәбиғәт менән мөғәмәлә итеүҙе күҙәтеүсе Росприроднадзор иһә законлы талаптары менән судтарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә буласаҡ. Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ағас ташыусы транспортты тикшереп, протокол төҙөү хоҡуғы ала.
“Рәсәй Гринписы”ның урман бүлеге етәксеһе Алексей Ярошенко ҡарашынса, был ғына аҙ, урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәште йоғонтоло итеү өсөн 2006 йылда Урман кодексы ҡабул ителгәндә Федерация субъекттары ҡарамағына тапшырылған хоҡуҡ-бурыстарҙы үҙәккә ҡайтарыу, һуңғыһының компетенцияларын киңәйтеү талап ителә.
Әммә шуны ла иғтибарға алмау мөмкин түгел: урманды законһыҙ ҡырҡыуҙың иҡтисади сәбәбе, йәғни оҙайлы кризис арҡаһында эшһеҙ ҡалған, тимәк, йәшәү сығанағынан мәхрүм ителгәндәр өсөн уңайлы кәсеп икәнлеген дә оноторға ярамай. Был – бер. Икенсенән, был күренеш социализмдан һуңғы милек мөнәсәбәттәренең камил түгеллеген, йәмғиәттәге хоҡуҡи-мәҙәни аң дәрәжәһен дә тасуирлай. Ә уларҙы, нигеҙҙә, мәжбүр итеү алымдары ҡулланған көс ведомстволары ярҙамында ғына юҡҡа сығарыу мөмкин түгел, йәғни административ юл менән генә урмандарҙы тәләфләүгә сик ҡуйып буласағы ышандырмай.