Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яғырғамы, күмергәме?
“Ростех” компанияһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу тураһындағы проекты федераль хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан.
Документтың төп параметр­ҙары буйынса нигеҙ итеп алыр­ҙай проектты эшләү Рәсәйҙең Яғыу­лыҡ һәм энергетика ми­нистрлы­ғына йөкмәтелгән. Сүп-сарҙы шул рәүешле юҡ итеү буйынса Мәскәү өлкәһендә – дүрт, Ҡазанда бер завод төҙөү планлаштырыла. Уларҙың технологик усағы – “Хитачи Зосен Инова” Япония-Швейцария фир­маһы донъя илдәрендә 600-ҙән ашыу ошондай заводты фай­ҙаланыуға тапшырған да инде.
Был масштаблы проекттарҙы федераль хөкүмәттәге вице-премьер Александр Хлопониндың һүҙенә ҡарағанда, сығымдар 162 миллиард һум булыр тип көтөлә. Был астрономик сумма заводтар­ҙың ҡеүәтенә генә түгел, унда ҡуйыласаҡ ҡорамал­дарҙың ҙур­лығына ла ишара яһай. “Ростех” уларҙың күпсе­леген урындағы предприятие­ларҙан һатып алырға ниәтләй.
Рәсәйҙә йыл һайын 60 миллион тоннанан ашыу ҡаты көн­күреш ҡалдығы тупланып, улар­ҙың 7 – 25 проценты ғына эш­кәртелә һәм яндырыла, ҡалғаны ергә күмелә. Документ ғәмәлгә инә ҡалһа, киләһе йылда сүп-сарҙы әлеге ише утил­ләштереү тыйыласаҡ.
Федераль хөкүмәт ҡарары ошо айҙа донъя күрһә, тағы ла бер йылдан Мәскәү өлкәһендә һәм Ҡазанда ике заводҡа нигеҙ һалына башлауы ихтимал. Ви­це-премьер раҫлауынса, объект­тарҙы төҙөүгә ҡаҙна сы­ғымдары йәлеп ителмәйәсәк, инвесторҙар табыу проблемаһы юҡ.
Сит илдәрҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән нисек эш итеүҙәре хаҡында әйтеп китеү урынлы. “Ведомости” гәзитен­дәге хәбәргә ҡарағанда, Германияла йән башына йыл һайын 617 килограмм сүп-сар йыйылып, уның 45 проценты эшкәр­телә, 20 процентынан компост яһалып, ҡалған өлөшө яндырыла. Швейцария, Дания һәм Норвегияла эшкәр­телеүсе ҡалдыҡ­тар аҙыраҡ, компост яһалған­дары иһә – немецтар кимәлендә. Швейцарияла, моға­йын, ул шундай берҙән-бер дәүләттер, ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡ­тары бөтөнләй күмелмәй.
Был илдәрҙә, Рәсәйҙән айырмалы, сүп-сарҙы айырым йыялар: мәҫәлән, ашамлыҡтар – бер контейнерға, төҙөлөш ҡал­дыҡ­тары икенсеһенә туплана. “Гринпис” токсик программаһы етәк­сеһе Дмитрий Артамонов феке­ренсә, аҙыҡ-түлекте, пластик әйберҙәрҙе, химия про­дукцияһын һәм башҡа ҡалдыҡ­тарҙы мейескә ырғытыу диок­синдың күпләп бүле­неп сығы­уына килтереп, тирә-яҡ мөхиткә зыянды артты­расаҡ ҡына.


Автор: М. ФӘЙРУШИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә