Яғырғамы, күмергәме?16.11.2016
“Ростех” компанияһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу тураһындағы проекты федераль хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан.
Документтың төп параметрҙары буйынса нигеҙ итеп алырҙай проектты эшләү Рәсәйҙең Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығына йөкмәтелгән. Сүп-сарҙы шул рәүешле юҡ итеү буйынса Мәскәү өлкәһендә – дүрт, Ҡазанда бер завод төҙөү планлаштырыла. Уларҙың технологик усағы – “Хитачи Зосен Инова” Япония-Швейцария фирмаһы донъя илдәрендә 600-ҙән ашыу ошондай заводты файҙаланыуға тапшырған да инде.
Был масштаблы проекттарҙы федераль хөкүмәттәге вице-премьер Александр Хлопониндың һүҙенә ҡарағанда, сығымдар 162 миллиард һум булыр тип көтөлә. Был астрономик сумма заводтарҙың ҡеүәтенә генә түгел, унда ҡуйыласаҡ ҡорамалдарҙың ҙурлығына ла ишара яһай. “Ростех” уларҙың күпселеген урындағы предприятиеларҙан һатып алырға ниәтләй.
Рәсәйҙә йыл һайын 60 миллион тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдығы тупланып, уларҙың 7 – 25 проценты ғына эшкәртелә һәм яндырыла, ҡалғаны ергә күмелә. Документ ғәмәлгә инә ҡалһа, киләһе йылда сүп-сарҙы әлеге ише утилләштереү тыйыласаҡ.
Федераль хөкүмәт ҡарары ошо айҙа донъя күрһә, тағы ла бер йылдан Мәскәү өлкәһендә һәм Ҡазанда ике заводҡа нигеҙ һалына башлауы ихтимал. Вице-премьер раҫлауынса, объекттарҙы төҙөүгә ҡаҙна сығымдары йәлеп ителмәйәсәк, инвесторҙар табыу проблемаһы юҡ.
Сит илдәрҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән нисек эш итеүҙәре хаҡында әйтеп китеү урынлы. “Ведомости” гәзитендәге хәбәргә ҡарағанда, Германияла йән башына йыл һайын 617 килограмм сүп-сар йыйылып, уның 45 проценты эшкәртелә, 20 процентынан компост яһалып, ҡалған өлөшө яндырыла. Швейцария, Дания һәм Норвегияла эшкәртелеүсе ҡалдыҡтар аҙыраҡ, компост яһалғандары иһә – немецтар кимәлендә. Швейцарияла, моғайын, ул шундай берҙән-бер дәүләттер, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары бөтөнләй күмелмәй.
Был илдәрҙә, Рәсәйҙән айырмалы, сүп-сарҙы айырым йыялар: мәҫәлән, ашамлыҡтар – бер контейнерға, төҙөлөш ҡалдыҡтары икенсеһенә туплана. “Гринпис” токсик программаһы етәксеһе Дмитрий Артамонов фекеренсә, аҙыҡ-түлекте, пластик әйберҙәрҙе, химия продукцияһын һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы мейескә ырғытыу диоксиндың күпләп бүленеп сығыуына килтереп, тирә-яҡ мөхиткә зыянды арттырасаҡ ҡына.